Вәлиулла Мортазин-Иманский
Вәлиулла Мортазин-Иманский (5 ғинуар 1885 йыл — 10 июль 1938 йыл) — театр актёры, дәүләт органдары хеҙмәткәре, педагог. 1919—1937 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, режиссёры, художество етәксеһе, бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте ағзаһы. 1926—1937 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1935), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1922). Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
Мортазин Вәлиулла Ғәйназар улы (псевдонимы — Иманский) 1885 йылдың 5 ғинуарында[2] Ырымбур губернаһының Мораптал улусына ҡараған боронғо башҡорт ауылы Иманғолда (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районы)[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Сәнғәттәге юлы 1905—1907 йылғы революция осоронда башлана. Уның исеме Волга буйы Урал, Урта Азия, Кавказ халыҡтарының бер-береһенә туранан-тура бәйләнеше булған театр мәҙәниәтен тәү башлап ойоштороусы эшмәкәрҙәр араһында лайыҡлы урын алып тора.
Вәли Мортазин башҡорт театрына нигеҙ һала һәм оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт театрын етәкләй.
1905 йылда И. Б. Ҡудашев-Ашҡаҙарскийҙың театр труппаһында эш башлай, «Сәйәр» төркөмө менән сығыш яһай.
Актёр В. Мортазин-Иманскийҙың репертуары үҙ эсенә 500-ҙән ашыу ролде ала.
1919—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте ағзаһы:
- Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының Тамаша предприятиелары идаралығы начальнигы;
- БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса комитеттың начальник урынбаҫары һәм начальнигы;
- 1926—1937 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1928 йылға тиклем театр бүлеге мөдире.
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1922), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1935).
1937 йылда ҡулға алына һәм 1938 йылдың 10 июлендә хәрби коллегия хөкөмө буйынса атыла. Репрессия ҡорбаны булараҡ, ул бары тик 1957 йылда ғына аҡлана.
Тәүге ҡатыны Мәрфуғанан 1914 йылда тыуған Үзбәк исемле улы хәрби училищела уҡыған ерендә ҡулға алына, Нерчинск ҡалаһында һорау алған ваҡытта атаһынан биш көн алда туҡмалыуҙан үлә (1938 йылдың 5 июлендә).
Икенсе ҡатыны Зәйнәб өс балаһы менән Ҡазан ҡалаһына китә, 1948 йылда үлә. Балалар тома һуҡыр өләсәләре менән ҡала (Марат, Мотор, Роза).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районына ҡарай
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МОРТАЗИН-ИМАНСКИЙ Вәлиулла Ғәйназар улы (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2025)
Әҙәбиәт
- Рәмилә Йәһүҙина. Башҡорт театры һәм Иманский. «Ватандаш» журналы. 12-се һан. — 2005 йыл.
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МОРТАЗИН-ИМАНСКИЙ Вәлиулла Ғәйназар улы (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2025)