Лут Оксана Николаевна

Лут Оксана Николаевна (25 февраль 1979 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. 2024 йылдың 14 майынан Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры[1].

2018 йылдың июленән 2021 йылдың декабренә тиклем ауыл хужалығы министры урынбаҫары, 2021 йылдың 30 декабренән — ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары вазифаларында эшләй[2].

Рәсәй Федерацияһының III класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2023)[3].

Биографияһы

Оксана Лут 1979 йылдың 25 февралендә Мәскәүҙә тыуған[2].

2001 йылда Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы финанс академияһын «финанс һәм кредит» һөнәре буйынса тамамлаған[4].

1999 йылдың апреленән 2000 йылдың авгусына тиклем банк ойошмаларында төрлө вазифалар биләй[2].

2000 йылдың сентябренән 2003 йылдың апреленә тиклем — банк эшсе органдары Башҡарма секретариатының кредит һәм перспективалы продукттар бүлеге иҡтисадсыһы, «Альфа-банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төбәк бизнесын кредитлау идаралығының бүлендек банкыларының кредит бизнесын үҫтереү бүлегендә өлкән иҡтисадсыһы.

2003 йылдың апреленән 2010 йылдың ғинуарына тиклем — баш иҡтисадсы, тармаҡ-ара корпоратив бизнесты үҫтереү буйынса идаралыҡ менеджеры; Корпоратив блоктағы эре клиенттар менән эшләү буйынса икенсе идаралыҡтың идара итеүсе директоры; Инвестицион блоктағы инвестицион операциялар Һәм хеҙмәттәр идаралығының идара итеүсе директоры; Икенсе корпоратив блоктағы эре клиенттар менән эшләү буйынса өсөнсө идаралыҡтың идара итеүсе директоры; «ВТБ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төҙөлөш проекттары департаментының төҙөлөш проекттарын финанслауҙы ойоштороу идаралығының идара итеүсе директоры[3].

2010 йылдың ғинуарынан октябренә тиклем — Инвестиция программалары департаменты идаралығы начальнигы; «Ростехнология» дәүләт корпорацияһының инвестиция проекттары департаментының профилле булмаған активтар хеҙмәте начальнигы.

2010 йылдың октябренән 2018 йылдың июленә тиклем — клиенттар менән эште ойоштороу департаменты директоры; корпоратив бизнесты үҫтереү департаменты директоры; эре бизнес департаменты директоры; «Россельхозбанк» акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары.

2018 йылдың 13 июленән 2021 йылдың декабренә тиклем — Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары[4].

2021 йылдың 30 декабренән Лут — Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары[2].

2024 йылдың 11 майында Рәсәй Федерацияһы премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры вазифаһына Оксана Лут кандидатураһын тәҡдим итә[5]. 14 майҙа Дәүләт думаһы уның кандидатураһын раҫлай[6]. Шул уҡ көндө Рәсәй Федерацияһы президенты уны министр итеп тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуя[7].

Шәхси тормошо

Оксана Лут кейәүҙә. Ире Андрей Лебедев, юрист. Ғаиләлә өс бала[8].

Фекерҙәр

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесенең матбуғат секретары Борис Беляков һүҙҙәренсә, Лут «министрлыҡ етәксеһе вазифаһында эшләү өсөн кәрәкле белемгә һәм компетенцияларға эйә»[5].

Дәүләт думаһы рәйесе Вячеслав Володин Луттың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары вазифаһындағы ҡаҙаныштарын билдәләй һәм уның министр вазифаһына тәҡдим ителеүе логик аҙым булып тора тигән фекерен белдерә[9].

Дәүләт һәм ведомство наградалары

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2021 йылдың 25 октябре) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[10]
  • Рәсәй Федерацияһы президентының Почёт грамотаһы (26 октябрь 2015) — Рәсәй Федерацияһының финанс-банк эшмәкәрлеген үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[2]

Иҫкәрмәләр

  1. Постановление Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации от 14.05.2024 № 6077-8 ГД "Об утверждении Лут Оксаны Николаевны Министром сельского хозяйства Российской Федерации". Официальное опубликование правовых актов (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  2. 1 2 3 4 5 Лут Оксана Николаевна (урыҫ). Министерство сельского хозяйства Российской Федерации (20 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  3. 1 2 Что известно об Оксане Лут. ТАСС (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  4. 1 2 Оксана Лут: биография. Росконгресс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  5. 1 2 Мишустин предложил замглавы Минсельхоза Оксану Лут на пост руководителя ведомства. TACC (11 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  6. Госдума утвердила Оксану Лут на должность главы Минсельхоза. РИА Новости (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  7. Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  8. Оксана Лут. 24СМИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  9. Володин назвал логичным предложение Лут на должность главы Минсельхоза. РИА Новости (12 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  10. Указ Президента Российской Федерации от 25.10.2021 г. № 596 О награждении государственными наградами Российской Федерации. kremlin.ru (25 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә