Үрәзмәтов Флүр Зинур улы
Үрәзмәтов Флүр Зинур улы (13 май 1955 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре. 2004—2020 йылдарҙа Шишмә районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1994).
Биографияһы
Флүр Зинур улы Үрәзмәтов 1955 йылдың 13 майында Башҡорт АССР-ы Шишмә районының Яңы Сафар ауылында тыуған.
1979 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай.
Хеҙмәт юлы
1979—1981 — Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Ленин исемендәге колхоздың орлоҡсо-агрономы.
1981—1983 — Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Ленин исемендәге колхоздың баш агрономы.
1983—1984 — Өфө ҡалаһының Калинин емеш-йәшелсә контораһының заместитель директор урынбаҫары, һуңғараҡ — директоры.
1984—1985 — Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоз рәйесенең урынбаҫары.
1985 — Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоздың баш агрономы
1985—1998 — Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының «Марс» колхозы рәйесе.
1998—2000 — «Мәләүез шәкәр заводы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тышҡы идарасыһы.
2000—2004 — «Мәләүез шәкәр заводы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
2004—2005 — Шишмә районы хакимиәте башлығы.
2006 — 2020 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Шишмә муниципаль районы хакимиәте башлығы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының мәғарифы алдынғыһы (1994)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт Грамотаһы (2005)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡортостандың Шишмә районында хакимиәт башлығы алмашынды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020 йыл, 11 июнь (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2020)
Һылтанмалар
- Башинформ
- Берҙәм республика бизнес-порталы.
- Виперсон
- Үрәзмәтов Флүр Зинур улы
- Шишмә районы хакимиәте сайты. Флүр Зинур улы Үрәзмәтов 2020 йылдың 14 август көнөндә архивланған.