Голикова Татьяна Алексеевна
Голикова Татьяна Алексеевна (9 февраль 1966 йыл) — иҡтисадсы-ғалим, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2018 йылдың 18 майынан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең социаль сәйәсәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре докторы (2008), профессор (2017). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2004) һәм 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2003). 2-се (2016), 3-сө (2012) һәм 4-се (2008) дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
Биографияһы
Татьяна Алексеевна Голикова 1966 йылдың 9 февралендә Мәскәү өлкәһенең Мытищи ҡалаһында Любовь Михайловна һәм Алексей Геннадьевич Голиковтар ғаиләһендә тыуған. Атаһы заводта эшләй, әсәһе — тауар белгесе була.
Урта мәктәпте Одинцов районының Лесной Городок ҡасабаһында тамамлай. Уҡыған йылдарында мәктәп комсоргы була[1][2][3].
Белеме
1987 йылда «хеҙмәт иҡтисады» һөнәре һәм «иҡтсадсы» квалификацияһы буйынса Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтының дөйөм иҡтисад факультетын тамамлай[1][4].
2005 йылда Санкт-Петербург дәүләт инженер-иҡтисад университетында иҡтисад фәндәре докторы профессор А. Н. Михайлушкиндың ғилми етәкселегендә әҙерләнгән «Формирование организационно-экономического механизма управления экономикой Российской Федерации на основе эффективного регулирования межбюджетных отношений» темаһына кандидатлыҡ, 2008 йылда — «иҡтисад фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, шул уҡ юғары уҡыу йорто докторантураһында әҙерләнгән докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[5].
Һөнәри карьераһы
Дәүләт хеҙмәт комитетында
1987 йылда институт тамамлағандан һуң, СССР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау дәүләт комитеты Хеҙмәт ғилми-тикшеренеү институтының эш хаҡы бүлегендә кесе ғилми хеҙмәткәр[3][6].
РСФСР һәм Рәсәй Финанс министрлыҡтарында
• 1990 йылдан 1-се категориялы һәм төп иҡтисадсы[7];
• 1992 йылдан Бюджет департаментының төп иҡтисадсыһы, баш иҡтисадсыһы, бюджет сәйәсәте һәм анализ бүлеге, 1995 йылдан — департамент етәксеһе урынбаҫары — тупланма бюджет бүлеге начальнигы;
• 1996 йылдан Бюджет департаменты етәксеһе урынбаҫары; 1998 йылдан — департамент етәксеһе, министрлыҡтың коллегия ағзаһы[8][9];
• 1999 йылдан министр урынбаҫары; 2002 йылдан — министрҙың беренсе урынбаҫары; 2004 йылдан — министр урынбаҫары (федераль министрҙарҙың беренсе урынбаҫарҙары һанын кәметеүҙе күҙ уңында тотҡан административ реформа һөҙөмтәһендә был вазифаға күсерелә)[10]..
Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры
2007 йылдың сентябренән РФ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры, 2009 йылдан бер үк ваҡытта вазифаһы буйынса Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фонды идараһы рәйесе[4][11].
2012 йылдың майынан — Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы[12][13].
2013 йылдың 20 сентябренән — Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы рәйесе[14][15]. Шул уҡ көндө Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән ул, икенсе вазифаға күсеү менән бәйле, Президент ярҙамсыһы вазифаһынан бушатыла [16].
2018 йылдың 18 майынан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары[17], 2024 йылдың 11 майынан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең вице-премьеры[18]. 14 мая президент РФ подписал указ о назначении[19].
Шәхси тормошо
Ғаиләһе
Татьяна Голикова икенсе тапҡыр кейәүҙә.
• Беренсе ире: Дровосеков Андрей Владимирович (15.10.1964)[20][21], «Северсталь» компанияһының топ-менеджеры, Австрияның Вена ҡалаһында даими йәшәй һәм эшләй. Никах биш йыл дауам итә; Голикова әйтеүенсә, айырылышыуға «тормошҡа төрлө ҡараштар» сәбәпсе була[22].
• Икенсе ире: Христенко Виктор Борисович (уның өсөн был шулай уҡ икенсе никах, 2003 йылда өйләнешәләр) — ул ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары. Голикованың үҙ балалары юҡ. Үгәй улы Владимир Христенко нигеҙ һалған «Нанолек» фармацевтика компанияһының милексеһе[23].
Голикова православие динендә; 22 йәшендә суҡындырыла. 2001 йылда Христенко һәм Голикова Старицкий Изге Успенский монастырын тергеҙеү хәйриә фондын ойоштора. Бер нисә эре бизнесмен да фондҡа нигеҙ һалыусы. Монастырҙы тергеҙеүҙә ҡатнашҡаны өсөн Голикова һәм Христенко сиркәү наградалары ала.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм хәйриә эше
• Голикова “Со-берләшмә” һуҡыр һәм һаңғырауҙарға ярҙам фондының Попечителлек советына инә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (29 ғинуар 2016 йыл) — «дәүләт алдындағы ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн»[24].
• III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012 йыл)[25].
• IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (23 декабрь 2008 йыл) — «Көньяҡ Осетия Республикаһының зыян күргән халҡына ярҙам күрһәтеү буйынса саралар ойоштороуҙа һәм үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн».
• Почёт ордены (9 февраль 2006 йыл) — «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығына арналған байрам сараларын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн»[26].
• Дуҫлыҡ ордены (16 ноябрь 2006 йыл) — «Санкт-Петербург ҡалаһында «Һигеҙ төркөмө» ағзалары булған илдәрҙең дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуын әҙерләүгә һәм үткәреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн»[27].
• I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (25 октябрь 2004 йыл) — «ҡанундар сығарыу эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн»[28].
• II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (12 апрель 2001 йыл) — «иҡтисад-финанс эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн»[29].
• I дәрәжә П. А. Столыпин миҙалы (9 февраль 2016 йыл) — «илдең социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик бурыстарын хәл итеүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн»[30].
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (22 февраль 2004 йыл) — «иҡтисад һәм финанс эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн»[31].
• Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (10 февраль 2011 йыл) — «дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн»[32].
• Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (7 сентябрь 2002 йыл) — Финанс-иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендә дәүләт алдындағы хеҙмәттәре өсөн һәм Рәсәй Финанс министрлығының 200 йыллығы айҡанлы[33].
• «Дағстан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (27 июнь 2011 йыл).
• «Чечен Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (5 февраль 2009 йыл) — «Чечен Республикаһының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн»[34].
• 2003 йылда Рәсәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштарын йәмәғәт таныуы «Олимпия» милли премияһы лауреаты[35].
• «Дәүләт идаралығындағы шәхес» номинацияһында «2008 йыл кешеһе» халыҡ-ара премия лауреаты[36].
• 2014 йылдың мартында «Огонёк» журналының «Рәсәйҙең иң абруйлы 100 ҡатын-ҡыҙы» рейтингында 3-сө урынды ала[37]..
• Дәүләт думаһының «Парламентаризмды үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» Почёт билдәһе (2016)[38].
Класс чины
• Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге 1-се класлы дәүләт советнигы (2003 йылдың 28 авгусы).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Голикова Татьяна Алексеевна. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 22 февраль 2015 года.
- ↑ Никита Красников. Математику у Эльвиры Набиуллиной списывал весь класс, а у Татьяны Голиковой отняли золотую медаль. Комсомольская правда (26 сентябрь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.
- ↑ 1 2 Всеволод Бельченко. Она бюджету отдана. «Огонёк», № 6 (5115) (15 февраль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 25 февраль 2019 года.
- ↑ 1 2 Биография: Татьяна Голикова. ИТАР-ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 23 сентябрь 2013 года.
- ↑ Диссертация на тему «Формирование организационно-экономического механизма управления экономикой Российской Федерации на основе эффективного регулирования межбюджетных отношений». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2016. Архивировано 24 август 2018 года.
- ↑ Ольга Звонова. Татьяна Голикова. Досье. Аргументы и факты (9 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 12 сентябрь 2013 года.
- ↑ Структура. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2018. Архивировано 31 ғинуар 2018 года.
- ↑ Голикова Татьяна Алексеевна. Коммерсантъ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 15 сентябрь 2013 года.
- ↑ Голикова Татьяна Алексеевна. Официальный сайт Президента России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2013. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.
- ↑ Голикова Татьяна Алексеевна. Личное дело. Газета «Коммерсантъ», №20 (4320) (5 февраль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2013. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.
- ↑ Нина Кострецова. Медстрах возглавил финансист. Российская газета (18 ноябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2013. Архивировано 8 декабрь 2015 года.
- ↑ Указ Президента РФ от 21.05.2012 № 673. Официальный сайт Президента России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 21 сентябрь 2013 года.
- ↑ Владимир Путин огласил состав правительства (рус.), Lenta.ru (21 май 2012). 21 май 2012 тикшерелгән.
- ↑ Утреннее пленарное заседание Госдумы 20 сентября 2013 года. Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации (20 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2015 года.
- ↑ Постановление Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации от 20 сентября 2013 года № 2859-6 ГД «О Председателе Счетной палаты Российской Федерации» Архивная копия от 27 сентябрь 2013 на Wayback Machine
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 20 сентября 2013 года № 723 «О Голиковой Т. А.» Официальный интернет-портал правовой информации (20 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 21 сентябрь 2013 года.
- ↑ Kremlin.ru. Рабочая встреча с Председателем Правительства Дмитрием Медведевым (рус.).
- ↑ Госдума утвердила Голикову заместителем председателя правительства. РИА Новости (13 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Дровосеков Андрей Владимирович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2021. Архивировано 19 сентябрь 2021 года.
- ↑ Информационное агентство Банки.ру. Татьяна Голикова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2021. Архивировано 19 сентябрь 2021 года.
- ↑ Ева Меркачева. Татьяна Голикова: «Секрет красоты — любить и быть любимой». www.womanhit.ru (25 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2013. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.
- ↑ Компания пасынка Татьяны Голиковой занялась разработкой вакцины от COVID-19 Архивная копия от 9 ғинуар 2022 на Wayback Machine // 29.05.2020 г. Forbes.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 29 января 2016 года № 31 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2016. Архивировано 12 октябрь 2019 года.
- ↑ Пьер Сидибе. Татьяна Голикова получила орден. Известия (11 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2013. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 9 февраля 2006 года № 86 «О награждении орденом Почета Голиковой Т. А.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16 ноября 2006 года № 1294 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 25 декабря 2004 года № 1598 «О награждении медалью ордена „За заслуги перед Отечеством“ I степени Голиковой Т. А.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 апреля 2001 года № 417 «О награждении медалью ордена „За заслуги перед Отечеством“ II степени работников Министерства финансов Российской Федерации»
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 9 февраля 2016 года № 181-р «О награждении медалью Столыпина П. А. I степени Голиковой Т. А.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2016. Архивировано 31 ғинуар 2018 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 22 февраля 2004 года № 256 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальный сайт Президента России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2013 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 10 февраля 2011 года № 76-рп «О награждении Почётной грамотой Президента Российской Федерации Голиковой Т. А.» Официальный сайт Президента России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 13 май 2013 года.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 7 сентября 2002 года № 1248-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации работников Министерства финансов Российской Федерации»
- ↑ Указ от 05.02.2009 г № 41. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2022. Архивировано 12 август 2022 года.
- ↑ Официальный сайт Российской академии бизнеса и предпринимательства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2022. Архивировано 28 июль 2021 года.
- ↑ Названы лауреаты премии Персона года 2008
- ↑ Рейтинг «100 самых влиятельных женщин России» журнала «Огонёк». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2014. Архивировано 2 июль 2014 года.
- ↑ Татьяна Голикова получила награду за развитие парламентаризма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2016. Архивировано 10 август 2016 года.
Һылтанмалар
• Биография Татьяны Голиковой. ТАСС (18 май 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2023.