Бабсаҡ бей
Бабсаҡ бей | |
---|---|
Вафат булған урыны | Аҡбулат ауылы |
Хәрби алыш/һуғыштар | междоусобные |
![]() |
Бабсаҡ бей — башҡорт халҡының ҡәбилә-ырыу составындағы Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы башлығы. Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады мәғлүмәттәре буйынса, ул XV быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән. Ете ырыу берләшмәһендә хакимлыҡ өсөн көрәш алып барған. Бабсаҡ бей башлыҡ булған осорҙа Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы бөрйәндәрҙең ерҙәренә рөхсәтһеҙ килеп ултыра. «Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе» буйынса, Бабсаҡ бей Бөрйән ҡәбиләһе башлығы Ҡарағөлөмбәт тарафынан үҙ-ара һуғышта үлтерелә. «Бабсаҡтүбә» башҡорт халыҡ риүәйәтенә ярашлы, Бабсаҡ бей Бөрйән районы Аҡбулат ауылы янында ерләнгән. Бабсаҡты аты менән бергә күмәләр. Хәҙерге көндә унда Бабсаҡ бей мемориаль комплексы асылды.
Бабсаҡ бей вариҫтары Бөрйән, Әбйәлил райондарында йәшәй.
Бабсаҡ бей — «Бабсаҡ бей менән Күсәк» башҡорт халыҡ эпосы геройҙарының береһе.
Сығанаҡтар.
- Башҡорт халыҡ ижады. 1-се том. Өфө, 1957.
- Башкирские шежере. Уфа, 1960;
- Башкирское народное творчество. Т.1: Эпос. Уфа, 1987.
Һылтанмалар
- Башкирская энциклопедия 2016 йылдың 15 август көнөндә архивланған.
- «Курган Бабсак-бия» 2016 йылдың 19 август көнөндә архивланған.