Ҡотос
Ҡотос (Ҡотош; рус. Кутучево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Александровка районындағы ауыл. Зеленая Роща ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Тәүге тапҡыр 1734 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[2]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона керә[3].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Халыҡ һаны
| 1795 | 1834 | 1859 | 1920[2][3] |
|---|---|---|---|
| 105 | 233 | 296 | 392 |
| 2010[4] |
|---|
| 248 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (97 %) йәшәй[5].
Билдәле шәхестәре
- Веселова Әлфиә Рифат ҡыҙы — парашют спорты буйынса халыҡ-ара категориялы спорт мастеры, рекордсы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 1 2 3 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013—2017.
- ↑ 1 2 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 185-186, 194. — 616 с.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.