Юлбарисов Марс Хәбибулла улы
Биографияһы
Марс Хәбибулла улы Юлбарисов 1963 йылдың 2 ноябрендә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Төйлөгән ҡасабаһында тыуған.
Урта мәктәпте тамамлағас, шофер булып эшләй. 1982—1984 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1984—1988 йылдарҙа Ырымбур тимер юлсылар техникумында уҡый. 1988—1997 йылдарҙа тепловоздар һәм вагондар ремонтлау буйынса мастер булып эшләй.
1997 йылдан алып эшҡыуарлыҡ һәм меценатлыҡ менән шөғөлләнә. «Юлбарыҫ» (рус. Юлбарс) туристик фирмаһының директоры була[1].
2007 йылда Өфө ҡалаһында Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фондын ойоштора һәм уның президенты булып китә[1][2].
Эшҡыуарлыҡ һәм меценатлыҡ хеҙмәте
М. Х. Юлбарисов инициативаһы һәм матди ярҙамы менән 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының күренекле юлбашсыларының береһе, Емельян Пугачевтың арҡаҙашы, башҡорт халҡының милли батыры һәм абыҙы Кинйә Арыҫлановҡа Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылында, Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылында һәйкәлдәр асылды. Меценаттың фиҙаҡәрлеге менән Бөрйән районы Аҡбулат ауылы эргәһендә Ҡыпсаҡ ырыуы батыры, башҡорт халҡының бөйөк улы Бабсаҡ бейҙең ҡәберенә һәйкәл ҡуйылды[3]. Һәйкәл 3 метр 80 сантиметр бейеклегендәге монолит гранит таштан яһалған. Ҡәберлек Кәҫле ҡалаһындағы заводта эшләнгән суйын ҡойма менән уратып алынған.
Ауырыуҙарға һәм ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Республика Башкортостан» гәзите үткәргән «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәренең береһе[5][6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Благотворительный фонд имени Кинзи Арсланова. Туристическая фирма «Юлбарс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2015. 2015 йылдың 24 июль көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ Фонд етәкселеге. Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2015. 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
- ↑ Аҙнабаев Р. Т. Алға ҡарап, үткәндәрҙе барлап // Ватандаш. — 2009. — № 4. — С. 14. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Помогай ближнему своему. ГУ КЦСОН Кугарчинского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2015. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ Яҡташыбыҙ — «йыл кешеһе». «Юшатыр» u`pbnt (17 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2015. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Редакция газеты «Республика Башкортостан» огласила итоги журналистского проекта «Человек года». Администрация муниципального района Ермекеевский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2015. 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған. (рус.)