Мурашко Михаил Альбертович

Мура́шко Михаи́л Альбе́ртович (1967 йылдың 9 ғинуары, Екатеринбург) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, 2020 йылдың 21 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры[1][2].

Медицина фәндәре докторы. И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты профессоры. «Акушерлыҡ һәм гинекология», «һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу» һөнәрҙәре буйынса юғары категорияға эйә[2].

Рәсәй Федерацияһының 2-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы[2].

Биографияһы

Михаил Мурашко 1967 йылда Свердловск ҡалаһында тыуған. 1984 йылда физика, математика һәм химия фәндәре тәрәнәйтеп өйрәнелгән ҡала мәктәбен тамамлаған[3]. Урал дәүләт медицина университетына (УДМИ) уҡырға ингән, әммә икенсе курстан һуң Ҡораллы көстәргә ябай һалдат булып саҡырылған (ул осорҙа хәрби кафедраһы булмаған юғары уҡыу йорттары студенттарына хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы кисектереү ҡаралмаған) һәм 1986—1988 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән[4][5]. Запасҡа сыҡҡас, үҙ институтында уҡыуын дауам иткән.

1992 йылда Мурашко УДМИ-ны тамамлаған, шунан һуң 1996 йылға тиклем Коми Республикаһының Сыктывкар ҡалаһындағы Республика дауаханаһында табип-интерн һәм акушер-гинеколог булып эшләгән. 1996 йылда тәүҙә «Коми республика перинаталь үҙәге» учреждениеһының консультация-диагностика эше буйынса баш табип урынбаҫары, ә һуңынан баш табибы итеп тәғәйенләнгән. «Особенности течения и исходы родов у женщин с некоторыми видами урогенитальной инфекции» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. 1996—1999 йылдарҙа Республика медицина берләшмәһенең баш табибы вазифаһын биләгән. 2000—2006 йылдарҙа Республика перинаталь үҙәгенең баш табибы булып эшләгән[2].

2005 йылда Мәскәү өлкә акушерлыҡ һәм гинекология фәнни-тикшеренеү институтында «Современные аспекты оказания акушерской помощи в регионе с низкой плотностью населения» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған[2].

2006 йылда Мурашко дәүләт хеҙмәтенә күскән һәм Коми Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын биләгән. Бер үк ваҡытта 2011 һәм 2012 йылдарҙа Рәсәй Һаулыҡ һәм социаль үҫеш министрлығының Киров дәүләт медицина академияһы Сыктывкарҙа урынлашҡан республика филиалының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһын етәкләгән[2].

2011 йылда Мурашко Коми Республикаһының дауалау учреждениелары өсөн 2009 йылда компьютер томографтарын арттырылған хаҡҡа һатып алыуға бәйле енәйәт эше буйынса шаһит булараҡ үткән[6].

2012 йылда Мурашко Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. 2013 йылдан ведомство етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарған, ә 2015 йылдың 14 июлендә рәсми рәүештә Росздравнадзорҙы етәкләгән.

2020 йылдың 21 ғинуарында Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Мурашко Михаил Мишустиндың хөкүмәтендә Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры итеп тәғәйенләнгән.

2024 йылдың 14 майында Дәүләт Думаһы Мурашконы Михаил Мишустиндың хөкүмәтендә Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһына ҡабаттан раҫлаған[7], шул уҡ көндә Рәсәй Президенты тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйған[8].

Медицина фәндәре докторы. И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты профессоры[2].

«Национальное здравоохранение» исемле яңы рецензияланыусы медицина журналының баш мөхәррире[9]. 2026 йылға ҡарата «Акушерство и гинекология» фәнни баҫмаһының мөхәрририәт коллегияһы составына ингән.

Ғаиләһе

Михаил Мурашко өйләнгән, ике балаһы бар[10].

Наградалары һәм премиялары

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2018);
  • Ҡаҙаныштар орденының йондоҙло командоры (2021, Венгрия)[11];
  • II дәрәжә «Намыҫ һәм дан» ордены (2024, Абхазия) — һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә индергән өлөшө, халыҡ һаулығын һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары, Абхазия Республикаһы граждандарына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойошторғаны өсөн[12];
  • «Евразия иҡтисади союзын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» миҙалы (2019 йылдың 29 майы, Юғары Евразия иҡтисади советы)[13];
  • «Евразия иҡтисади союзына 10 йыл» миҙалы (2024 йылдың 26 декабре, Юғары Евразия иҡтисади советы)[14];
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең рәхмәте (2018);
  • «Севастополдең Рәсәйгә кире ҡайтарылыуына 10 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (2024 йылдың 1 марты) — Севастополь ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө өсөн[15];
  • «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» күкрәк билдәһе (2014);
  • Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ике Почёт грамотаһы (2001, 2006);
  • «Наркоконтроль органдарына булышлыҡ иткән өсөн» миҙалы (2016);
  • «Хәрби берҙәмлек өсөн» миҙалы (2016);
  • «Ватан һаулыҡ һаҡлауы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2016);
  • «Чечен Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2017);
  • «Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең „П“ идаралығы 3-сө бүлегенә 45 йыл» юбилей миҙалы (2018);
  • «Сочи ҡалаһындағы 2014 йылғы XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары һәм XI Ҡышҡы Паралимпия уйындары» иҫтәлекле миҙалы (2014);
  • Рәсәй Эске эштәр министрлығының «Халыҡ-ара полиция хеҙмәттәшлегенә 100 йыл» иҫтәлекле юбилей миҙалы (2015);
  • «Енәйәт-башҡарыу системаһының медицина хеҙмәте» иҫтәлекле билдәһе (2019);
  • Рәсәй машина эшләүселәр союзының грамотаһы (2019);
  • Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәхмәте;
  • Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең рәхмәте (2019);
  • Ингушетия Республикаһының Почёт грамотаһы (2016);
  • Коми Республикаһының Почёт грамотаһы (2004).

Мауығыуҙары

Михаил Мурашко сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара. Ул эш сәфәрҙәрен йыш ҡына велосипедта йөрөүҙән башлай: 2023 йылда уны Өфөлә, ә 2024 йылда Хабаровскиҙа велосипедта күргәндәр. Министр үҙе әйтеүенсә, эш сәфәрҙәрендә ул велосипедта йөрөү өсөн иртәнге сәғәт алты менән ете араһында ваҡыт бүлә.

Мурашко театрҙарға йөрөй, әммә тығыҙ эш графигы арҡаһында спектаклдәрҙе һәр ваҡыт аҙағынаса ҡарай алмай. Мәҫәлән, Сергей Полуниндың «Мастер и Маргарита» драматик балеты менән шулай булған. Мурашко әҫәрҙе бөтөнләй үҙенсәлекле, «гүзәл», әммә бик оҙон тип баһалаған[16].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Путин назначил Михаила Мурашко министром здравоохранения. 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  2. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Мурашко, Михаил Альбертович. 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  3. ↑ Биография Михаила Мурашко: что известно о новом министре здравоохранения России. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 25 февраль 2020 года.
  4. ↑ Биография Михаила Мурашко. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 28 ноябрь 2023 года.
  5. ↑ А. Ванденко. Михаил Мурашко: хватит испытывать систему на прочность! ТАСС (15 ноябрь 2021). — «практически всех моих сокурсников призвали… попал в войска МВД… забирали после второго курса… рядовым…» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 4 октябрь 2025 года.
  6. ↑ Новый министр здравоохранения России был свидетелем по уголовному «делу о томографах» в Коми (22 ғинуар 2020). 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  7. ↑ Госдума утвердила Мурашко министром здравоохранения. РИА "Новости" (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 23 май 2024 года.
  8. ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 12 октябрь 2025 года.
  9. ↑ Журнал. 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  10. ↑ Биография нового министра здравоохранения Михаила Мурашко. 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  11. ↑ A Magyar Érdemrend parancsnoki keresztje a csillaggal (венг.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  12. ↑ Аслан Бжания наградил Михаила Мурашко орденом «Ахьдз-Апша» II степени. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024. Архивировано 22 апрель 2024 года.
  13. ↑ Решение Высшего Евразийского экономического совета от 29 мая 2019 года № 3 «О награждении медалью «За вклад в развитие Евразийского экономического союза». rospatent.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025. Архивировано 16 июль 2025 года.
  14. ↑ Решение Высшего Евразийского экономического совета от 26 декабря 2024 года № 20 «О награждении медалью «10 лет Евразийскому экономическому союзу». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2025. Архивировано 21 ғинуар 2025 года.
  15. ↑ Михаил Мурашко. www.mk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025. Архивировано 14 июль 2025 года.
  16. ↑ Михаил Мурашко: биография, достижения и проблемы министра здравоохранения России. Новости Mail:картина дня в России и мире. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025. Архивировано 22 июль 2025 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә