Козлов Александр Александрович (министр)
Алекса́ндр Алекса́ндрович Козло́в (1981 йылдың 2 ғинуары, Южно-Сахалинск) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министры (2020 йылдың 10 ноябренән)[1].
Рәсәй Федерацияһының Алыҫ Көнсығышты һәм Арктиканы үҫтереү буйынса министры (2018 йылдың 18 майы — 2020 йылдың 10 ноябре). Амур өлкәһе губернаторы (2015 йылдың 20 сентябре — 2018 йылдың 18 майы). Благовещенск мэры (2014 йылдың 19 сентябре — 2015 йылдың 25 марты)[2].
Биографияһы
Козлов Александр Александрович 1981 йылдың 2 ғинуарында Южно-Сахалинскиҙа тыуа. Урта мәктәпте Амур өлкәһенең Райчихинск ҡалаһында тамамлай.
2003 йылда Мәскәү хөкүмәте ҡарамағындағы Мәскәү йүнселлек академияһының Благовещенск филиалын тамамлап, юрист һөнәренә эйә була. Икенсе юғары белемде Алыҫ Көнсығыш федераль университетында («тау инженеры») ала[3].
Бизнеста
2000 йылда «Дальвостуголь» компанияһына юристконсульт булып урынлаша. 2004 йылда «Амур-уголь» итеп үҙгәртелгән компанияның Гуково ҡалаһында «Росугль» филиалының береһен етәкләй[3], бер йылдан һуң Благовещенскиҙа «Русский уголь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы директоры вазифаһын биләй[4].
2009—2010 йылдарҙа Райчихинскиҙа «Амурский уголь» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры була.
Амур өлкәһе хөкүмәтендәге эшмәкәрлеге
2011 йылда төбәк губернаторы Олег Кожемяко саҡырыуы буйынса Амур өлкәһе хөкүмәтенә дәүләт хеҙмәтенә күсә. 2011 йылдың 2 февралендә төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. шул уҡ йылдың авгусында ведомствоны етәкләй башлай[5].
2011 йылдың 23 декабрендә Амур өлкәһенең торлаҡ-коммуналь хужалығы министры итеп тәғәйенләнә һәм төбәктең иң йәш министры була[6]. Был вазифала 2014 йылдың 14 февраленә тиклем эшләй.
Благовещенск хакимиәтендәге эшмәкәрлеге һәм ҡала менән етәкселеге
2014 йылдың 14 февралендә Благовещенск хакимиәте башлығы Павел Березовскийҙың беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[7].
2014 йылдың 20 февралендә үҙ теләге менән вәкәләттәрен һалған Березовский урынына вазифа башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[8].
2014 йылдың апрелендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы эсендә өлкә үҙәге мэры вазифаһы кандидатураһына алдан тауыш биреүҙә еңеп сыға[9].
14 сентябрҙәге Берҙәм тауыш биреү көнөндә Благовещенск мэрын һайлауҙа 17828 тауыш йыйып (һайлау участкаларына килеүселәрҙең 38,68 проценты) еңеү яулай[10]. 19 сентябрҙә рәсми рәүештә вазифаһын башҡара башлай (2010 йылда бөтөрөлгәндән һуң был вазифа ҡабаттан тергеҙелә)[11].
Амур өлкәһе губернаторы
Сахалин өлкәһе губернаторы Александр Хорошавин вазифаһынан китеп, уның урынына Амур өлкәһе губернаторы Олега Кожемяко тәғәйенләнгәс, Рәсәй Федерацияһы Президентының 2015 йылдың 25 мартындағы Указы менән Амур өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса Козлов башҡара башлай[12][13].
2015 йылдың 19 июнендә губернатор һайлауҙарында «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидат була[14]. 50,64 процент тауыш йыйып, өлкә тарихында иң йәш губернатор була[15]. Үҙе мэр булып эшләгән Благовещенск ҡалаһында ни бары 30 процент тауыш йыя, ЛДПР кандидаты — 45 процент[16].
Рәсәй Федерацияһының Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса министры
18 мая 2018 йылдың 18 майында РФ Президенты Указы менән Амур өлкәһе губернаторы вазифаһынан бушатылып, Медведевтың икенсе Хөкүмәтендә Рәсәй Федерацияһының Алыҫ көнсығышты үҫтереү буйынса министры итеп тәғәйенләнә[17][18].
2019 йылдың 26 февралендә министрлыҡ үҙ вәкәләттәрен Арктика зонаһына ла киңәйтә[19].
Министр вазифаһында Козлов Арктиканы 2035 йылға тиклем үҫтереү стратегияһын һәм Алыҫ Көнсығышты 2024 йылға тиклем үҫтереү (перспективала — 2035 йылғаса) милли программаһын, шулай уҡ Алыҫ көнсығышта демографияны арттырыу, төбәктең социаль обеъкттарында ремонт эштәрен субсидиялау, «Арктика гектары» һәм Алыҫ көнсығыш төбәге халҡы өсөн йылына 2 процентлы ипотека биреү программаларын әҙерләй[20].
Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министры
2020 йылдың 9 ноябрендә Дмитрий Кобылкин отставкаға киткәндән һуң, Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министры вазифаһына тәҡдим ителә[21].
2024 йылдың 14 майында Дәүләт Думаһы тарафынан вазифаһында ҡайтанан раҫлана[22], шул уҡ көндө РФ Президенты тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуя[23].
Партия эшмәкәрлеге
«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы. Партияның Амур төбәк бүлексәһе Президиумы ағзаһы була. 2023 йылдан — фирҡәнең Юғары советы ағзаһы[24].
Эшмәкәрлегенә баһа
Николай Харитонов, Дәүләт Думаһының төбәк сәйәсәте һәм төньяҡ проблемалары буйынса комитет етәксеһе Козловтың эшен былай тип баһалай: «Козлов эшлекле, әүҙем министр булды. Беҙ 11 территориянан Чукоткала ғына күсмә комитет үткәрмәнек, ҡайһыларында икешр тапҡыр булдыҡ»[20].
2020 йылда «Ғәҙел Рәсәй» партияһы Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры вазифаһына Козловтың кандидатураһын, уның профиль биологик белеме булмау сәбәпле, хупламай[25][26].
Ғаиләһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Федерация Советының Почёт грамотаһы (2016)[30].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Александр Александрович Козлов. Правительство России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2021. Архивировано 25 июль 2020 года.
- ↑ Энциклопедия ТАСС, 2024. Козлов, Александр Александрович. Министр природных ресурсов и экологии РФ
- ↑ 1 2 Слукина, Наталья. Александр Козлов: «Верю в себя и людей!» Телепорт (16 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2014. Архивировано 22 апрель 2014 года.
- ↑ Александр Козлов: президентом было оказано высокое доверие, его надо оправдать. amur.info (26 март 2015). — «Во время работы Александра Козлова в структурах «Русского угля» его называли членом команды губернатора Амурской области Николая Колесова.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года.
- ↑ Амурское министерство строительства, архитектуры и ЖКХ лишилось руководителя. amur.info (9 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2014. Архивировано 22 декабрь 2012 года.
- ↑ В амурском правительстве назначены два министра – строительства и ЖКХ. amur.info (27 декабрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2014. Архивировано 23 декабрь 2012 года.
- ↑ Министр ЖКХ Амурской области Александр Козлов назначен первым заместителем главы администрации Благовещенска. amur.info (14 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2014. Архивировано 7 июль 2014 года.
- ↑ Павел Березовский сложил с себя полномочия главы администрации Благовещенска, amur.info (20 февраль 2014). 30 май 2018 тикшерелгән.
- ↑ На праймериз единороссов по кандидатуре на должность мэра Благовещенска победил Александр Козлов. amur.info (14 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2014. Архивировано 23 июнь 2014 года.
- ↑ На выборах мэра Благовещенска победил Александр Козлов. Порт Амур (15 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2014. Архивировано 15 июль 2015 года.
- ↑ Александр Козлов официально вступил в должность мэра Благовещенска. amur.info (19 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2014. Архивировано 20 сентябрь 2014 года.
- ↑ Александр Козлов назначен временно исполняющим обязанности губернатора Амурской области. Kremlin.ru (25 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 25.03.2015 г. № 164 «Об исполняющем обязанности губернатора Амурской области». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2020. Архивировано 27 ғинуар 2020 года.
- ↑ «Единая Россия» выдвинула на выборы губернатора Александра Козлова. «Амурская правда» №107 (28151) (19 июнь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2015. Архивировано 20 июнь 2015 года.
- ↑ Инаугурация губернатора Амурской области прошла в Благовещенске. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
- ↑ На инаугурацию Александра Козлова приедут главы трех дальневосточных регионов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2016. Архивировано 15 апрель 2016 года.
- ↑ Кто вошел в новое правительство. Полный список, Ведомости (18 май 2018). 18 май 2018 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 18.05.2018 г. № 241 «О Министре Российской Федерации по развитию Дальнего Востока». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2020. Архивировано 27 ғинуар 2020 года.
- ↑ Полномочия Минвостокразвития России расширены на Арктическую зону Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2019. Архивировано 7 март 2019 года.
- ↑ 1 2 Александр Козлов - министр природных ресурсов и экологии Российской Федерации, Биография, Статьи, Фото, Видео - Свободная Пресса. svpressa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2022. Архивировано 20 декабрь 2021 года.
- ↑ Кадровые перестановки: Александр Козлов выдвинут на пост министра природных ресурсов и экологии. Вести (9 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2020. Архивировано 9 ноябрь 2020 года.
- ↑ Госдума утвердила Козлова министром природных ресурсов и экологии России. РИА "Новости" (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Биография Александра Козлова. tass.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2022. Архивировано 28 апрель 2022 года.
- ↑ Анатолий Грешневиков: «СР» воздержалась от поддержки кандидатуры Александра Козлова на должность главы Минприроды. Справедливая Россия (10 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2024.
- ↑ Фракция «СРЗП» в Госдуме проголосует против четырёх кандидатур на посты министров РФ. Справедливая Россия (24 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2024.
- ↑ Врио губернатора Амурской области Александр Козлов сочетался браком. amur.info (28 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2015. Архивировано 31 март 2015 года.
- ↑ Козлов Александр Александрович: биография. ПроНедра. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2024.
- ↑ У министра Александра Козлова родился сын. Порт Амур (30 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2024.
- ↑ Козлов Александр Александрович
Һылтанмалар
- Энциклопедия ТАСС, 2024. Козлов, Александр Александрович. Министр природных ресурсов и экологии РФ
- Александр Александрович Козлов : [арх. 20.05.2018]. — Правительство Российской Федерации. — Дата обращения: 20.05.2018.
- Козлов Александр Александрович : [арх. 20.05.2018]. — Администрация Амурской области. — Дата обращения: 10.04.2015.
- Биография Александра Козлова. — РИА Новости. — Дата обращения: 26.03.2015.
- Козлов Александр Александрович : [арх. 30.05.2018]. — ТАСС. — Дата обращения: 30.05.2018.
- Козлов Александр Александрович. — Амурское региональное отделение партии «Единая Россия». — Дата обращения: 20.09.2014.