Мантуров Денис Валентинович

Мантуров Денис Валентинович (23 февраль 1969 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары (14 май 2024 йыл)[2][3]. Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры (2012—2024).

Мәскәү дәүләт университеты Социлогия факультетының социаль технологиялар кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2022). Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы.

Биографияһы

Денис Валентинович Мантуров 1969 йылдың 23 февралендә Мурманскиҙа тыуа. Атаһы Мурманск комсомолының ҡала комитеты секретары була.

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының социология факультетын социолог һөнәре буйынса тамамлай (1994).

1997 йылда ошо уҡ уҡыу йортоноң аспирантураһын тамамлай, «Социально-экономический анализ инвестиционной деятельности в регионах России» темаһына буйынса диссертация яҡлап, фән кандидаты дәрәжәһен ала.

2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын (Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы), «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай.

1990 йылдар башында һауа юлдары аша йөк ташыу менән шөғөлләнгән Рәсәй-Һиндостан берлектәге предприятиеһында эшләй.

1993 йылдан Улан-Удэ авиация заводының Ми-8 вертолёттарын экспортлау менән шөғөлләнә.

1998—2000 йылдарҙа Улан-Удэ авиация заводының геенраль директор урынбаҫары вазифаһын биләй. 2000—2001 йылдарҙа «М. Л. Миль исемендәге Мәскәү вертолёт заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коммерция диеркторы була.

2001—2003 йылдарҙа «Дәүләт инвестиция корпорацияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы рәйесе урынбаҫары вазифаһында эшләй.

2022 йылда Мәскәү авиация институтының докторантураһын тамамлай.

2003—2007 йылдарҙа — «Оборонпром берләшкән сәнәғәт корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2007 йылдың 11 сентябренән 2008 йылдың 19 майына тиклем — Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары[4].

2008 йылдың 19 майынан Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм сауҙа министры итеп итеп тәғәйенләнә[5].

2011 йылдың 1 декабренән Мәскәү авиация институтының «Иҡтисади объекттар менән идара итеү системалары» кафедраһы профессоры. Рәсәй Федерацияһы Президенты патронатында булған идарасы кадрҙар резервының «беренсе йөҙ» исемлегенә инә.

2012 йылдың 2 февраленән премьер-министр Путин тарафынан Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры вазифаһын башҡарыусы итеп ҡуйыла[6], 21 майҙа министр итеп тәғәйенләнә[7], 2018 йылдың 18 майында һәм 2020 йылдың 21 ғинуарында был вазифаға ҡайтанан тәғәйенләнә[8].

undefined

2012 йылдың ноябренән «Ростех» дәүләт корпорацияһының күҙәтеүселәр советы рәйесе булып тора[9].

2022 йылдың 27 майында "Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы"нда «Теория и практика разработки и реализации новой модели промышленной политики» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[10].

12 июля 2022 йылдың 12 июлендә Рәсәй Президенты Указы менән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫарҙарының береһе итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ көндө Михаил Мишустин уның кандидатураһын РФ Дәүләт Думаһына вице-премьер вазифаһына тәҡдим итә, кандидатура раҫлана[11]. 2022 йылдың 25 июленән — Рәсәй Федерацияһы Хәрби-сәнәғәт комиссияһы коллегияһы рәйесе[12].

2024 йылдың 11 майында Михаил Мишустин РФ Дәүләт Думаһына хөкүмәттең яңы составын ҡарауға индерә, Денис Мантуров кандидатураһын беренсе вице-премьер вазифаһына тәҡдим итә[13]. 13 майҙа Дәүләт Думаһы уны бер тауыштан раҫлай[14]. 14 майҙа РФ Президенты тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуя[15]. Мантуровтың хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһындағы бурыстары:

  • Дәүләт оборона заказы өлкәһендә технологик үҫеш, милли технологик инициативаларҙы тормошҡа ашырыуҙы координациялау, инновацион эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен атом, ракета-космос, суднолар эшләү, авиация һәм оадиоэлектрон сәнәғәте тармағына индереү;
  • Урал федераль округы составына ингән субъекттарҙың социаль-иҡтисади үҫешенә етәкселек итеү;
  • Сәнәғәт, техник көйләү, үҫеш программаларының үтәлеше өлкәһендә дәүләт сәйәсәте мәсьәләләрен күҙәтеү;

Федераль башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген координациялау:

  • Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы;
  • Дәүләт резервтары буйынса федераль агентлыҡ;
  • Техник көйләү һәм мтрология буйынса федераль агентлыҡ;
  • Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт;
  • Рәсәйҙең экспорт үҙәге;
  • Роскосмос;
  • Росатом (корпорацияның дәүләт оборона заказында, оборона һәм ракета-йыһан сәнәғәтен үҫтереү программаларында ҡатнашыуы);
  • Яңы технологияларҙы эшләү һәм коммерциялаштырыу үҙәген Үҫтереү фонды[16].

Ғаиләһе

Ҡатыны

Наталья Евгеньевна Мантурова (ҡыҙ фамилияһы — Кисель) (1969) — пластик хирург. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе пластик хирургы, Н. И. Пирогов исемендәге дәүләт тикшеренеү медицина университетының кафедра мөдире, медицина фәндәре докторы, юғары категориялы табиб, «Рәсәйҙең пластик, реконструктив һәм эстетика хирургтары йәмғиәте» президенты, Эстетика медицинаһы ағзаһы, ISAPS ағзаһы, «Пластическая хирургия и эстетическая медицина» журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы. Основатель и владелец клиники пластической хирургии «Ланцетъ» пластик хирургия клиникаһын һәм «Русская красавица» эстетика медицинаһы үҙәген булдырыусы һәм хужаһы[17][18][19][20][21].

Балалары

Улы — Евгений (19 май 1998) МГИМО-ның халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр факультетында уҡый[22]. Ҡыҙы — Леонела (6 март 1995) МДУ-ның социология факультетын тамамлаған[23][21].

Ата-әсәһе

Атаһы — Валентин Иванович Мантуров (1938—2019). Диңгеҙселәк училищеһын тамамлаған. Мурманскиҙа ҡала башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, ВЛКСМ-дың Мурманск ҡала комитетының беренсе секретаре була. Һуңынан сауҙа вәкиллеге һәм дипломатик эшмәкәрлек буйынса Һиндостанда, АҠШ-та, Шри-Ланкала эшләй. тышҡы сауҙа академияһын тамамлай. 1980 йылдарҙа БМО-ла СССР вәкиллеген етәкләй. Әсәһе — Тамара Фёдоровна Мантурова (1936).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2007)[24].
  • Дуҫлыҡ ордены (2008)[25].
  • Почёт ордены (2009)[26].
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2010)[27].
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2 февраль 2013)[28].
  • III дәрәжә Изге благоверный кенәз Даниил Московский ордены (РПЦ, 2017)[29]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (28 февраль 2019)[30].
  • «Карелия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (8 июнь 2020)[31].
  • Италия флагы Италия Йондоҙо орденының Ҙур тәреһе кавалеры (28 май 2020, Италия; һуңынан Италия президенты Серджо Маттарелло указы менән, «лайыҡ түгел» тип, был награданан мәхрүм ителә, 9 май 2022)[32].
  • Венгрия Ҡаҙаныштар орденының йондоҙло Командор тәреһе (7 июль 2021, Венгрия)[33].
  • Үзбәкстан «Дустлик» ордены (29 август 2022, Үзбәкстан)[34].

Иҫкәрмәләр

  1. https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/2404/
  2. Денис Валентинович Мантуров - Правительство России. government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2024.
  3. Госдума утвердила Мантурова первым вице-премьером. РБК (13 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  4. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 11.09.2007 г. № 1217-р «О заместителе Министра промышленности и энергетики Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2020. Архивировано 27 ғинуар 2020 года.
  5. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 19.05.2008 г. № 700-р «О заместителе Министра промышленности и торговли Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2020. Архивировано 27 ғинуар 2020 года.
  6. Исполнять обязанности главы Минпромторга РФ будет замминистра Мантуров. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2012. Архивировано 5 февраль 2012 года.
  7. Указ Президента Российской Федерации от 21.05.2012 г. № 654 «О Министре промышленности и торговли Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2020. Архивировано 27 ғинуар 2020 года.
  8. Указ Президента Российской Федерации от 18.05.2018 г. № 239 «О Министре промышленности и торговли Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2020. Архивировано 27 ғинуар 2020 года.
  9. Денис Мантуров возглавил наблюдательный совет «Ростехнологий» — Татьяна Зыкова — Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2014. Архивировано 2 февраль 2014 года.
  10. Telegram: Contact @Svoidanash
  11. Путин ввел новую должность в правительстве
  12. Путин назначил Мантурова председателем коллегии ВПК
  13. О чем говорит новая конфигурация российского правительства. РБК (11 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2024.
  14. Госдума утвердила Мантурова первым вице-премьером. РИА Новости (13 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2024.
  15. Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  16. Михаил Мишустин утвердил распределение обязанностей между вице-премьерами. government.ru (17 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2024.
  17. Жена нового министра промышленности открыла клинику за $1,5 миллиона / Sobesednik.ru, 14 июня 2012. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2020. Архивировано 19 июнь 2012 года.
  18. Мантурова Наталья Евгеньевна / pscommission.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2020. Архивировано 24 сентябрь 2020 года.
  19. Институт пластической хирургии и косметологии. Мантурова Наталья Евгеньевна / iphk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2020. Архивировано 29 октябрь 2020 года.
  20. Клиника аппаратной, инъекционной косметологии и космецевтики «Ланцетъ-Центр». Мантурова Наталья Евгеньевна / delight-lancette.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2020. Архивировано 23 сентябрь 2020 года.
  21. 1 2 ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. Мантуров, Денис Валентинович / ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2020. Архивировано 13 декабрь 2019 года.
  22. Студент Евгений Мантуров — чемпион Европы по практической стрельбе / mgimo.ru
  23. Справка: Мантуров Денис Валентинович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2014. Архивировано 8 апрель 2014 года.
  24. Указ Президента Российской Федерации № 108 (?) от 31.07.2007
  25. Указ Президента Российской Федерации № 570 от 24.04.2008
  26. Указ Президента Российской Федерации № 1428 от 11.12.2009
  27. Распоряжение Правительства Российской Федерации № 388-р от 23.03.2010. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  28. Указ Президента Российской Федерации от 02.02.2013 г. № 50 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2020. Архивировано 27 февраль 2017 года.
  29. В Крестопоклонную Неделю Предстоятель Русской Церкви освятил храм в честь святителя Иова, Патриарха Московского, в российской столице. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2017. Архивировано 9 март 2022 года.
  30. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 28.02.2019 г. № 345-р «Об объявлении благодарности Правительства Российской Федерации Мантурову Д. В.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2020. Архивировано 27 ғинуар 2020 года.
  31. Указ Главы Республики Карелия от 8 июня 2020 года № 58 «О награждении государственными наградами Республики Карелия»
  32. DECRETO DEL PRESIDENTE DELLA REPUBBLICA 9 maggio 2022. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2022. Архивировано 30 май 2022 года.
  33. Мантуров получил высшую госнаграду Венгрии за поставки "Спутника V". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2021. Архивировано 7 июль 2021 года.
  34. Указ Президента Республики Узбекистан от 29 августа 2022 года "О награждении группы иностранных граждан в связи с 31-й годовщиной государственной независимости Республики Узбекистан "

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар