Тирәкле (Гай ҡала округы)

ТирәклеЫрымбур өлкәһе Гай ҡалаһы округындағы ауыл.

Географияһы

Гай ҡалаһы округы үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 19 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климат

Климаты ҡырҡа континенталь. Климаттың төп һыҙаттары: һыуыҡ ҡаты ҡыш, эҫе ҡоро йәй, тотороҡһоҙ һәм әҙ яуым-төшөм. Иң түбән һауа температураһы — Цельсий буйынса минус 44 градус. Йәй эҫе, максималь һауа температураһы Цельсий буйынса плюс 40 градусҡа тиклем етә. Климат үҙенсәлектәренең береһе - елдәр булған көндәр (275 тәүлеккә тиклем) күплеге һәм башлыса көньяҡ-көнбайыштан иҫкән ҡыуан елдәр булыуы. Яуым-төшөмдөң уртаса күләме 220-300 миллиметр тәшкил итә. Ҡар япмаһы ноябрь уртаһында ҡуйыла һәм апрель аҙағында юғала. Тупраҡ туңыу тәрәнлеге - 2-2,5 м[1]

Тарихы

Ауыл XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килгән. Уның исеме башҡорт телендә "тирәкле урын" тигәнде аңлата. 1960 йылда ауыл "Вишневые горки" совхозына ҡушыла һәм был совхоздың 2-се бүлегенә әйләнә. Ауылда һөтсөлөк-тауар фермаһы, башланғыс мәктәп, клуб, медпункт, совхоз контораһы урынлашҡан булған[2]. 2016 йылға тиклем Гай районының Ерекле ауыл Советы составына ингән, ике муниципаль берәмек те бөтөргәндән һуң Гай ҡалаһы составына инә.

Халыҡ

Даими халыҡ һаны 2002 йылда 147 кеше булған (рустар — 68 %)[3], 2010 йылда—103[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Генеральный план. Оренбургская область, городской округ г. Гай. Пояснительная записка. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (2008).(недоступная ссылка)
  2. Терекла. Культурно-историческое наследие села. 2020 йылдың 25 февраль көнөндә архивланған.
  3. Коряков Ю.Б. База данных "Этно-языковой состав населённых пунктов России".
  4. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.