Нурбулат
Нурбулат (рус. Нарбулатово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Гай ҡала округындағы ауыл.
Тарихы
Нурбулат ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.
1927 йылдың 30 майында Урта Волга крайының (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округының) Яңы Покровка районы составына бирелә. 1931 йылдың мартынан — Урта Волга крайының Орск районы составына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934—1963 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Хәлил районы (1960 йылда исеме Гай районы тип үҙгәртелә) составында була. 1963—1965 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составында була[2][4]. 1965 йылда йәнә Гай районы составына ҡайтарыла.
Халыҡ һаны
| 1859 | 1866 | 1889 | 1892 | 1901 | 1917 | 1920 |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 292 | 263 | 178 | 171 | 180 | 250 | 242 |
| 2010[1] |
|---|
| 296 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 87 % тәшкил итә[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
- ↑ 1 2 3 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.