Дегтярёв Михаил Владимирович

Михаил Владимирович Дегтярёв (1981 йылдың 10 июле, Һамар) — Рәсәй дәүләт, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәйҙең спорт министры 2024 йылдың 14 майынан алып[1]. Хабаровск крайы губернаторы вазифаһында 2021 йылдың 24 сентябренән 2024 йылдың 14 майына тиклем эшләгән (Вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы 2020 йылдың 20 июленән 2021 йылдың 24 сентябренә тиклем)[2][3]. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы ағзаһы (2021 йылдың 15 ноябренән башлап). Юридик фәндәр кандидаты (2020).

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты (VI һәм VII саҡырылыштары) (2011 йылдың 21 декабренән 2020 йылдың 20 июленә тиклем). Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе (2016 йылдың 5 октябренән 2020 йылдың 20 июленә тиклем) физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса[4]. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһының VI саҡырылышы комитеты рәйесенең урынбаҫары вазифаһын башҡарған (2011 йылдың 21 декабренән 2016 йылдың 5 октябренә тиклем)[4].

ЛДПРҙың Юғары советы ағзаһы (2013—2017) һәм VII саҡырылышында ЛДПР фракцияһы президиумы ағзаһы (2017—2020)[4][5].

Биографияһы

Бала сағы

1981 йылдың 10 июлендә Куйбышев ҡалаһында (Һамар) табиптар ғаиләһендә тыуған[4]. Атаһы — Владимир Иванович Дегтярёв (1949 йылда тыуған), акушер-гинеколог, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, «Һамар өлкә клиник кардиология диспансеры» дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы табибы[4][6]. Әсәһе — Светлана Михайловна Дегтярёва (1953 йылда тыуған), гастроэнтеролог табип, Һамараҙағы шәхси медицина ойошмаһы "4-се идаралыҡ клиникаһы"нда эшләгән[4][7].

Белеме һәм фәнни эшмәкәрлеге

1998 йылда Михаил Дегтярёв ҡыҙыл дипломға Һамар халыҡ-ара аэрокосмос лицейын тамамлай. 2004 йылда Һамар дәүләт аэрокосмос университетын тамамлап, шул уҡ йылда инженер квалификацияһын, ә 2005 йылда менеджер квалификацияһын ала[8].

2012 йылда ул Донъя цивилизациялары институтын тамамлап юрист квалификацияһын ала[9].

2015 йылда Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Генераль штабының Хәрби академияһында хәрби планлаштырыу буйынса өҫтәмә программа буйынса уҡыу үтә[10].

2017 йылда ул Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында (РАНХиГС) уҡып, «дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ өлкәһендә белгес» квалификацияһын ала[4][11].

1999 йылдан Дегтярёв радиоагент, туристик агент, «Билайн-Самара» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең инженеры, һәм Һамар дәүләт аэрокосмос университетының «Энергетик ҡулайламаларҙың автоматик системалары» (АСЭУ) кафедраһы инженеры булып эшләй[4].

2000 һәм 2001 йылдарҙа Михаил Дегтярёв Владимир Потаниндың хәйриә фондының федераль стипендия программаһы стипендиаты була[12].

2004 йылда ул СГАУның автоматик системалар энергетик ҡоролмалары кафедраһында аспирант булып китә. 2008 йылдан техник фәндәр кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеүсе статусын ала. РИНЦ мәғлүмәттәре буйынса, 22 фәнни баҫмаһы, шул иҫәптән 5 патенты, бар[13][14][15].

2019 йылдың 25 октябренән Дегтярёв РАНХиГС-тың дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ кафедраһында аспирантурала уҡымаҫтан ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүсе статусын ала[11].

2020 йылдың 27 майында ул РАНХиГС-та профессор Игорь Понкин етәкселегендә «Спортта антидопинг сараларын административ-хоҡуҡи көйләүҙең сит ил тәжрибәһе» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай[16][17].

2020 йылдың 29 июнендә Михаил Дегтярёвҡа юридик фәндәр кандидаты дәрәжәһе бирелә[18].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

undefined

2009 йылдың 23 октябрендә Дегтярёв Һамар өлкәһе фехтование федерацияһы (СӨФФ) президенты итеп һайлана[4][19][20]. 2018 йылдың 12 апрелендә Рәсәй хоккей федерацияһы идараһы составына һайлана[4][21].

2013 йылдың 25 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы дөйөм тәғәйенләнештәге авиация үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы итеп һайлана[4][22]. 2018 йылдың 10 февралендә РФ Президенты ҡарамағындағы дөйөм тәғәйенләнештәге авиация һәм ГЛОНАСС нигеҙендәге навигация-информация технологиялары үҫеше буйынса комиссия составына ҡабат индерелә[4][23].

2013 йылдың 12 декабренән Рәсәй ғилми фондының ҡараусы советы составына инә[4][24]. 2018 йылдың 13 декабрендә Рәсәй ғилми фондының ҡараусы советы составына ҡабат индерелә[4][25].

2014 йылдың ноябрендә Дегтярёв Рәсәй инженерҙар союзы вице-президенты итеп һайлана[4][26].

2017 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы физик культура һәм спорт үҫеше буйынса Совет ағзаһы[4][27]. 2018 йылдың 30 октябренән физик культура һәм спорт үҫеше буйынса Советтың спорт өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе[4][28].

2019 йылдың 10 апрелендә Дегтярёв Бөтә донъя рус халыҡ соборы президиумы составына инә. Был халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы Рус православие сиркәүе ярҙамында ойошторолған[4].

«Роскосмос» дәүләт корпорацияһы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы[4][29].

Сәйәси эшмәкәрлеге

undefined

2001—2003 йылдарҙа — [Идущие вместе" йәштәр хәрәкәтенең Самар өлкәһендәге төбәк бүлексәһе рәйесе[4]. 2003 йылдың сентябрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһына һәм «Йәштәр берҙәмлеге» (һуңыраҡ — МГЕР) хәрәкәтенә ҡушыла[4]. «Лента.ру» журналисты Илья Азар менән интервьюһында Дегтярёв партияға үҙенең элек инженер булып эшләгәндә, генераль директор бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе йыйып, партияға инергә кәрәклеген әйткәнлектән ҡушылыуын, һәм «мин ҡаршылашманым, сөнки партияны Путин хуплай ине, ә минең президентҡа ҡаршы булған бер ниндәй ҙә кире ҡарашым булманы, элек тә, хәҙер ҙә юҡ», тип билдәләй. Шулай уҡ ул: «мин унда ике йыл булдым, һәм мине ике тапҡыр партиянан сығарырға маташтылар» тип өҫтәй[30].

2003 йылдың сентябренән 2005 йылдың декабренә тиклем «Молодёжное Единство» хәрәкәтенең Һамар өлкәһе бүлексәһендә етәксе урынбаҫары һәм етәксе булып эшләй, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, Самар губерна думы ҡарамағындағы йәштәр парламент ағзаһы була. 2004 йылдың майында йәштәр парламенты рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. Һамар өлкәһенең йәштәр ойошмаларында әүҙем ҡатнаша[4][31][32].

2004 йылда Һамар ҡала думаһының Октябрь районы, 9-сы округ депутаты итеп һайлана[4][33].

ЛДПР-ҙа

2005 йылдың ноябрендә ЛДПР-ҙың Волга буйы төбәге буйынса кураторы һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Юрий Коган яңы координатор кандидаты эҙләй һәм был вазифаны, атап әйткәндә, Михаил Дегтярёвҡа тәҡдим итә[4][34][35]. 2005 йылдың декабрендә Дегтярёв ЛДПР сафына ҡушыла. 2006 йылдың 15 апрелендә ул ЛДПР-ҙың Һамар төбәк бүлексәһе координаторы итеп һайлана. Шулай уҡ ЛДПР лидеры, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Жириновский ярҙамсыһы була[4].

2007 йылдың 11 мартында Дегтярёв Һамар губерна думаһының дүртенсе саҡырылыш депутаты итеп, ЛДПР партияһының Һамар төбәк бүлексәһе исеменән дөйөм өлкә һайлау округы буйынса һайлана[36]. Һамар губерна думаһы депутаты вазифаһын даими нигеҙҙә башҡара, һаулыҡ һаҡлау, демография һәм социаль сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты ағзаһы, Самар өлкәһе йәш депутаттарының төбәк йыйылышы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. ЛДПР фракцияһы ағзаһы була[4].

2009 йылдың майында Дегтярёв Һамар өлкәһе йәш депутаттарының төбәк йыйылышы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана[4].

2013 йылдың июнендә ЛДПР-ҙың Мәскәү бүлексәһе Михаил Дегтярёвты Мәскәү мэры һайлауҙарында ҡатнашыуға тәҡдим итә. Владимир Жириновский уны Мәскәү тарихында иң йәш мэр кандидаты һәм «кристалл кеүек таҙа кеше» тип һүрәтләй[37].

2016 йылдың мартында Владимир Жириновский Дегтярёвты Рәсәй Президенты һайлауҙарында, 2018 йылда ЛДПР кандидаттарының береһе булыуы ихтимал тип атай[38].

Дегтярёв Самара ҡала округы башлығы вазифаһына һайлауҙарҙа[4][39] 2006 йылда, Мәскәү мэры вазифаһына — 2013 һәм 2018 йылдарҙа ҡатнаша[4].

Һайлауҙарҙа ҡатнашыуы

Михаил Дегтярёв үҙенең сәйәси карьераһы дауамында дүрт тапҡыр ҡалалар һәм төбәктәр башлыҡтарын һайлауҙарҙа ҡатнаша.

  • 2006 йыл — Һамар ҡалаһы мэры һайлауҙарында 1,71 % тауыш йыйған[40].
  • 2013 йыл — Мәскәү мэры һайлауҙарында 2,86 % тауыш йыйған[40].
  • 2018 йыл — Мәскәү мэры һайлауҙарында 6,72 % тауыш йыйған[40].
  • 2021 йыл — Хабаровск крайы губернаторы һайлауҙарында 56,81 % тауыш йыйып еңгән[41].

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты

2011 йылдың 21 декабренән Михаил Дегтярёв Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының VI һәм VII саҡырылыштары депутаты булды[4].

2011—2016 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының фән һәм технологиялар буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары (VI саҡырылыш)[4]. 2016 йыл — федераль исемлек составында VII саҡырылыш депутаты итеп һайлана һәм физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе итеп тәғәйенләнә[4].

Хабаровск крайы губернаторы

2020 йылдың 21 июлендә Михаил Дегтярёв Хабаровск крайы хөкүмәтенә тәғәйенләнгән[42].

Ваҡытлыса губернатор вазифаһында Дегтярёв Хабаровск крайындағы протесттарға ҡаты позиция менән сығыш яһай. Ул протестсылар янына сығыуҙан баш тартып, етәксенең «тәрәнерәк мәсьәләләр менән шөғөлләнеүе кәрәк» тип белдергән. Әммә, 2020 йылдың 26 июлендә, тәғәйенләнеүенән бер аҙна үткәс, тәүге тапҡыр протестсылар янына сыға[43]. Киләсәктә ул протесттарҙы провокаторҙар етәкләй тигән фекерҙәрен бер нисә тапҡыр әйтә[44][45].

2020 йылдың 18 авгусында Дегтярёв халыҡ советы ойоштороуын иғлан итә һәм протестсыларҙы ҡатнашырға саҡыра.

Губернатор вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәс, ул үҙенән алдағы етәксенең командаһы эшләүен дауам итәсәген белдерә[46]. Әммә бер ай эсендә ике вице-премьерҙы, губернаторҙың кәңәшсеһен һәм һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһындағы кешеләрҙе алыштыра[47][48].

2021 йылдың 19 июнендә Михаил Дегтярёв Хабаровск крайы губернаторы һайлауҙарында ЛДПР кандидатураһы менән сығыш яһай[49].

2021 йылдың 19 сентябрендә һайлауҙа 56,81 % тауыш йыйып еңеп сыға[50].

2021 йылдың 24 сентябрендә Хабаровск крайы губернаторы вазифаһына инә[51].

2021 йылдың 15 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Дегтярёв РФ Дәүләт советы составына индерелә[52].

Наградалары

  • Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй)[53].
  • Изге Бөйөк кенәз Александр Невский ордены (27 август 2025)[54].
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы[55].
  • 2014 йылдың 25 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты – әүҙем закондар сығарыу эшмәкәрлеге, хоҡуҡ өҫтөнлөгөн нығытыуҙа, граждандар хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән хеҙмәттәре, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн.
  • «Ҡырымды ҡайтарған өсөн» миҙалы.
  • «Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы.

Иҫкәрмәләр

  1. Госдума утвердила кандидатуры министров. РИА "Новости" (14 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  2. Инаугурация Губернатора Хабаровского края М.В. Дегтярева (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2021. Архивировано 24 сентябрь 2021 года.
  3. Михаил Дегтярев вступил в должность губернатора Хабаровского края. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2021. Архивировано 24 сентябрь 2021 года.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 Дегтярёв, Михаил Владимирович Архивная копия от 20 июль 2020 на Wayback Machine // ТАСС энциклопедияһы
  5. В ЛДПР создан Президиум фракции Архивная копия от 17 февраль 2017 на Wayback Machine — Официальный сайт политической партии ЛДПР
  6. Указ Президента РФ от 25 апреля 2011 г. N 523 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» Архивная копия от 20 февраль 2019 на Wayback Machine — Рәсәй Федерацияһы Президентының рәсми сайты
  7. Дегтярёва Светлана Михайловна Архивная копия от 22 июль 2020 на Wayback Machine // Kleos.ru
  8. Губернатор. www.khabkrai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2022. Архивировано 7 февраль 2022 года.
  9. Дегтярев, Михаил Владимирович. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2022. Архивировано 20 сентябрь 2021 года.
  10. Дегтярёв Михаил Владимирович. www.pnp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
  11. 1 2 Заключение федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования Российская академия народного хозяйства и государственной службы при Президенте Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2020. Архивировано 23 июль 2020 года.
  12. Самарский международный аэрокосмический лицей г.Самара-Выпускники. edc-samara.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2020. Архивировано 13 ғинуар 2020 года.
  13. Биография губернатора Хабаровского края Михаила Дегтярева - ТАСС. TACC.
  14. *Патент на полезную модель № RU 49210 U1 от 10.11.2005. Автор(ы): Изжеуров Евгений Александрович, Дегтярёв Михаил Владимирович, дата прекращения действия патента: 31.05.2006
    • Патент на полезную модель № RU 82149 U1 от 20.04.2009. Автор(ы): Изжеуров Евгений Александрович, Дегтярёв Михаил Владимирович, дата прекращения действия патента: 17.04.2009
    • Патент на полезную модель № RU 121462 U1 от 27.10.2012 . Автор(ы): Изжеуров Евгений Александрович, Дегтярёв Михаил Владимирович, дата прекращения действия патента: 04.11.2012
    • Патент на изобретение № RU 2532736 C2 от 10.11.2014. Автор(ы): Изжеуров Евгений Александрович, Дегтярёв Михаил Владимирович, Ревякин Александр Владимирович, Федяев Игорь Михайлович, Колганов Игорь Николаевич, дата прекращения действия патента: 23.01.2015
    • Патент на изобретение № RU 2540315 C2 от 10.02.2015. Автор(ы): Изжеуров Евгений Александрович, Дегтярёв Михаил Владимирович, Ревякин Александр Владимирович, Федяев Игорь Михайлович, Колганов Игорь Николаевич, Сафин Артур Ильгизарович, дата прекращения действия патента: 16.03.2015
  15. Дегтярёв, Михаил Владимирович. elibrary.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2020.
  16. Дегтярёв Михаил Владимирович Архивная копия от 22 июль 2020 на Wayback Machine // Российская академия народного хозяйства и государственной службы
  17. Дегтярёв, Михаил Владимирович. Зарубежный опыт административно-правового регулирования антидопинговых мер в спорте Архивная копия от 23 июль 2020 на Wayback Machine : дисс. … канд. юрид. наук : 12.00.14 / Дегтярёв Михаил Владимирович; [Место защиты: Российская академия народного хозяйства и государственной службы при Президенте Российской Федерации]. — Москва, 2020. — 213 с.
  18. Приказ ректора РАНХиГС при Президенте РФ от 29.06.2020 № 01-5480 «О выдаче диплома о присуждении ученой степени кандидата наук» Архивная копия от 22 июль 2020 на Wayback Machine
  19. Самара Губерна Думаһының рәсми сайтында профиль Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine — Самара Губерна Думаһының рәсми сайты
  20. Фехтование Архивная копия от 17 май 2017 на Wayback Machine — Самара өлкәһе спорт министрлығының рәсми сайты
  21. Дәүләт Думаһының спорт буйынса комитеты етәксеһе Дегтярёв ФХР идараһы составына индерелде Архивная копия от 20 июль 2020 на Wayback Machine // ТАСС, 12.04.2018
  22. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы дөйөм тәғәйенләнештәге авиация үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия составы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2014. Архивировано 28 февраль 2014 года.
  23. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 10 февралендәге 65-се һанлы Указы. Рәсәй Президенты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2019. Архивировано 14 март 2019 года.
  24. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 13 декабрендәге 715-се һанлы «Рәсәй ғилми фондының ҡараусы советы тураһында» Указы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2019. Архивировано 15 ғинуар 2019 года.
  25. Президент РҒФ-ның яңы ҡараусы советы составын билдәләне. Рәсәй ғилми фонды. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2018. Архивировано 15 декабрь 2018 года.
  26. Рәсәй инженерҙар союзының рәсми сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2022. Архивировано 15 август 2021 года.
  27. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2017 йылдың 27 декабрендәге 633-сө һанлы Указы Архивная копия от 28 декабрь 2017 на Wayback Machine — Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталы.
  28. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 30 октябрендәге 319-рп һанлы Бойороғо Архивная копия от 31 октябрь 2018 на Wayback Machine — Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталы
  29. Йәмәғәт советы — «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы. www.roscosmos.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2020. Архивировано 13 апрель 2020 года.
  30. Илья Азар «Рәсәй Антихрист менән көрәштә флагман буласаҡ». Мәскәү мэрына кандидат Михаил Дегтярёв менән интервью Архивная копия от 22 июль 2020 на Wayback Machine // Лента.ру, 16.08.2013
  31. «Идущие вместе» Самарҙа «Быуындар берҙәмлеге» проектының йомғаҡлау акцияһын үткәрҙе
  32. «Рәсәйҙә заманса йәштәр парламентаризмы» Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine ГБУ СО «Йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу агентлығы»
  33. 9-сы округ буйынса Самар ҡала думаһы депутаты һайлау һөҙөмтәләре Архивная копия от 16 август 2016 на Wayback Machine // Һамар өлкәһенең һайлау комиссияһы рәсми сайты
  34. Соколы заклевали варяга. www.kommersant.ru (16 ноябрь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2021. Архивировано 22 декабрь 2021 года.
  35. «Соколы Жириновского» нацелились на «медведя». www.kommersant.ru (2 февраль 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2021. Архивировано 22 декабрь 2021 года.
  36. Михаил Дегтярев. Газета.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
  37. Жириновский выдвинул в мэры Москвы молодого депутата Дегтярёва Архивная копия от 4 декабрь 2017 на Wayback Machine // НТВ
  38. Жириновский пойдёт на выборы президента с четырьмя преемниками. Life.ru (2 март 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2021. Архивировано 22 декабрь 2021 года.
  39. Общие сведения о кандидате на должность главы г. о. Самара Михаиле Дегтярёве Архивная копия от 9 июнь 2015 на Wayback Machine — Һамар өлкәһенең һайлау комиссияһы рәсми сайты
  40. 1 2 3 Биография врио губернатора Хабаровского края Михаила Дегтярева. 28 июль 2020 тикшерелгән.
  41. Врио главы Хабаровского края представили правительству региона. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2020. Архивировано 22 июль 2020 года.
  42. Дегтярев впервые вышел к участникам акций в поддержку Фургала, Коммерсантъ (2020--07-26). 30 июль 2020 тикшерелгән.
  43. Врио бьет по своим, Коммерсантъ (25 июль 2020). 30 июль 2020 тикшерелгән.
  44. Дегтярев заявил о провокаторах из Грузии на акциях в Хабаровске, Коммерсантъ (30 июль 2020). 30 июль 2020 тикшерелгән.
  45. Врио хабаровского губернатора Дегтярев сохранит команду Фургала (30 июль 2020). 30 июль 2020 тикшерелгән.
  46. Дегтярев уволил трех человек из команды Фургала, Коммерсантъ (24 июль 2020). 30 июль 2020 тикшерелгән.
  47. Дегтярев уволил главу минздрава Хабаровского края, Коммерсантъ (1 сентябрь 2020). 17 август 2020 тикшерелгән.
  48. ЛДПР выдвинула Дегтярева на выборы губернатора Хабаровского края. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2021. Архивировано 19 июнь 2021 года.
  49. Дегтярев победил на выборах главы Хабаровского края. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2021. Архивировано 21 сентябрь 2021 года.
  50. Дегтярев вступил в должность губернатора Хабаровского края. Interfax.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2021. Архивировано 24 сентябрь 2021 года.
  51. Указ Президента Российской Федерации от 15.11.2021 № 653 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2021. Архивировано 15 ноябрь 2021 года.
  52. Михаил Владимирович Дегтярёв, Официальный сайт Правительства Хабаровского края. 24 июнь 2021 тикшерелгән.
  53. Патриарх Кирилл наградил министра спорта РФ церковным орденом Александра Невского (27 август 2025). 28 август 2025 тикшерелгән.
  54. Распоряжение Президента Российской Федерации от 4 апреля 2014 года № 96-рп. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2014. Архивировано 9 октябрь 2014 года.

Тема буйынса өҫтәмә