Шәрәфетдинов Эрнест Илдар улы
Шәрәфетдинов Эрнест Илдар улы (рус. Шарафутдинов Эрнест Ильдарович; 2000 йылдың 4 октябре, Өфө) — Рәсәй каратисы. Донъя чемпионатының бронза призёры, Европа һәм Рәсәй чемпионы, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
Биографияһы
Эрнест Илдар улы Шәрәфетдинов 2000 йылдың 4 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында тыуған. Карате менән алты йәшендә атаһы тәҡдиме буйынса шөғөлләнә башлай, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Николай Балабанов етәкселегендә әҙерлек үтә. Урал дәүләт физик культура университеты филиалы булып торған Башҡортостан физик культура институтын тамамлаған[1].
Спорт карьераһы
2013 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында халыҡ-ара кимәлдә башлап сығыш яһай. 2017 йылда Испанияла үҫмерҙәр араһындағы донъя беренселегендә бронза миҙал яулай[2].
2018 йылдың авгусында карате буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры исемен ала[3].
2019 йылда Ҡазанда Рәсәй чемпионатында еңеү яулай.
2021 йылда Истанбулда Премьер-лига 1 этабында бронза миҙал яулай[4].
2022 йылда Төмәндә Рәсәй кубогында, финалда Әхмәд Әхмәдовтан еңелеп, көмөш миҙал яулай, Ҡазанда Рәсәй чемпионатында еңә[5]. Шул уҡ йылда карате буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры була[3].
2023 йылда Будапештта донъя чемпионатында бронза миҙал яулай, Мәскәүҙә Moscow karate Universe халыҡ-ара турнирында иң яҡшыһы була[6].
2024 йылда Ҡазанда БРИКС илдәренең уйындарында һәм Мәскәүҙә Рәсәй чемпионатында 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә бөтә дәғүәселәрен уҙып китә[7][8], Задарҙа Европа чемпионатында 1/8 финалға тиклем барып етә, унда берҙән-бер Рәсәй ҡатнашыусыһы була[9].
2025 йылдың февралендә Ларнакала Karate 1 Series A халыҡ-ара турнирының көмөш миҙалын яулай һәм «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» маҡтаулы исеменә лайыҡ була[3]. Апрелдә нейтраль спортсы сифатында Ереванда Европа чемпионатына заявкаға инә[10]. Турнирҙың үҙендә ул 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яулай[11].
Спорт ҡаҙаныштары
| Миҙгел | Турнир | Урын |
|---|---|---|
| 2019 | Рәсәй чемпионаты | |
| 2022 | Рәсәй чемпионаты | |
| Рәсәй кубогы | ||
| 2023 | Донъя чемпионаты | |
| 2024 | БРИКС илдәре уйындары | |
| Рәсәй чемпионаты | ||
| 2025 | Европа чемпионаты |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Виталий Наш студент — бронзовый Чемпион Мира по каратэ WKF. bifk.ru. Башкирский институт физической культуры (2 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2025.
- ↑ Татьяна Андже. Каратист из Башкирии Эрнест Шарафутдинов завоевал титул чемпиона страны. Bash-news.ru (13 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2025.
- ↑ 1 2 3 Шарафутдинов Эрнест Ильдарович. msrfinfo.ru. Статистика и аналитика развития спорта в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2025.
- ↑ Леонид Мужикбаев. Карате. Результаты этапа Премьер-лиги 1 в Стамбуле. Правила отбора в Токио вновь изменены. olympics.com. Международный олимпийский комитет (15 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2025.
- ↑ Рядовой спортивной роты ЦСКА, г. Самара Эрнест Шарафутдинов стал победителем чемпионата России по каратэ. cska.ru. ЦСКА (15 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2025.
- ↑ Дмитрий Слезин. Эрнест Шарафутдинов и Анна Кудрявцева победили на Moscow karate Universe. ufa.aif.ru. Аргументы и факты Уфа (15 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2025.
- ↑ Россиянин Шарафутдинов стал победителем турнира по карате на Играх БРИКС. rsport.ria.ru. РИА Новости Спорт (14 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2025.
- ↑ Альфия Аглиуллина. Эрнест Шарафутдинов в третий раз стал чемпионом России по карате. bashinform.ru. Башинформ (25 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2025.
- ↑ Эрнест Шарафутдинов оказался единственным российским участником чемпионата Европы по каратэ. sport-teams.ru. Центр спортивной подготовки сборных команд России (13 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2025.
- ↑ 12 российских спортсменов вошли в заявку на майский чемпионат Европы по карате. tass.ru. ТАСС (26 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2025.
- ↑ BFM.ru. Ахмедов и Шарафутдинов победили на ЧЕ по карате. 13 май 2025 тикшерелгән.