Оверчук Алексей Логвинович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Оверчук Алексей Логвинович
Alexey Overchuk govru.png
21 ғинуар 2020
Тыуған 9 декабрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (60 йәш)
Белеме
Наградалары
I дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" орден миҙалы II  дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Оверчу́к Алексе́й Лóгвинович (9 декабрь 1964 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, иҡтисадсы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары (2020 йылдың 21 ғинуарынан, 2024 йылдың 7-12 майында — вазифа башҡарыусы)[2][3].

2011—2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары була. Рәсәй Федерацияһының 2-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы.

Алексей Логвинович Оверчук 1964 йылдың 9 декабрендә Украин ССР-ының Житомир өлкәһе Коростышев ҡалаһында тыуа.

1986 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын «иҡтисади кибернетика» һөнәре буйынса тамамлай.

1986—1993 йылдарҙа ошо уҡ уҡыу йортонда Агросәнәғәт комплексының хужалыҡ механизмын камиллаштырыу лабораторияһында өлкән лаборант, кесе фәнни хеҙмәткәр, фәнни хеҙмәткәр, өлкән хеҙмәткәр, өлкән фәнни хеҙмәткәр булып эшләй.

1992 йылда ошо уҡ вузда году «Организация управления кооперативной формой хозяйствования в АПК» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, иҡтисад фәндәре кандидаты.

1993—1994 йылдарҙа Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек идаралығының баш белгесе, 1994—1998 йылдарҙа — эштәр идаралығының халыҡ-ара бүлеге начальнигы урынбаҫары, 1998 йылда — Рәсәй Федерацияһының Ер ресурстары һәм ер ҡоролошо буйынса дәүләт комитеты (Роскомзам) Дәүләт ер кадастры һәм теркәү идаралығының күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү бүлеге начальнигы урынбаҫары.

1998 йылда РФ Ер сәйәсәте, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы була.

1998—1999 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт ер комитетының Мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы булып эшләй.

1999—2000 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Ер сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы.

2000 йылдың авгусынан — Рәсәйҙең Ер кадастры федераль хеҙмәте (Росземкадастр) етәксеһе урынбаҫары (2004 йылдан Күсемһеҙ милек объекттары кадастры федераль агентлығы (Роснедвижимость) тип үҙгәртелә). Һуңынан Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте (Росреестр) тип үҙгәртелгән Роснедвижимоста Михаил Мишустин беренсе вазифа биләй, ә Оверчук уның ҡулы аҫтында эшләй[4].

2000—2007 йылдарҙа БМО-ның Европа иҡтисад комиссияһының ер ресурстары менән идара итеү буйынса эш төркөмөнөң рәйес урынбаҫары һәм бюро ағзаһы итеп һайлана[5].

2007 йылда Михаил Мишустин етәкселегендә Айырым иҡтисади зоналар менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ башлығы урынбаҫары булып эшләй, инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эште координациялай.

2008—2010 йылдарҙа Мишустин етәкләгән ОФГ Инвест инвестиция компаниялары төркөмөндә етәксе вазифалар биләй.

Алексей Оверчук Евразия иҡтисади комиссияһы советы ултырышында, 2020 йыл

2011 йылдың мартынан Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. Стандарттар менән идара итеү һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек эшмәкәрлеген координациялай һәм контролләй. Шулай уҡ мәғлүмәт менән автоматик алмашыу тураһында Рәсәйҙең халыҡ-ара килешеүҙәрен ҡулланыу мәсьәләләре буйынса ведомство һәм территориаль һалым органдары эшен методологик һәм ойоштороу йәһәтенән координациялай[5].

2020 йылдың 21 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары. Уның яуаплылыҡ даирәһенә евразия интеграцияһы, халыҡ-ара (БДБ, БРИКС, G20 һәм башҡалар) ойошмалар менән хеҙмәттәшлек, Хөкүмәт Рәйесе ҡатнашлығында халыҡ-ара сараларҙы планлаштырыу һәм ойоштороу мәсьәләләре инә[6].

2023 йылдың ноябрендә Оверчук Сан-Францискола үткән һәм климат мәсьәләлре тикшерелгән Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге (АТЭС) саммитында Рәсәй делегацияһын етәкләй[7].

2024 йылдың 11 майында Михаил Мишустин Дәүләт Думаһына Хөкүмәттең яңы составын ҡарауға индерә, Оверчуктың кандидатураһын вице-премьер вазифаһына тәҡдим итә[8]. 13 майҙа Дәүләт думаһы уны ошо вазифаға раҫлай[9]. 14 майҙа РФ Президенты тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуя[10]. Оверчук Евразия киңлегендә интеграция өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен, БРИКС, ШОС, «Ҙур егерме» эшмәкәрлеген координациялауҙы дауам итә[11].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атаһы, Оверчук Логвин Алексеевич (1932—2007), Бөтә Рәсәй Ауыл хужалығы иҡтисады фәнни-тикшеренеү институтында эшләй. Рәсәй Федерацияһының АҠШ-тағы илселегендә ауыл хужалығы буйынса атташе була[14]. 2007 йылдың 25 июнендә вафат була, Мәскәүҙең Троекуров зыяратында ерләнгән[15].

Әсәһе, Оверчук Нелли Александровна (1936—2009), Бөтә Рәсәй Агросәнәғәт комплексын техник-иҡтисади тикшереү фәнни-тикшеренеү институтында (ВНИИТЭИагропром) эшләй[16].

По данным декларации за 2018 йыл өсөн декларация мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм майҙаны 2200 квадрат метр булған ике ер майҙаны, дөйөм майҙаны 225,6 квадрат метр булған өс фатир һәм бер Ford Focus автомобиле бар. Шул уҡ ваҡытта килеме 8 786 378 һум тәшкил итә[17].

Ҡатынының килеме 1 636 351 һум, өҫтәмә рәүештә дөйөм майҙаны 96 квадрат метр булған ике фатирға эйә[18].

  1. Оверчук Алексей Логвинович // https://www.biografija.ru/biography/overchuk-aleksej-logvinovich.htm
  2. Алексей Оверчук стал вице-премьером России // ИА REGNUM. Дата обращения: 21 ғинуар 2020. Архивировано 16 март 2020 года.
  3. Правительство России переходит в статус и.о. до назначения нового состава. TACC. Дата обращения: 7 май 2024.
  4. Бессменный заместитель и давняя коллега: вице-премьерами стали двое подчиненных Мишустина // Московский комсомолец. Дата обращения: 25 ғинуар 2020. Архивировано 25 ғинуар 2020 года.
  5. 1 2 Новым ответственным за ИТ в России стал давний коллега нового премьера // CNews. Дата обращения: 24 ғинуар 2020. Архивировано 25 ғинуар 2020 года.
  6. Распределение обязанностей между заместителями Председателя Правительства. Дата обращения: 30 апрель 2020. Архивировано 29 апрель 2020 года.
  7. ТАСС, 17 ноября 2023. Оверчук заявил, что тема Украины в начале саммита АТЭС звучала в основном фоново
  8. О чем говорит новая конфигурация российского правительства. РБК (11 май 2024). Дата обращения: 13 май 2024.
  9. Госдума утвердила Оверчука заместителем председателя правительства. РИА Новости (13 май 2024). Дата обращения: 13 май 2024.
  10. Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Дата обращения: 14 май 2024.
  11. Михаил Мишустин утвердил распределение обязанностей между вице-премьерами. government.ru (17 май 2024). Дата обращения: 17 май 2024.
  12. Указ Президента Российской Федерации от 12.06.2017 № 266 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» // Собрание законодательства Российской Федерации. Дата обращения: 26 ғинуар 2020. Архивировано 6 июнь 2020 года.
  13. Указ Президента Российской Федерации от 25.10.2014 № 680 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» // Собрание законодательства Российской Федерации. Дата обращения: 26 ғинуар 2020. Архивировано из оригинала 6 июнь 2020 года.
  14. Ю.Н. ВАВИЛОВ В долгом поиске // Книга о братьях Николае и Сергее Вавиловых. Дата обращения: 24 ғинуар 2020. Архивировано 24 ғинуар 2020 года.
  15. Логвин Алексеевич Аверчук // BillionGraves. Дата обращения: 24 ғинуар 2020. Архивировано 24 ғинуар 2020 года.
  16. Н. А. Оверчук «Совершенствование организационно-экономических форм агрохимического обслуживания сельского хозяйства» // Biblus. Дата обращения: 24 ғинуар 2020. Архивировано 6 июнь 2020 года.
  17. Алексей Оверчук // Finparty. Дата обращения: 25 ғинуар 2020. Архивировано 25 ғинуар 2020 года.
  18. Оверчук Алексей Логвинович // Деклатор. Дата обращения: 25 ғинуар 2020. Архивировано 25 ғинуар 2020 года.