Трутнев Юрий Петрович
Тру́тнев Ю́рий Петро́вич (1 март 1956 йыл) — совет һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһы Президентының Алыҫ Көнсығыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле (2013 йылдың 31 авгусынан). 2021 йылдың 19 июленән Алыҫ Көнсығыш федераль округында куратор[2]. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы[3].
Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры (2004—2012). Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы (2012—2013). Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2012). Рәсәйҙең Хәрби алыш сәнғәте союзы рәйестәше[4], Кёкусинкай ассоциацияһы президиумы рәйесе[5], Кёкусинкай Бөтә донъя союзы рәйестәше[6].
Биографияһы
Юрий Петрович Трутнев 1956 йылдың 1 мартында Молотов өлкәһенең Добрянск районы Полазна ҡасабаһында (хәҙер Пермь ҡалаһы сите)[7], нефтселәр ғаиләһендә тыуа[8].
1978 йылда Пермь политехник университетының тау факультетын «тау инженеры» һөнәре буйынса тамамлай. Уҡыу ваҡытында һөнәре буйынса «Полазнанефть» һәм «Коминефть» нефть-газ табыу участкаһында быраулаусы ярҙамсыһы, нефть һәм газ табыу буйынса оператор булып эшләй.
Институтты тамамлағандан һуң Пермь фәнни-тикшеренеү һәм нефть сәнәғәте проект институтына йүнәлтелә, унда кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй[9].
1981—1986 йылдарҙа комсомол эшендә була. ВЛКСМ-дың Пермь ҡала комитетында инструктор булып эшләй.
1986—1988 йылдарҙа Пермь өлкә башҡарма комитетының Спорт эштәре буйынса комитетын етәкләй.
1988 йылда партнерҙары менән бергә спорт тренажёрҙары эшләү менән шөғөлләнгән «Контакт» кооперативын ойоштора; тренажёрҙар, нигеҙҙә, төрлө дәүләт ойошмаларына һатыла[8]. 1990 йылда кооператив базаһында ойошторолған «ЭКС ЛИМИТЕД» компанияһын етәкләй. 1996 йылда — «Э. К. С. Интернешнл» акционерҙар ойошмаһы президенты. Тренажёрҙар һатыуҙан тыш, Трутнев физкультурниктар бригадаһында баһадирҙар гастролдәрен ойоштороу, сит ил автомобилдәре һатыу, ул ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Швейцариялағы сауҙа вәкиллегендә эшләгән Олег Чиркунов менән бергә «Nestlé» шоколадын килтереү менән шөғөлләнә. Чиркунов Пермгә ҡатҡас, партнёрҙар берлектә «Семья» супермаркеттар селтәрен ойоштора[7][8].
1994 йылда Пермь өлкәһенең һәм Пермь ҡала думаһының Закондар сығарыу йыйылышы депутаты итеп һайлана, унда Иҡтисад сәйәсәте һәм һалым буйынса комитетты етәкләй[8].
1996 йылдың декабрендә һайлаусыларҙың 61 процент тауышын йыйып, Пермь ҡалаһы мэры итеп һайлана.
2000 йылдың декабрендә Пермь өлкәһе губернаторы итеп һайлана[10]. Тауыш биреүҙең беренсе турында 51 процент тауыш йыйып, ғәмәлдәге губернатор Геннадий Игумновта еңә. Матбуғат баҫмалары хәбәр итеүенсә, уны эшҡыуарҙар, шул иҫәптән Дмитрий Рыболовлев менән Андрей Кузяев ярҙам итә[8]. Трутнев губернатор булған осорҙа Рәсәйҙә төбәктәрҙе эреләтеү — Пермь өлкәһе менән Коми-Пермяк автономиялы округын ҡушыу процесы башлана, ә 2003 йылдың 7 декабрендә берләшеү буйынса референдум уңышлы үткәрелә.
2003 йылдың 24 майынан 19 декабренә тиклем Трутнев — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумы ағзаһы[11][12].
2004 йылдың 9 мартынан Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Михаил Фрадков хөкүмәтендә тәбиғәт ресурстары министры итеп тәғәйенләнә. 2004 йылдың майында, Владимир Путин вазифаһына икенсе тапҡыр һайланғандан һуң, вазифаһына ҡабаттан раҫлана.
2012 йылдың 22 майында Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Уның бурысы — Дәүләт советына кураторлыҡ итеү була. VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты мандатын миллиардер Анатолий Ломакинға тапшыра[13].
2013 йылдың 31 авгусында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары — РФ Президентының Алыҫ көнсығыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнә[14]. Рәсәй Федерацияһының яңы хөкүмәте формалаштырылғанда: 2018 йылдың 18 майында һәм 2020 йылдың 21 ғинуарында вазифаһына ҡайтанан тәғәйенләнә[15].
2018 йылдың декабренән — Арктиканы үҫтереү мәсьәләләре буйынса дәүләт комиссияһы рйесе[16][17].
2024 йылдың 13 майынан Дәүләт Думаһы премьер-министр Михаил Мишустин индергән хөкүмәт рәйесе ағзалары исемлеген раҫлай. Трутнев яңы кабинетта вице-премьер, Алыҫ Көнсығыш федераль округында РФ Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын һаҡлап ҡала[18][19]. Шулай уҡ ул Магадан өлкәһендә, Сахалин өлкәһенең Көньяҡ Курил, Курил, Төньяҡ Курил ҡала округтары территорияларындағы өҫтөнлөклө территориялар һәм социаль-иҡтисади уҙымлы үҫеш территорияларының социаль-иҡтисади үҫеше өсөн яуаплы була[20].
Ғаиләһе
Өйләнгән, өс ул, ике ҡыҙ атаһы. Улы Дмитрий (1982) — Үҙәк кооператив банкының директорҙар советы ағзаһы һәм финанс советнигы[21].
Мауығыуҙары
Спорт — көнсығыш алыштары (каратэ Кёкусинкай), автоуҙыштар (классик ралли) менән етди шөғөлләнә.
Халыҡ-ара кёкусинкай ИКО ойошмаһының (2005) каратэ кёкусинкай буйынса 5-се һәм 6-го дана Халыҡ-ара кёкусинкай ойошмаһының 6-сы данына (2018 йыл 1 март) эйә[22][23].
2005 йылда ойошторолғандан алып — Рәсәй хәрби алыш сәнғәте берлеге рәйестәше (С. В. Кириенко менән)[4][24][25]. 2004 йылда ойошторолғандан алып — Рәсәйҙең кёкусинкай ассоциацияһы президиумы рәйесе[5][26]. 2011 йылда ойошторолғандан алып — Бөтә донъя кёкусин берлеге рәйшстәше[6][27][28]. Берлекте ойоштороу инициаторҙарының береһе була.
2000—2004 йылдарҙа даими рәүештә Mitsubishi Lancer Evolution автомобилдәрендә авторалли буйынса Рәсәй чемпионаты һәм кубогы этаптарында ҡатнаша[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2 март 2016)[29].
- Почёт ордены (8 июнь 1998)[30].
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (1 март 2006)[31].
- I дәрәжә П. А. Столыпин миҙалы (23 март 2016)[32].
- II дәрәжә П. А. Столыпин миҙалы (1 март 2011)[33].
- Почёт ордены (Көньяҡ Осетия, 1 июнь 2009)[34].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Davos 2016 Participant List
- ↑ Михаил Мишустин назначил вице-премьеров кураторами федеральных округов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2021. Архивировано 19 июль 2021 года.
- ↑ 1 2 Энциклопедия ТАСС, 2024. Трутнев, Юрий Петрович. Заместитель председателя правительства РФ — полномочный представитель президента РФ в ДФО
- ↑ 1 2 Высший совет Российского Союза боевых искусств. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2019. Архивировано 27 декабрь 2019 года.
- ↑ 1 2 Президиум Ассоциации Киокусинкай России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2019. Архивировано 27 декабрь 2019 года.
- ↑ 1 2 Высший совет Всемирного Союза Кёкусин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2012. Архивировано 28 июнь 2012 года.
- ↑ 1 2 Сергей Мулин. Резкий кадр. Огонёк № 35 (9 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2013. Архивировано 9 сентябрь 2013 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 Василий Тимирязев. Опыты на природе. Компания (28 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2013 года.
- ↑ Трутнев, Юрий Петрович. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2021. Архивировано 28 октябрь 2021 года.
- ↑ Юрий Трутнев Вступил В Должность Губернатора Пермской Области | «Новый Компаньон». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2019. Архивировано 25 август 2019 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 24.05.2003 г. № 269-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2020. Архивировано 26 март 2020 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 19.12.2003 г. № 606-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2020. Архивировано 26 март 2020 года.
- ↑ Миллиардер Анатолий Ломакин стал депутатом Госдумы. Forbes (22 август 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2012. Архивировано 25 декабрь 2012 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31.08.2013 г. № 692 «О Заместителе Председателя Правительства Российской Федерации — полномочном представителе Президента Российской Федерации в Дальневосточном федеральном округе». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2019. Архивировано 13 август 2019 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 18.05.2018 г. № 228 «О Заместителе Председателя Правительства Российской Федерации — полномочном представителе Президента Российской Федерации в Дальневосточном федеральном округе». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2019. Архивировано 13 август 2019 года.
- ↑ Вице-премьер Трутнев возглавит госкомиссию по Арктике. Interfax.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2023.
- ↑ ИА «Север-Пресс». Юрий Трутнев возглавил госкомиссию по Арктике | Север-Пресс. ИА «Север-Пресс» (7 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2023.
- ↑ Госдума утвердила всех предложенных вице-премьеров. РИА Новости (13 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Михаил Мишустин утвердил распределение обязанностей между вице-премьерами. government.ru (17 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2024.
- ↑ Юлия Говорун. «Нельзя продать — и забыть», — Юрий Трутнев, министр природных ресурсов и экологии. Ведомости (28 ғинуар 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2013.
- ↑ Шиханы России. Сихан. высшие даны каратэ, черные пояса карате кёкусинкай. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2009. Архивировано 5 август 2009 года.
- ↑ Шихану Юрию Трутневу присвоили пояс Кёкусинкан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2020. Архивировано 9 ноябрь 2018 года.
- ↑ Российский Союз Боевых Искусств. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2012. Архивировано 14 июнь 2012 года.
- ↑ Юрий Трутнев: биография, образование, семья
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2012. Архивировано из оригинала 12 июль 2012 года.
- ↑ Time to be United! — kwunion. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2012. Архивировано 26 июнь 2012 года.
- ↑ Юрий Трутнев стал сопредседателем Высшего совета Всемирного союза каратэ киокусинкай
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 2 марта 2016 года № 93 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2016. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 8 июня 1998 г. № 687
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 1 марта 2006 г. № 271-р
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 23 марта 2016 года № 487-р «О награждении медалью Столыпина П. А. I степени Трутнева Ю. П.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2021. Архивировано 28 август 2021 года.
- ↑ Распоряжение от 1 марта 2011 г. № 305-р. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2019. Архивировано 27 декабрь 2019 года.
- ↑ Минприроды России поможет сохранить экологию Южной Осетии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2019. Архивировано 27 декабрь 2019 года.
Һылтанмалар
- Энциклопедия ТАСС, 2024. Трутнев, Юрий Петрович. Заместитель председателя правительства РФ — полномочный представитель президента РФ в ДФО
- Сергей Мулин. Резкий кадр. Огонёк № 35 (9 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2013.
- Вьюнова Ирина. Докопался до недр (недоступная ссылка — история). Профиль (29 март 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2013.
- Юрий Трутнев: Хочу, чтобы ставка по ипотеке для получателей «дальневосточного гектара» была «сильно льготна». ЭкоГрад (22 июнь 2016).
- Интервью с Юрием Трутневым на Радио «Комсомольская правда».
- Почётный профессор ПГНИУ Юрий Трутнев.
- Профиль (инг.) на сайте ewrc-results.com