Ишморат (Ҡыуандыҡ)

Ишморат (рус. Ишмуратово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡалаһы составындағы ауыл.

Географик урынлашыуы

Ҡороған йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ишморат (Ҡасанай, Ҡыпсаҡ) ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[1]. Риүәйәт буйынса, Ишморат, Һарыбай, Иҙелбай һәм Рысай ауылдары Дим йылғаһы бассейнынан килгән башҡорттар тарафынан нигеҙләнгән. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[2].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[4]. Аҙаҡ Ҡыуандыҡ ҡалаһына ҡушыла.

Халыҡ һаны

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[1][2]
1795 1816 1834 1859 1866 1889 1892 1900 1917 1920 1926
31 67 172 259 263 313 323 368 561 330 205

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  2. 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 45, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  4. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.

Тема буйынса өҫтәмә