Чекунков Алексей Олегович

Чекунко́в Алексе́й Оле́гович (3 октябрь 1980 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Алыҫ Көнсығышты һәм Арктиканы үҫтереү буйынса министры (2020 йылдың 10 ноябренән, 2024 йылдың 14 майында ҡайтанан раҫлана)[1].

2014 йылдың 25 сентябренән 2020 йылға тиклем — Алыҫ Көнсығыш һәм Байкал төбәген тиҙ үҫтереү өсөн Внешэкономбанк тарафынан булдырылған Алыҫ Көнсығышты һәм Арктиканы үҫтереү фондының генераль директоры.

Биографияһы

Алексей Олегович Чекунков 1980 йылдың 3 октябрендә Белорус ССР-ының Минск ҡалаһында тыуа. Атаһы — Олег Фёдорович Белоруссияның тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры урынбаҫары (1997—1998), һуңынан Вьетнамда тулы хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш илсе була (1998—2001).

Белеме

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр факультетын һәм Алыҫ Көнсығыш федераль университетының «дәүләт һәм муниципаль идара итеү» специальносы буйынса магистратура тамамалай[2].

Эшмәкәрлеге

2001—2011 йылдарҙа туранна-тура инвестициялау секторында етәксе вазифаларҙа эшләй. Алроса, Delta Private Equity, Альфа-групп, шул иҫәптән Алыҫ көнсығыш территорияһында — Саха Республикаһында һәм Хабаровск крайында халыҡ-ара һәм Рәсәй финанс ойошмаларының эре проекттарын етәкләй[3]. New Nations Capital (венчур инвестициялары, инвестиция-банк хеҙмәттәре) шәхси инвестиция компанияһын етәкләй[4].

20112013 йылдарҙа — Рәсәйҙең туранан-тура инвестициялар фондын ойоштороуҙа ҡатнаша, директор вазифаһын биләй, ойошманың идара һәм инвестиция комитеты ағзаһы. Һаулыҡ һаҡлауға, энергия һаҡлауға, сеймал секторын инвестициялау, шулай уҡ Ҡытай инвестиция корпорацияһы менән берлектә Рәсәй-Ҡытай инвестиция фондын ойоштороу өсөн яуаплы була[5].

2014—2020 йылдарҙа — Алыҫ Көнсығышты һәм Арктиканы үҫтереү фондының генераль директоры (ВЭБ.РФ).

2020 йылдың 10 ноябренән Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышты һәм Арктиканы үҫтереү буйынса министры итеп тәғәйенләнә[6].

2024 йылдың 14 майында Дәүләт Думаһы Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышты һәм Арктиканы үҫтереү буйынса министры итеп ҡайтанан раҫлай[7], шул уҡ көндө РФ Президенты тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуя[8].

Төрлө йылдарҙа «„Алроса“ акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең күҙәтеүселәр советына, «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм башҡа компанияларҙың директорҙар советына инә.

Алыҫ Көнсығышты социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре буйынса хөкүмәт комиссияһы[9] һәм Арктиканы үҫтереү буйынса дәүләт комиссияһы ағзаһы[10].

Транспорт коридорҙарын үҫтереү

Икенсе тапҡыр вазифаһына тәғәйенләнеү алдынан РФ Дәүләт Думаһында сығыш яһап, Чекунков 2030 йылға тиклем Алыҫ Көнсығыш һәм Арктика өсөн 10 өҫтөнлөктө билдәләй. Атап әйткәндә, 1 мең самаһы яңы объект төҙөү; транспорт коридорҙарын үҫтереүҙе тәьмин итеү — 2030 йылға Төньяҡ диңгеҙ юлының йөк ташыу мөмкинлеген — 150, 2032 йылға тиклем Рәсәй тимер юлдарының Көнсығыш полигоны буйынса — 270 миллион тоннаға еткереү планлаштырыла[11].

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике ҡыҙ атаһы[12].

Иҫкәрмәләр

  1. Энциклопедия ТАСС, 2024. Чекунков, Алексей Олегович. Министр РФ по развитию Дальнего Востока и Арктики
  2. Биография Алексея Чекункова
  3. Биография Алексея Чекункова, выдвинутого на пост министра по развитию Дальнего Востока и Арктики
  4. Дальневосточные новации оценили в Белом доме
  5. «Сейчас нужно пройти через геополитическую ломку»
  6. Алексей Чекунков назначен Министром по развитию Дальнего Востока и Арктики // kremlin.ru
  7. Госдума утвердила Чекункова министром развития Дальнего Востока и Арктики. РИА "Новости" (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  8. Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  9. Правительственная комиссия по вопросам социально-экономического развития Дальнего Востока
  10. Состав президиума Государственной комиссии по вопросам развития Арктики
  11. Алексей Чекунков перечислил 10 ключевых приоритетов для Дальнего Востока и Арктики. Журнал "Эксперт" (14 май 2024).
  12. Чекунков, Алексей Олегович. ТАСС (9 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2021.

Тема буйынса өҫтәмә