Котяков Антон Олегович
Котяко́в Анто́н Оле́гович (15 август 1980 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы. Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры (2020 йылдың 21 ғинуарынан[1][2]. 2024 йылдың майында Рәсәйҙең яңы Хөкүмәтен формалаштырғанда вазифаһына ҡайтанан тәғәйенләнә.
Рәсәй Федерацияһының 3-сө класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы. Рәсәй Федерацияһы финанстар министры урынбаҫары (2017—2020)[3].
Биографияһы
Антон Олегович Котяков родился 1980 йылдың 15 авгусында Куйбышев ҡалаһында (хәҙер — Һамар) тыуа.
1997 йылда авиация йүнәлешле 135-се Һамар лицей мәктәбен тамамлай. 2002 йылда Һамар дәүләт иҡтисад академияһынан ҡыҙыл диплом һәм «Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары теорияһы һәм ойоштороу» һөнәрен алып сыға. 2001 йылдан алып 2005 йылдың авгусына тиклем Һамар өлкәһе хакимиәтенең финанстар менән идара итеү департаментында эшләй, әйҙәүсе белегстән консультантҡа тиклем юл үтә.
2005 йылда аспирантура тамамлай, «Рынок российских субфедеральных долговых ценных бумаг: становление и развитие» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, иҡтисад фәндәре кандидаты.
2005 йылдың авгусынан 2007 йылдың июленә тиклем Һамар өлкәһе Финанстар менән идара итеү минитсрлығының бүлек мөдире булып эшләй, һуңынан шул уҡ ойошмала өлкә бюджеты үтәлеше һәм отчет департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнә, ошо вазифала 2012 йылдың апреленә тиклем эшләй.
2011 йылда РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы академияһының «административ һәм финанс хоҡуҡ» специальносы буйынса магистратураһын тамамлай.
2012 йылдың апреленән 2014 йылдың мартына тиклем Федераль ҡаҙнаның функциональ эшмәкәрлекте камиллаштырыу идаралығы начальнигы булып эшләй.
2014 йылдың мартында Мәскәү өлкәһе хөкүмәтенә күсә. 2017 йылдың ғинуарына тиклем өлкәнең финанстар министры вазифаһын биләй, һуңынан шунда уҡ берләштерелгән Иҡтисад һәм финанстар минитсрлығын етәкләй.
2017 йылдың майынан 2020 йылдың ғинуарына тиклем Рәсәй Федерацияһының финанстар министры урынбаҫары була.
Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы Дәүләт идаралығы юғары мәктәбенең идара итеү кадрҙары резервы программаһының өсөнсө төркөмө ҡатнашыусыһы (2019).
2020 йылдың 21 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин указы менән Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры итеп тәғәйенләнә[1].
2024 йылдың 14 майында ошо вазифаға ҡабаттан раҫлана[4], шул уҡ көндө РФ Президенты тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуя[5].
Рәсәй Федерацияһының 3-сө класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы. Һамар өлкәһенең 1-се класлы дәүләт советнигы.
Санкциялар
Котяков Евросоюздың, АҠШ-тың, Канаданың, Швейцарияның, Австралияның,Яңы Зеландияның санкциялар исемлегенә инә[6][7][8].
Наградалары
- 3-сө дрәжә «Мәскәү өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (2017)[9]
- Мәскәү өлкәһе губернаторының Почёт грамотаһы (2015)[9]
- «Генерал-полковник Дутов» миҙалы (2013)[9]
- Рәсәй Федерацияһы федераль ҡаҙнаһының Почёт грамотаһы (2012)[9]
- Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Рәхмәте (2012)[9]
- «Федераль ҡаҙнаға 20 йыл» миҙалы (2012)[9]
- Һамар өлкәһе Финанстар менән идара итеү министрлығының Почёт грамотаһы (2010)[9]
Класлы чин
- Рәсәй Федерацияһының 3-сө класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2018)[10].
Ғаиләһе
Өйләнгән, өс бала атаһы[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Подписаны указы о назначении министров Правительства Российской Федерации // Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2020. Архивировано 25 ғинуар 2020 года.
- ↑ Котякова назначили министром труда и социальной защиты // РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2020. Архивировано 22 ғинуар 2020 года.
- ↑ Энциклопедия ТАСС, 2024. Котяков, Антон Олегович. Министр труда и социальной защиты РФ
- ↑ Госдума утвердила Котякова на должность главы Министерства труда. РИА "Новости" (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Эрдни Кагалтынов. Канада ввела санкции против МГИМО, ВШЭ, Юнармии и клуба «Валдай». kommersant.ru (22 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2023.
- ↑ Official Journal of the European Union // COUNCIL REGULATION (EU) 2022/2474. — 16 декабрь (т. Volume 65). — С. 506. Архивировано 24 декабрь 2022 года.
- ↑ The United States Takes Sweeping Actions on the One Year Anniversary of Russia’s War Against Ukraine. United States Department of State (24 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2023. Архивировано 28 февраль 2023 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Самарец Антон Котяков назначен Министром труда РФ Архивная копия от 29 сентябрь 2020 на Wayback Machine, ГТРК Самара
- ↑ Биография министра труда и социальной защиты Антона Котякова Архивная копия от 23 ғинуар 2020 на Wayback Machine, ТАСС
- ↑ Биография Котякова Антона Олеговича. Министерство труда и социальной защиты России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2021. Архивировано 20 февраль 2021 года.