Шаҙаев Мәҡсүт Игоревич
Шаҙаев Мәҡсүт Игоревич (11 ноябрь 1979 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, социолог, журналист. Рәсәй Федерацияһының һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры. Рәсәй Федерацияһының II класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2014). 2020 йылдың июленән «Аэрофлот», 2020 йылдың декабренән «Рәсәй почтаһы» директорҙар советы ағзаһы. 2024 йылдың октябренән «Ростелеком» директорҙар советы рәйесе урынбаҫары. Рәсәй журналистар Союзы ағзаһы[1][2][3].
Биографияһы
Рәсәй хөкүмәте сайтындағы рәсми мәғлүмәт буйынса Мәҡсүт Игоревич Шадаев 1979 йылдың 11 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған[4].
1999 йылдан мәғлүмәт-коммуникация технологиялары өлкәһендәге компанияларҙа эшләгән.
2000—2001 йылдарҙа «Аррава интернет менеджмент» (ингл. «Arrava Internet Management») компанияһында «Эйдвайзерс» проекты етәксеһе[5][6][7], «Arava интернет консультанттары» (ингл. «Arrava Internet Advisors») компанияһының интернет-стратегия буйынса директоры була[8].
2002—2004 йылдарҙа илдәге иң беренсе IT компанияларҙың береһе булған IBS Group ойошмаһында интернет-хәл итеү бүлегенең бизнесты үҫтереү бүлеге начальнигы, бизнесты үҫтереү буйынса директоры булып эшләгән[5].
2004 йылдың июлендә «Восход» ғилми тикшеренеү инситутуы директорың кәңәшсеһе вазифаһын биләгән[9].
2004 йылда Хеҙмәт һәм социаль үҫеш министрлығының Мәскәү дәүләт социаль университетын (хәҙерге Рәсәй дәүләт социаль университеты) «социология» һөнәре буйынса тамамлаған. Шул уҡ йылда Рәсәй Федерацияһы мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә министры кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнгән. 2006 йылдың 6 февралендә министерлыҡтың дәүләт программалары, инфраструктураны үҫтереү һәм сикләнгән ресурсты файҙаланыу департаменты директоры итеп күсерелә.
2007 йылдың 9 октябрендә Федераль милек менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың «Росинфокоминвест» венчур фондының директорҙар советына ингән[10].
2008 йылдың майында Мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә министрлығы урынына ойошторолған Рәсәй Федерацияһының элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында мәғлүмәтләштереү һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры вазифаһын биләгән.
2008 йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәте етәксеһенең ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнгән. Президент ҡарамағындағы Мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү буйынса кәңәшмә эшен ойоштороу, биометрик паспорттар индереү проекты өсөн яуаплы булған.
2009 йылдың февралендә Рәсәй Федерацияһы президентының идара итеү кадрҙары резервында «беренсе йөҙ» исемлегенә индерелгән. Яңы быуын паспорт-виза документтарын әҙерләү, рәсмиләштереү Һәм контролдә тотоу дәүләт системаһының баш конструкторы, конструкторҙар советы рәйесе булған[11].
2012 йылда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы рәйесең кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнгән. «Электрон парламент» проектын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы булған.
2014 йылдың 11 февралендә Мәскәү өлкәһенең дәүләт идаралығы, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә министры итеп тәғәйенләнгән, Мәскәү өлкәһе хөкүмәте составына инә. 2016 йылдың 29 сентябренән шулай уҡ Мәскәү өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары була. 2018 йылдың 14 сентябрендә, Мәскәү өлкәһе хөкүмәтенең яңы составына инмәй, губернаторҙың йәмәғәт башланғысындағы кәңәшсеһе вазифаһын биләгән.
2017 йылдың майынан Рәсәй Федерацияһы президенты Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫарының йәмәғәт башланғысында кәңәшсеһе булған, социаль селтәрҙәрҙә төбәк властарының мәғлүмәт сәйәсәтенә етәкселек иткән[12].
2018 йылдың 26 сентябрендә «Ростелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең цифрлы платформалар буйынса вице-президенты итеп тәғәйенләнгән, 2019 йылдың февраленән был вазифаны «РТ Лабс» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһы менән берлектә башҡарған.
2020 йылдың 21 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин указы менән Рәсәйҙең Федерацияһының һанлы үҫеш, элемтә һәм коммуникациялар министры вазифаһына тәғәйенләнгән[13].
2024 йылдың 14 майында Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм коммуникациялар министры вазифаһына ҡабаттан раҫланған[14][15][16].
2025 йылда Социаль әһәмиәтле сервистар реестры индерелгәндән һуң Мәҡсүт Шаҙаев Kazan Digital Week халыҡ-ара форумында үҙе етәкләгән министрлыҡтың яңылығын аңлатып сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн мобиль интернет булмаған осраҡта, мобиль интернет сайттары исемлеге аҙна һайын яңыртыласаҡ[17].
Наградалары
- Почёт ордены (2010 йылдың 18 ноябре) — электрон мәғлүмәт саралары булған сит ил паспорттарын ваҡытында әйләнешкә индереүҙе тәьмин иткән өсөн[19]
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2019 йылдың 29 майы) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[20]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Энциклопедия ТАСС, 2024. Шадаев, Максут Игоревич. Министр цифрового развития, связи и массовых коммуникаций РФ
- ↑ Путин назначил нового министра по цифровому развитию и связи // Cnews
- ↑ Новым главой Минкомсвязи назначили Максута Шадаева // РИА Новости
- ↑ 1 2 Шадаев Максут Игоревич. Биография. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июнь 2024.
- ↑ 1 2 Максут Шадаев возглавил «РТ лабс» Cnews.ru
- ↑ Arrava намерена развивать электронный бизнес
- ↑ Фирмы Пономарёва: правда или вымысел?. Ридус
- ↑ В Рунет за советами «Консалтинг» Приложение № 201 от 26.10.2000
- ↑ Кто такой Максут Шадаев? «АиФ» 21.01.2020
- ↑ Венчурных денег прибыло — Газета Коммерсантъ № 189 (3765) от 16.10.2007
- ↑ Новости компании
- ↑ Региональным чиновникам подобрали интернет-штурмана // Коммерсантъ, 31 мая 2017
- ↑ Подписаны указы о назначении министров Правительства Российской Федерации // Президент России
- ↑ Госдума утвердила Шадаева на должность главы Минцифры. РИА "Новости" (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 14.05.2024 № 403 «О Министре цифрового развития, связи и массовых коммуникаций Российской Федерации». publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2024.
- ↑ Шадаев: "белый список" интернет-ресурсов будет обновляться каждую неделю. 20 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Биография нового главы Минкомсвязи Максута Шадаева - ТАСС. TACC. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2023.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 18.11.2010 г. № 1443 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» // Президент России
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 29.05.2019 г. № 240 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» // Президент России
Һылтанмалар
- Энциклопедия ТАСС, 2024. Шадаев, Максут Игоревич. Министр цифрового развития, связи и массовых коммуникаций Российской Федерации
- Биография Максута Шадаева // Министерство цифрового развития, связи и массовых коммуникаций Российской Федерации
- Биография нового главы Минкомсвязи Максута Шадаева // ТАСС
- Биография Максута Шадаева // Finparty.