Колокольцев Владимир Александрович
Влади́мир Алекса́ндрович Колоко́льцев (11 май 1961 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ һаҡлау органдарының етәксе хеҙмәткәре. 2012 йылдың 21 майынан Рәсәй Федерацияһы Эске Эштәр министрлығында[2]. Рәсәй Федерацияһының полиция генералы (2015)[3]. Рәсәй Федерацияһы Эске Эштәр органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Юридик фәндәр докторы (2005). 2012 йылдан Рәсәй Федерацияһы именлек хеҙмәтенең даими ағзаһы.
2009 йылдың 7 сентябренән 2011 йылдың 24 мартына Мәскәү ҡалаһының Эске эштәр идаралығының баш идаралығы начальнигы. 2011 йылдың 24 мартынан 2012 йылдың майына тиклем Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү ҡалаһы начальнигы[4].
Биографияһы
Владимир Колокольцев 1961 йылдың 11 майында Пенза өлкәһенең Түбәнге Ломов ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Тейәгес водителе, «Власть труда» фанера заводының ҡаҙанлыҡ цехында насос ҡоролмаһы машинисы булып эшләй. 1979 йылда армияға саҡырыла, СССР һәм Афғанстан сигендә сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
1982 йылда Колокольцев Мәскәүҙә аккредитацияланған сит ил дипломатик вәкиллектәрҙе һаҡлау буйынса эске эштәр хеҙмәтендә эшләй. 1984 йылда Мәскәүҙең Гагарин районы Эске эштәр идаралығы милицияһының патруль-пост хеҙмәте айырым батальонының взвод командиры итеп тәғәйенләнә.
1985 йылда СССР Эске эштәр министрлығының ВЛКСМ-дың 60 йыллығы исемендәге юғары сәйәси училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, Мәскәүгә ҡайта һәм Кузнецов райисполкомының Эске эштәр идаралығы Эске эштәр бүлегендә енәйәт эҙәрлекләүе бүлеге оперуполномоченныйы булып эшләй башлай. Һуңынан Мәскәү ҡалаһының 20-се милиция бүлегендә — начальник урынбаҫары, 8-се бүлегендә начальник итеп тәғәйенләнә.
1992 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығы Баш идаралығының Мәскәү ҡалаһы буйынса Енәйәт эҙәрлекләүе идаралығының 2-се бүлегенә өлкән оперуполномоченный булып күсә. 1993 йыл башында Мәскәү ҡалаһының 108-се милиция бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1995 йылда Үҙәк административ округтың 2-се РУВД-һының енәйәт эҙәрлекләүе менән идара итеү бүлеге начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә. 1997 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы РУБОП-тың 4-се төбәк бүлеге начальнигы була. 1999 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса баш идаралығы ҡарамағындағы Көньяҡ-көнсығыш административ округ буйынса Ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса Үҙәк төбәк идаралығы оператив-эҙләү бюроһының төбәк начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә.
2001 йылда — Рәсәй Эске эштәр министрлығы баш идаралығының Үҙәк федераль округ буйынса оператив-эҙләү бюроһының 3-сө бүлеге начальнигы, 2003 йылда бюро начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2007 йылдың ғинуарында Орёл өлкәһе буйынса Эске эштәр идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә[5][6]. Уның эшмәкәрлек осоронда өлкәлә ике беренсе вице-губернаторға: Кочуевҡа һәм Сошниковҡа, шулай уҡ өлкә хакимиәте бүлексәләренең бер нисә башлығына ғәйепләү белдерелә[7]. «Воробьев» ойошҡан енәйәт төркөмөнөң ҡайһы бер әүҙем ҡатнашыусылары ҡулға алынып, төрмәгә ябыла. 2009 йылдың апрелендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Енәйәттәрҙе эҙәрлекләү департаменты начальнигының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[8].
2009 йылдың 7 сентябрендә Рәсәй президенты Указы менән Колокольцев Эске эштәр министрлығының Мәскәү ҡалаһы буйынса баш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә[9].
2010 йылдың 10 июнендә Владимир Александрович Колокольцевҡа «милицияның генерал-лейтенанты» махсус званиеһы бирелә[10].
Рәсәй Федерацияһы президентының 2011 йылдың 24 мартындағы Указы менән[11] Колокольцевҡа полиция генерал-лейтенанты махсус званиеһы бирелә, ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү ҡалаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Рәсәй Федерацияһы президентының 2012 йылдың 21 майындағы Указы менән В. А. Колокольцев Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә[12][13], һәм уның етәкселегендә хоҡуҡ һаҡлау системаһын реформалау дауам итә.
2020 йылдың ғинуарында, Медведевтың икенсе хөкүмәте отставкаға киткәндән һуң, 21 ғинуарҙа Колокольцев Михаил Мишустин хөкүмәтенә ҡайтанан министр итеп тәғәйенләнә. 2024 йылдың 14 айынан РФ Эске эштәр министры вазифаһына ҡабаттан ҡуйыла[14].
Башҡа вазифалары
• Наркотиктарға ҡаршы дәүләт комитеты рәйесе (2016 йылдың декабренән, вазифаһы буйынса).
• Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса хөкүмәт комиссияһы башлығы (2012 йылдың июненән).
• Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек буйынса һәм Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса советтар ағзаһы (икеһе лә 2012 йылдың июленән).
• Рәсәй Федерацияһының Хәрби-сәнәғәт комиссияһы ағзаһы (2014 йылдың сентябренән)[4].
Санкциялар
2018 йылдан Колокольцевҡа — АҠШ, 2022 йылдан Канада, Евросоюз, Бөйөк Британия, Швейцария, Австралия, Япония һәм Яңы Зеландия санкциялар ҡуллана.
Санкцияларға ҡарамаҫтан, 2018 йылда Колокольцев БМО линияһы буйынса сараларҙа ҡатнашыу өсөн АҠШ-ҡа килә, Америка визаһын бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ала. 2022 йылда АҠШ Рәсәй Эске эштәр министрлығы делегацияһына виза бирмәй, шунлыҡтан ул БМО-ның полиция хеҙмәткәрҙәре башлыҡтары саммитында ҡатнаша аламай. 2024 йылдың июнендә БМО-ның ағза илдәре полиция органдары етәкселәренең Нью-Йоркта үткән IV саммитында ҡатнаша. АҠШ Госдепы аңлатыуы буйынса, Рәсәйҙең көс ведомстволары башлыҡтарына ҡарата санкциялар туҡтатылып тора. ЮМО ҡарамағындағы АҠШ вәкиллегендә аңлатыуҙарынса, ойошманың Нью-Йорктағы штаб-фатиры тураһындағы килешеү буйынса визалар биреү бурысына етди ҡарайҙар. АҠШ Госдепенда БМО сараларында ҡатнашҡан делегацияларға визалар бирергә бурыслы булыуҙарын таныйҙар[15].
Тәнҡит
- 2013 йылдың 10 февралендә Колокольцев, НТВ каналында «Сегодня. Итоговая программа» тапшырыуында Кирилл Поздняковҡа интервьюһында, Рәсәйҙә террористарға ҡарата айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн үлем язаһын ҡайтарыуға ҡаршы булмауын белдереп, былай ти:
| Боюсь навлечь на себя гнев противников смертной казни, но если не как министр, а как простой гражданин, я не видел бы ничего предосудительного [в таком наказании] для подобного рода преступников |
Был белдереүҙе ул Яр Саллыла — 8 йәшлек Василиса Галицына, Чечняла тағы бер ҡыҙ бала урланып үлтерелгәс яһай. «Яблоко» сәйәси партияһы уны тәнҡитләп сыға, партияның рәсми сайтында министрҙы отставкаға ебәрергә тәҡдим ителә[16], министр үҙ фекерен белдерергә хоҡуҡлы, тиеүселәр ҙә, идеяны хуплаусылар ҙа була.
Ғаиләһе
Өйләнгән, ике бала атаһы.
• Ҡатыны — Вера Ивановна Колокольцева.
• Улы — Александр Владимирович Колокольцев (1983 йыл), эшҡыуар[19].
• Ҡыҙы — Екатерина Владимировна Колокольцева (1988 йыл), Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған.
Кинолағы роле
1994 йылда Колокольцев «На углу, у Патриарших» детектив телесериалында оператив уполномоченный эпизодик ролендә төшә[20].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Милиция генерал-майоры (2008).
- Милиция генерал-лейтенанты (2010).
- Полиция генерал-лейтенанты (2011)[21].
- Полиция генерал-полковнигы (2013)[22].
- Рәсәй Федерацияһының полиция генералы (2015)[23].
- дәүләт наградалары
- III һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены.
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған эске эштәр органдары хеҙмәткәре[24].
- «Йәмәғәт тәртибен һаҡлағандағы отличие өсөн» миҙалы.
- Александр Невский ордены (2014)[25].
- ведомство
- «Эске эштәр министрлығының Почётлы хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе.
- «Хеҙмәттәге фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы (МВД).
- I һәм II дәрәжә «Хеҙмәттәге отличие өсөн» миҙалы (МВД).
- III дәрәжә «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы.
- II һәм III дәрәжә «Идаралыҡ хеҙмәтендәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (ФСКН).
- «Рәсәй Эске эштәр министрлығына 200 йыл» миҙалы (МВД).
- «Хәрби берҙәмлек өсөн» миҙалы (ФСО).
- «Хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы (ГФС).
- «Мөһим әһәмиәтле дәүләт объекттарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙәге мөһим өлөшө өсөн» миҙалы (МЧС).
- «Хәрби берҙәмлек өсөн» (МВД).
- «Рәсәй Эске эштәр министрлығына 200 йыл» күкрәк билдәһе.
- дини
- II дәрәжә «Преподобный Сергий Радонежский ордены» (2012)[26].
- I дәрәжә Изге иманлы бөйөк кенәз Дмитрий Донской ордены (2022)[27].
- төбәк
- «Мәскәү ҡалаһына намыҫлы хеҙмәте өсөн» XX йыл отличие билдәһе (2011).
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы.
- Түбәнге Ломов ҡалаһының почётлы гражданы.
- Орёл өлкәһенең почётлы гражданы (2018)[28].
- «Карелия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2020)[29].
- сит ил
- «Достук» ордены (2021, Ҡырғыҙстан)[30].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/849/
- ↑ Правительство РФ подало в отставку
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10.11.2015 г. № 554 «О присвоении специального звания Колокольцеву В. А.»
- ↑ 1 2 Энциклопедия ТАСС, 2024. Колокольцев, Владимир Александрович. Министр внутренних дел РФ
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 15.01.2007 г. № 33 «О начальнике Управления внутренних дел по Орловской области»
- ↑ В УВД Орловской области назначен новый начальник // Пресс-служба УВД, 17 января 2007
- ↑ Баршев В., Передельский Д. и др. Город принял // Российская газета, № 4991 (167), 7 сентября 2009.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 08.04.2009 г. № 365 «О назначении на должность сотрудников органов внутренних дел Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 07.09.2009 г. № 1013 «О начальнике Главного управления внутренних дел по г. Москве»
- ↑ Главе ГУВД Москвы Колокольцеву присвоено звание генерал-лейтенанта. РИА Новости (11 июнь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 сентябрь 2010. Архивировано 10 апрель 2012 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 24 марта 2011 г. № 350 «О присвоении специального звания высшего начальствующего состава сотрудникам органов внутренних дел Российской Федерации и назначении на должность сотрудников органов внутренних дел Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21.05.2012 г. № 645 «О Министре внутренних дел Российской Федерации»
- ↑ Владимир Колокольцев назначен министром внутренних дел РФ
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ РБК, 26 июня 2024. Колокольцев прибыл в Нью-Йорк для участия в полицейском саммите для стран ООН
- ↑ Алексей Мельников: Колокольчик смертной казни | Партия ЯБЛОКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.
- ↑ Глава МВД представил Владимира Колокольцева личному составу // vesti.ru, 7 сентября 2009.
- ↑ «Сплошные совпадения» генерала Колокольцева привели в Петербург // Фонтанка.ру
- ↑ ВЕДОМОСТИ — Сын министра внутренних дел оказался бизнесменом
- ↑ На углу у Патриарших. Актеры и роли
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 24.03.2011 г. № 350 «О присвоении специального звания высшего начальствующего состава сотрудникам органов внутренних дел Российской Федерации и назначении на должность сотрудников органов внутренних дел Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12.06.2013 г. № 556 «О присвоении воинских званий высших офицеров, специальных званий высшего начальствующего состава, высших специальных званий и классных чинов»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10.11.2015 г. № 554 «О присвоении специального звания Колокольцеву В. А».
- ↑ Министр внутренних дел Российской Федерации Генерал полиции Российской Федерации Владимир Александрович Колокольцев
- ↑ https://мвд.рф/upload/site1/minister1(2)-240xx314.jpg Фото Министра внутренних дел РФ генерала полиции Российской Федерации В. А. Колокольцева с орденскими планками
- ↑ В неделю по Рождестве Христовом Предстоятель Русской Церкви совершил Божественную литургию в Успенском соборе Московского Кремля
- ↑ Состоялась встреча Святейшего Патриарха Кирилла с министром внутренних дел России В. А. Колокольцевым
- ↑ Владимир Колокольцев стал «Почетным гражданином Орловской области». "ВЕЧЕРНИЙ ОРЁЛ". Орловская электронная газета (21 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2019.
- ↑ Указ Главы Республики Карелия от 8 июня 2020 года № 58 «О награждении государственными наградами Республики Карелия»
- ↑ Колокольцев Владимир Александрович