Тәүге исеме: Силәбе дәүләт физик культура институтының Өфө уҡыу-консультация пункты. 2000 йылдың6 мартында Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы бойороғо, Урал дәүләт физик культура академияһы ректоры профессор Л. М. Куликовтың юллауы буйынса, Урал дәүләт физик культура академияһының Өфө филиалы асыла. 2005 йылдың сентябрендә аттестация һәм аккредитация процедураһын уңышлы үтеү һөҙөмтәләре буйынса Урал дәүләт физик культура академияһының Өфө филиалы «Урал дәүләт физик культура университеты» Юғары белем биреүҙең федераль дәүләт мәғариф учреждениеһының Башҡортостан физик культура институты (филиал) итеп үҙгәртелә.
БФКИ директоры — педагогия фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, спорт мастеры, ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры П. С. Горулев. Уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары — педагогия фәндәре докторы, профессор, РФ-ның атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, дзюдо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры В. Павлов. Директорҙың фәнни һәм инновацион эштәр буйынса урынбаҫары, биология фәндәре докторы, профессор Румянцева Эльвира Рим ҡыҙы.
150 уҡытыусының 68,5 процентының ғилми дәрәжәһе һәм исеме бар, штаттағы уҡытыусыларҙың дәрәжәлелеге 72,8 процент тәшкил итә. Уҡытыусылар составы араһында 15 фән докторы, 72 фән кандидаты бар. БФКИ-ҙа Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары, Рәсәйҙең спорт мастерҙары һәм халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары эшләй.