Гай (ҡала)
Гай — Ырымбур өлкәһенең көнсығышында урынлашҡан өлкә әһәмиәтендәғе ҡала. Гай районы үҙәге (район составына инмәй).
Сәнәғәт
Ҡала сәнәғәте бер йүнәлешле, Урал тау-металлургия компанияһының Гай тау-байыҡтырыу комбинаты эшмәкәрлеге менән билдәләнә. Ҡала янында баҡыр, көкөрт, никель ятҡылыҡтары бар.
Транспорт
Ҡала аша Орск — Аҡъяр — Сибай — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.
Билдәле шәхестәр
- Нагаев Ринат Йәүҙәт улы — табип, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты [2] .
Сығанаҡтар
- В ГАЕ .RU | Гайский сайт
- Сайт администрации города Гая 2018 йылдың 14 апрель көнөндә архивланған.
- Фотогалерея города 2014 йылдың 17 июль көнөндә архивланған.
- Гай в энциклопедии «Мой город»
- Сайт поликлиники № 2 МУЗ Гайская ЦРБ