БРИКС илдәре уйындары - 2024

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
БРИКС илдәре уйындары - 2024
Урынлашыу
Дәүләт

БРИКС илдәре уйындары 2024 — БРИКС-тың ағза-илдәре араһында ойошторолған мультирспорт ярыштары. Рәсәйҙә 2024 йылдың 12-23 июнендә Ҡазанда үтә.

2023 йылдың 2 майында Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин илдә БРИКС уйындарын үткәрергә тәҡдим итә[1]. Ә 17 майҙа Рәсәй президенты Владимир Путин Хөкүмәткә ярыштарҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡуша[2].

Июлдә Олег Матыцин БРИКС уйындарының 12-23 июндә Ҡазанда уҙасағын иғлан итә[3]. Октябрҙә ярыштарҙың ойоштороу комитеты булдырыла. Уны Рәсәйҙең вице-премьеры Дмитрий Чернышенко менән ил президентының ярҙамсыһы Игорь Левитин етәкләй.

Талисманы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Талисман Игр БРИКС 2024.webp
Уйындарҙың талисманы — леопард Бриксик

уйындарҙың талисманы — «Бриксик» ҡушаматлы леопард. Ул 2024 йылдың 11 апрелендә Мәскәүҙә «Беҙ бергә. Спорт» форумында күрһәтелә[4].

Гимны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйындарҙың рәсми гимны — Filatov & Karas төркөмө һәм Львом Лещенко яҙҙырған «Чемпион 1» йыры[5].

Элек уҙған БРИКС уйындарында бары тик БРИКС-тың ағза-илдәре спортсылары ғына сығыш яһаһа, 2023 йылдың октябрендә Владимир Путин ҡатнашыусылар һанын киңәйтергә ҡуша[6]. Ойоштороу комитеты билдәләүенсә, Ҡазанға Рәсәй, Бразилия, Ҡытай, Һиндостан һәм Көньяҡ Африка Республикаһы атлеттарынан тыш, ойошмаға 2024 йылда инергә тейешле илдәрҙең спортсылары ла ҡатнаша. Улар — Мысыр, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Сәғүд Ғәрәбстаны, Эфиопия. Шулай уҡ башҡа дәүләттәр ҙә саҡырыу алған. Уйындарҙа, алдан күҙаллау буйынса, 70 илдән бер нисә мең спортсы ҡатаншыуы көтөлә[7].

2024 йылдың 31 майында Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры Дмитрий Чернышенко БРИКС уйындарында ҡатнашырға 97 ил ғариза биреүен, 5000, шул иҫәптән 4000-дән ашыу — сит ил ҡатнашыусы килеүе көтөлөүен белдерә[8].

БРИКС илдәре уйындары 2024 асыу тантанаһы
Уйындарҙы асыу тантанаһында ҡатнашыусылар

Уйындар 2024 йылдың 12 июнендә Ҡазандың"Казань Экспо" халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә асыла. Сараны асыу тантанаһында РФ президенты ярҙамсыһы Алексей Дюмин, РФ спорт министры Михаил Дегтярёв, Татарстан Республикаһы Рәйесе Рөстәм Миңлеханов, Татарстан Республикаһының дәүләт советнигы Минтимер Шәймиев, РФ президенты советнигы Игорь Левитин, Ҡазан мэры Илсур Метшин ҡатнаша[9]. Ҡунаҡтарҙы һәм Уйында ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша Рәсәй президенты Владимир Путин тәбрикләй[10].

Ярыштар программаһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башта Уйындар программаһына спорттың 25 төрө буйынса ярыш индерергә планлаштырыла[11]. Татарстандың спорт министры 2023 йылдың июлендә Ҡазанда йөҙөү, синхрон йөҙөү һәм һыуға һикереү буйынса ярыштарҙың буласаған белдерә[12].

Һуңынан спорт төрҙәре 29-ға тиклем арттырыла[13], затем до 30, но в финальный вариант вошли 27:

Программаға инмәгән скейтбординг, самокат спорты һәм роллер-спорты буйынса ярыштар Түбәнге Новгородта BRICS Skate Cup by Grand Skate Tour барышында 3-9 июндә үтәсәк[14]. Шулай уҡ майҙа ярыштар календарынан пляж волейболы һәм пляж гандболы алына[15].

  *   Ҡабул иткән яҡ (Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы)

УрынИлАлтынКөмөшБронзаЙәмғеһе
1Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы26214199502
2Беларусь Беларусь5585107247
3Ҡытай Ҡытай20241862
4Үзбәкстан Үзбәкстан173958114
5Бразилия Бразилия7202350
6Иран Иран4122036
7Әзербайжан Әзербайжан492134
8Һиндостан Һиндостан362029
9Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан2113851
10Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан2101729
11Көньяҡ Африка Республикаһы КАР1337
12Монголия Монголия111012
13Абхазия Абхазия1157
14Әрмәнстан Әрмәнстан1078
15Төркиә Төркиә1012
16Пакистан Пакистан1001
17Тажикстан Тажикстан031720
18Таиланд Таиланд0369
19Венесуэла Венесуэла0268
20Корея Халыҡ Демократик Республикаһы КНДР0213
21Көньяҡ Осетия Көньяҡ Осетия0145
Мысыр Мысыр0145
23Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре0134
24Сербия Сербия0112
25Кувейт Кувейт0101
26Гана Гана0022
Сүриә Сүриә0022
28Болгария Болгария0011
Буркина-Фасо Буркина-Фасо0011
Куба Куба0011
Нигерия Нигерия0011
Сенегал Сенегал0011
Эритрея Эритрея0011
Йәмғеһе илдәр: 333823774991258

2024 йылдың февралендә Дәләт Думаһы беренсе уҡыуҙа эре халыҡ-ара ярыштарҙа: БРИКС илдәре уйындары, Бөтә донъя дуҫлыҡ уйындары һәм Киләсәк уйындары еңеүселәренә Рәсәйҙең спорт вуздарына имтиханһыҙ уҡырға инеү хоҡуғын биргән закон проектын ҡабул итә[16].

2024 йылдың апрелендә Рәсәйҙең Спорт министрлығы БРИКС илдәре уйындарында еңеүселәрен аҡсалата бүләкләү күләме тураһында белдерҙе. Алтын миҙал алыусыларға — 358400, көмөш — 179200, бронза −107500 һум бирелә. Спортсыларҙы әҙерләгән тренерҙар алтын өсөн 171500, көмөш — 85500, бронза — 51200 һум ҡаралған[17].

2024 йылдың 5 июнендә ойоштороу комитеты БРИКС уйындарының илселәре кандидатураларын раҫлай. Улар: фигуралы шыуыу буйынса Олимпия чемпионы Алина Заһитова һәм 2004 йылдағы Уйын еңеүсеһе Александр Поветкин[18].

  • БРИКС илдәре уйындары
  • БРИКС илдәре уйындары 2023
  • Киләсәк уйындары 2024
  • Бөтә донъя дуҫлыҡ уйындары 2024
  1. В Минспорте предложили провести Игры БРИКС на территории России. vedomosti.ru (2 май 2023). Дата обращения: 20 ноябрь 2023.
  2. Путин поручил представить предложения по проведению Игр БРИКС в России. vedomosti.ru (17 май 2023). Дата обращения: 20 ноябрь 2023.
  3. Виталий Косик. Игры БРИКС пройдут с 12 по 23 июня 2024 года в Казани. sport-express.ru (27 июль 2023). Дата обращения: 20 ноябрь 2023.
  4. Леопард Бриксик будет талисманом Игр БРИКС в Казани (11.04.2024). 12 апрель 2024 тикшерелгән.
  5. Filatov & Karas и Лев Лещенко записали гимн Игр стран БРИКС. rsport.ria.ru. РИА Новости Спорт (30 май 2024). Дата обращения: 30 май 2024.
  6. Путин поручил расширять число стран - участниц Игр БРИКС в Казани. ТАСС (19 октябрь 2023). Дата обращения: 20 ноябрь 2023.
  7. На Игры стран БРИКС в Казань планируют пригласить более 70 стран. ТАСС (28 сентябрь 2023). Дата обращения: 20 ноябрь 2023.
  8. Участие в Играх стран БРИКС подтвердили 97 стран. rsport.ria.ru. РИА Новости Спорт (31 май 2024). Дата обращения: 1 июнь 2024.
  9. Булат Низамеев. В Казани стартовали Игры стран БРИКС-2024. tatarstan.ru. Официальный Татарстан (12 июнь 2024). Дата обращения: 13 июнь 2024.
  10. Анна Сатдинова. Путин объявил Игры БРИКС в Казани открытыми. sportrbc.ru. РБК Спорт (12 июнь 2024). Дата обращения: 13 июнь 2024.
  11. Программа Игр БРИКС в Казани включит 25 видов спорта. pnp.ru (27 июль 2023). Дата обращения: 20 ноябрь 2023.
  12. Вероника Гибадиева. Плавание, синхронное плавание и прыжки в воду вошли в программу Игр БРИКС. matchtv.ru (26 июль 2023). Дата обращения: 20 ноябрь 2023.
  13. В программу Игр БРИКС вошли 29 видов спорта. 5 март 2024 тикшерелгән.
  14. Ирина Андреева. Экстрим-фестиваль команд стран БРИКС пройдет в Нижнем Новгороде в июне. kommersant.ru. Коммерсантъ (май 2024). Дата обращения: 20 май 2024.
  15. Александр Барауля: «По последней информации от организаторов из программы Игр БРИКС исключён пляжный гандбол». handballfast.com. Быстрый центр (23 май 2024). Дата обращения: 29 май 2024.
  16. Дума дает победителям Игр стран БРИКС право поступать в спортивные вузы без экзаменов (21 февраль 2024). 21 февраль 2024 тикшерелгән.
  17. Российские спортсмены получат более ₽350 тыс. за победу на Играх БРИКС (27 апрель 2024). 27 апрель 2024 тикшерелгән.
  18. Организаторы Игр БРИКС подтвердили назначение Загитовой послом. rsport.ria.ru (5 июнь 2024). Дата обращения: 5 июнь 2024.