Новак Александр Валентинович
Но́вак Алекса́ндр Валенти́нович (23 август 1971 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.
2020 йылдың 10 ноябренән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, (в. б. 7—13 май 2024)[5]. 2021 йылдың 19 июленән Төньяҡ-Кавказ федераль округы кураторы[6].
2012 йылдың 21 майынан 2020 йылдың 10 ноябренә тиклем Рәсәй Федерацияһының энергетика минитсры (2018 йылдың 8-18 майында һәм 2020 йылдың 15-21 ғинуарында — Вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы)[7].
Биографияһы
Александр Валентинович Новак 1971 йылдың 23 авгусында Украин ССР-ы Донецк өлкәһенең Авдеевка ҡалаһында тыуа.
1979 йылда ғаилә Норильскиға күсенә, унда ғиалә башлығы Надеждино металлургия заводын төҙөүҙә эшләй[8]. Норильскиҙың 23-сө мәктәбендә уҡый[9]. Буйы 189 сантиметр булғас, баскетбол буйынса мәктәптең йыйылма командаһында уйнай[10].
1993 йылда Норильск индустриаль институтын «иҡтисад һәм металлургияла идара итеү» һөнәре буйынса, бынан тыш, 2009 йылда М, В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Дәүләт идараһы юғары мәктәбен «менеджмент» һөнәре буйынса тамамлай.
1988 йылдың сентябренән А. П. Завенягин имесендәге Норильск тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй башлай. Башта 1-се разрядлы аппаратсы-гидрометаллург була, һуңынан стажер булараҡ техник-технолог, хеҙмәт буйынса техник, иҡтисадсы булып эшләй. 1993 йылдан комбинатта иҡтисадсы һәм бухгалтерияның финанстар бюроһы начальнигы була. 1997 йылдың майынан 1999 йылдың ноябренә тиклем — һалым планлаштырыуы бүлеге мөдире, идара начальнигы.
1999 йылдың ноябренән «Норильск тау горная компанияһы» (Поляр түңәрәге аръяғы филиалы) асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисад буйынса директор урынбаҫары — идара начальнигы, һуңынан директорҙың персонал буйынса урынбаҫары булып эшләй.
Унан һуң Норильск ҡалаһы хакимиәтенә эшкә күсә һәм 2000 йылдың майынан ҡала башлығы Олег Бударгиндың финанс-иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, һуңынан беренсе урынбаҫары була.
Александр Хлопонин Красноярск крайы губернаторы итеп һайланғас, Новак уның хакимиәтенә керә, 2002 йылдың октябренән 2007 йылдың июленә тиклем бер үк ваҡытта край губернаторы урынбаҫары ла, край хакимиәтенең Баш финанс идаралығы начальнигы ла була. 2007 йылдың июлендә край губернаторының беренсе урынбаҫары була, тиҙҙән край хөкүмәтен етәкләй.
2008 йылдың 29 сентябренән 2012 йылдың 22 майына тиклем — Рәсәй Федерацияһының финанстар министры урынбаҫары. 2008 йылдың 2 октябренән — Рәсәй Финанстар минитсрлығы Коллегияһы ағзаһы.
2012 йылдың 21 майынан Дмитрий Медведевтың беренсе хөкүмәтендә Рәсәй Федерацияһының энергетика министры була[11][12][13]. Был вазифаны Медведевтың 2018 йылда булдырылған икенсе хөкүмәтендә лә, Мишустин хөкүмәтендә лә (2020 йылдың 21 ғтнуары) һаҡлап ҡала. Министр вазифаһына тәғәйенләнгәс, БДБ-ның Электр энергетикаһы советы президенты (2012 йылдың 25 майынан) һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү стратегияһы һәм экология хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса комисся ағзаһы (2012 йылдың июненән) була.
2015 йылдың июлендә — «Россеть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең, шул уҡ йылдың сентябрендә «Транснефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе итеп һайлана[14][15]. Бынан тыш, 2012 йылдан — «Росатом» дәүләт корпорацияһының, 2015 йылдан «Газпром» һәм «Роснефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы.
2015—2018 йылдарҙа — Арктиканы үҫтереү мәсьәләләре буйынса дәүләт комиссияһы рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы иҡтисадты модернизациялау һәм Рәсәйҙең инновацион үҫеше (2012—2018), торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ һатыу алыу мөмкинлеген күтәреү (2013—2016) буйынса совет ағзаһы була[8].
2020 йылдың 9 ноябренән Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин Новактың кандидатураһын яғыулыҡ-энергетика комплексы мәсьәләләре буйынса вице-премьер вазифаһына тәҡдим итә[16][17]. Икенсе көнөнә ул вазифаға раҫлана.
2024 йылдың 13 майында Дәүләт Думаһы ҡабаттан Новактың кандидатураһын РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары итеп раҫлай[18]. 14 майҙа РФ Президенты тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуя[19]. Новактың бурыстарына: илдең яғыулыҡ-энергетика комплексын, иҡтисади блогы, үҫеш институттары:
- «Рәсәйҙең туранан-тура инвестициялау фонды идара компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең,
- «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация» акционерҙар йәмғиәтенең,
- «Рәсәйҙең венчур компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеген координациялау инә[20].
Вице-премьер вазифаһында сәйәси эшмәкәрлеге
Ғаиләһе
- Атаһы: Валентин Яковлевич Новак,
- Әсәһе — Зоя Николаевна Новак.
- Ҡатыны — Лариса Новак.
- Ике ҡыҙы бар[9].
Класлы чины
- Рәсәй Федерацияһының 3-сө класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (26 декабрь 2009)[23].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2009);
- Почёт ордены (27 декабрь 2010)[24];
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (2013);
- «Сочи ҡалаһында 2014 йылғы XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары һәм XI Ҡышҡы Паралимпия уйындары» иҫтәлекле миҙалы (2014);
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2014);
- Дуҫлыҡ ордены (2014);
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2016);
- «Бурысына тоғролоҡ өсөн» ордены (Ҡырым Республикаһы, 2017)[25];
- I дәрәжә П. А. Столыпин миҙалы (2018);
- Александр Невский ордены (2019);
- Норильск ҡалаһының почётлы гражданы (2013);
- Башҡа ведомстволарҙың наградалары.
Килеме
2019 йылда килеме 27 миллион 48 мең һум була. Ҡатынының килеме — 1 миллион 7 мең һум[8].
Һылтанмалар
- Биография на сайте ИТАР-ТАСС.
- Профайл на сайте Министерства энергетики РФ.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/2885/
- ↑ 1 2 Davos 2018 Participant List
- ↑ 1 2 Davos 2019 Participant List
- ↑ 1 2 Davos 2020 Participant List
- ↑ Правительство России переходит в статус и.о. до назначения нового состава. TACC. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2024.
- ↑ Михаил Мишустин назначил вице-премьеров кураторами федеральных округов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2021. Архивировано 19 июль 2021 года.
- ↑ Правительство РФ подало в отставку. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2020. Архивировано 15 ғинуар 2020 года.
- ↑ 1 2 3 Алексей Дружинин. Биография Александра Новака. Его кандидатура 9 ноября 2020 года внесена в Госдуму для назначения на пост вице-премьера РФ. ТАСС (9 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2021. Архивировано 13 апрель 2021 года.
- ↑ 1 2 Новак, Александр (HTML). Лентапедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2013. Архивировано 10 июнь 2013 года.
- ↑ Александр Борисов. Энергетический руководитель // Санкт-Петербургские ведомости : газета. — 2020. — 20 ноябрь (№ 212).
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21.05.2012 г. № 664 «О Министре энергетики Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2020. Архивировано 6 февраль 2020 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 18.05.2018 г. № 250 «О Министре энергетики Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2020. Архивировано 6 февраль 2020 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21.01.2020 г. № 51 «О Министре энергетики Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2020. Архивировано 6 февраль 2020 года.
- ↑ Александр Новак вновь возглавил Совет директоров «Россетей». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2021. Архивировано 13 апрель 2021 года.
- ↑ Новак вновь возглавил совет директоров «Транснефти». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2021. Архивировано 13 апрель 2021 года.
- ↑ Мишустин предложил Госдуме назначить Новака вице-премьером. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2020. Архивировано 9 ноябрь 2020 года.
- ↑ Указ Президента РФ «О внесении изменения в Указ Президента Российской Федерации от 21 января 2020 г. № 21 „О структуре федеральных органов исполнительной власти“». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2020. Архивировано 10 ноябрь 2020 года.
- ↑ Госдума утвердила Новака заместителем председателя правительства. РИА Новости (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Михаил Мишустин утвердил распределение обязанностей между вице-премьерами. government.ru (17 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2024.
- ↑ Новак: сертификацию «Северного потока — 2» завершат до конца первого полугодия 2022 года. RT на русском. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
- ↑ Новак: проект «Северный поток — 2» невозможно сорвать. RT на русском. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2021. Архивировано 29 декабрь 2021 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 26.12.2009 г. № 1479 «О присвоении классных чинов государственной гражданской службы Российской Федерации федеральным государственным гражданским служащим». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2020. Архивировано 6 февраль 2020 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27.12.2010 г. № 1615 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2020. Архивировано 6 февраль 2020 года.
- ↑ Постановление Президиума ГС РК от 17 января 2017 года № п357-1/17. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2017. Архивировано 25 октябрь 2017 года.