Аҡтейен

Аҡтейен (рус. Актыново) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Александровка районындағы ауыл. Яңы Михайловка ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

Актыново - panoramio.jpg

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ырымбур губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[2]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона ҡарай.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Халҡы

1816 1834 1859 1920[2]
181 172 228 309
Халҡы иҫәбе
2010[3]
98

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (97 %) йәшәй[4].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. 1 2 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 187-189, 194. — 616 с.
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  4. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.