Үрге Наҙарғол

Үрге Наҙарғол (рус. Верхненазаргулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Географик урынлашыуы

Ҡатралы йылғаһы (Һаҡмар ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Тарихы

Үрге Наҙарғол (Бүре, Башбүре, Бүреяр, Төлкөүлгəн) ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда[2] телгә алына. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Хәйбулла районы составына керә.

1941 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумының указына ярашлы, Үрге Наҙарғол һәм Ҡатралы-Наҙарғол ауылдары Чкалов (Ырымбур) өлкәһенең Яңы Покровка районы составына бирелә[3].

1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[4]

Халыҡ һаны

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2]
1816 1834 1859 1866 1892 1900 1917 1920 1926
97 220 126 388 574 240 570 458 346
Халҡы иҫәбе
2010[1]
250

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  2. 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР о перечислении населенных пунктов Т. Назаргулово и К. Назаргулово из Хайбуллинского района Башкирской АССР в Ново-Покровский район Чкаловской области от 4 марта 1941 г.
  4. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.

Тема буйынса өҫтәмә