Белоусов Андрей Рэмович
Андре́й Рэ́мович Белоу́сов (17 март 1959, Мәскәү, РСФСР, СССР) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 2024 йылдың 14 майынан Рәсәй Федерацияһы оборона министры[2]. 2024 йылдың 11 июненән Рәсәй Федерацияһы Именлек Советының даими ағзаһы[3].
2024 йылдың 3 июленән БДБ Оборона министрҙары Советы Рәйесе[4].
2020 йылдың 21 ғинуарынан 2024 йылдың 7 майына тиклем Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары. 2012 йылдың 21 майынан 2013 йылдың 24 июненә тиклем Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры[5]. 2013 йылдың 24 июненән 2020 йылдың 21 ғинуарына тиклем Рәсәй Федерацияһы Президентының иҡтисади мәсьәләләр буйынса ярҙамсыһы[6][7]. 2020 йылдың 30 апреленән 19 майына тиклем (РФ хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндың COVID-19 ауырыуына бәйле) Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте Рәйесе вазифаһын башҡарыусы[8][9][10].
«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе[11]. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының (РАЕН) ағза-корреспонденты. Рәсәй Фәндәр академияһы Халыҡ хужалығын күҙаллау институтының Ғилми һәм диссертация советтары ағзаһы «Проблемы прогнозии» журналының ғилми-редакция советы ағзаһы. Иҡт. фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2007). Рәсәй Федерацияның 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2011).
[12][13]. «Проблемы прогнозирования» журналының ғилми-редакция советы ағзаһы[14]. Иҡтисад фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2007). Рәсәй Федерацияның 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2011).
Биографияһы
Сығышы һәм белеме
Андрей Белоусов 1959 йылдың 17 мартында Мәскәүҙә совет иҡтисадсыһы Белоусов Рэм Александрович ғаиләһендә тыуған, әсәһе Алиса Павловна радиохимик була, һуңғараҡ ул һирәк элементтар химияһы менән шөғөлләнә[15]. Рэм Белоусов хаҡ яһалышы һәм идара итеү өлкәһендә совет ғилми мәктәбен ойошторған һәм СССР-ҙа 1965 йылғы иҡтисад реформаһы йәғни «Косыгин реформаһы»нда ҡатнашыусылар иҫәбенә ингән[16], һуңғараҡ СССР-ҙың иҡтисади тарихы менән шөғөлләнгән.
Икенсе физика-математика мәктәбен тамамлағандан һуң, Андрей Белоусов М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға инә. 1981 йылда ул «иҡтисади кибернетика» специальносы (белгеслеге) буйынса бишле билдәләренә генә тамамлай. Уҡыу ваҡытында 1977-1981 йылдарҙа иҡтисад факультеты кафедраларының береһендә мөдир булып эшләгән Александр Иванович Анчишкин етәкселегендәге иҡтисадсылар төркөмө менән хеҙмәттәшлек итә башлай[16].
Карьераһы
Юғары белем тураһында диплом алғандан һуң, Белоусов СССР Фәндәр академияһының Үҙәк иҡтисад-математика институты (ЦЭМИ) аспирантураһында уҡыуын дауам итә. Бер үк ваҡытта ошонда уҡ ғилми хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, тәүҙә стажёр-тикшеренеүсе, һуңынан Э.Б.Ершов етәкләгән үҙәктең моделле кеше-машина системалары лабораторияһында кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһында хеҙмәт итә[17]. Иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәге директоры урынбаҫары вазифаһын 1994 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы академигы дәрәжәһенә эйә булған Юрий Васильевич Ярёменко биләй.
1986 йылдың февралендә Үҙәк иҡтисад-математика институтының (ЦЭМИ) бер нисә ғилми бүлексәһе базаһында СССР Фәндәр академияһының Иҡтисад һәм фәнни-техник прогресты күҙаллау институты ойошторола. Институт эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — иҡтисади күҙаллау. Белоусов СССР Фәндәр академияһының Халыҡ хужалығын күҙаллау институтына (ИЭПНТП) эшкә күсә, унда эҙмә-эҙлекле рәүештә кесе ғилми хеҙмәткәр, ғилми хеҙмәткәр һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаларын биләй. Уның ғилми өҫтөнлөктәре макроиҡтисади тенденцияларҙы күҙаллауға, шулай уҡ совет тибындағы иҡтисадта инфляцияға һәм структура көрсөгөнә йүнәлтелә[16].
1988 йылда Белоусов «Имитационное моделирование механизмов формирования и использования оборотных средств (многоотраслевой подход)» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991 йылда, Э. Б. Ершовты алмаштырып, СССР Фәндәр Академияһы ИЭПНТП лабораторияһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Белоусов, бер рәттән башҡа ойошмаларҙа ла эшләп йөрөп, 2006 йылға тиклем ошо вазифаны башҡара, һәм дәүләт хеҙмәтенә күсеү сәбәпле, уны ҡалдыра. Белоусовтың башланғысы буйынса лаборатория ҡарамағында иҡтисад буйынса аналитик журнал сығарыла[18].
1991 йылдың ноябрендә Тышҡы сәйәси ассоциацияның аналитик төркөмө ойошторола, ҡайһы берҙә уны «Бессмертных төркөмө» (СССР-ҙың элекке тәүге сит ил эштәре министры Александр Александрович Бессмертных фамилияһы буйынса) тип йөрөтәләр. Уның эш форматы - даими тематик фекер алышыуҙар, дискуссиялар ойоштороу. Һуңынан стенограммалар шифрлана һәм тәрәнерәк өйрәнелә, ә ҡайһы бер осраҡта фәнни хеҙмәттәр нигеҙе итеп файҙаланыла[19]. Белоусов 1990 йылдар башында Бессмертных төркөмөнә ҡушыла һәм бер нисә теманы тикшереүҙә ҡатнаша. Уның менән бергә төркөм эшендә киләсәктә Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығында Белоусовтың урынбаҫары буласаҡ Андрей Николаевич Клепач ҡатнаша[18].
1999 йылдан Белоусов Иҡтисад министрлығы коллегияһы составына инә[20][21], Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйестәре Евгений Максимович Примаков, Сергей Вадимович Степашин, Михаил Михайлович Касьянов һәм Михаил Ефимович Фрадковтың (Касьянов һәм Фрадков менән штаттан тыш советник статусында эшләй) консультанты була[16][17]).
2000 йылда Белоусов Макроиҡтисади анализ һәм ҡыҫҡа ваҡытлы прогнозлау үҙәген ойоштора һәм уға етәкселек итә, уның базаһында 2005 йылда «Рәсәй иҡтисадының оҙайлы трендтары: 2020 йылға тиклем Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш сценарийҙары» докладын баҫтыра[18]. Белоусов үҙ сығышында 2008 йылғы донъя иҡтисади көрсөгөн күҙаллай, бынан тыш 2011-2012 йылдарҙа иҡтисадтың түбәнәйеүе һәм 2015-2017 йылдарҙа дәүләт идара итеү системаһының тотҡарланыуы ихтималлығын билдәләй[22][23].
2006 йылдың 8 февралендә Белоусов биографияһының яңы бүлеген башлай: дәүләт граждан хеҙмәтенә күсә. Рәсәй Федерацияһы иҡтисад үҫеше министры Греф Герман Оскарович саҡырыуы буйынса иҡтисад министры урынбаҫары вазифаһын башҡара[24][25]. Шуның менән бергә ул башҡа вазифаларын да ҡалдыра (ЦМАКП генераль директоры вазифаһына иҡтисад фәндәре кандидаты Е. А. Абрамова килә).
Шул уҡ йылда Белоусов, «Противоречия и перспективы развития системы воспроизводства российской экономики» докторлыҡ диссертацияһын яҡлап[26] («08.00.05 — иҡтисад һәм халыҡ хужалығын идара итеү» белгеслеге буйынса), иҡтисад фәндәре докторы дәрәжәһен ала.
Министрлыҡта Белоусов, инвестиция климатын яҡшыртыуҙы, федераль маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы, Внешэкономбанктың инвестиция эшмәкәрлеген алып барыуҙы үҙ эсенә алған макроиҡтисади блокҡа етәкселек итә[27]. Уның етәкселегендә оҙайлы социаль-иҡтисади үҫеш Концепцияһы (КДР-2020) һәм «Сауҙа тураһында» закон проекты (2009 йылдың 28 декабрендә ҡабул ителгән) эшләнә[28]).
2007 йылда, Греф Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығынан киткәс, министр итеп быға тиклем министр урынбаҫары вазифаһын биләгән Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы тәғәйенләнә. Белоусов үҙ вазифаһын һаҡлап ҡала, ә һуңынан, 2008 йылдың 17 июлендә, РФ Хөкүмәтендә күтәрелә бара: премьер Владимир Путин Уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте аппаратының иҡтисад һәм финанс департаменты директоры итеп тәғәйенләй[29]. Быға тиклем, 2007 йылдың йәйендә, Белоусов Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы исемен ала[30].
2008-2012 йылдарҙа Рәсәй хөкүмәтенең иҡтисади көн тәртибен формалаштырыу өсөн РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Иванович Шувалов[31], Белоусов һәм Эльвира Нәбиуллина яуаплы була.
РФ хөкүмәтендә Белоусов бюджет формалаштырыу, дәүләт инвестициялары, инвестиция климатын яҡшыртыу менән бәйле мәсьәләләр өсөн яуаплы була. Уның ваҡытында Стратегик инициативалар агентлығы булдырыла һәм уның базаһында Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу шарттарын камиллаштырыуға йүнәлтелгән «Милли эшҡыуарлыҡ инициативаһы» эшләй башлай[16][18][32].
Май айында дәүләт думаһы яңы һайланған президент Путиндың тәҡдиме буйынса РФ хөкүмәте рәйесе вазифаһына Дмитрий Анатольевич Медведевты раҫлай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң яңы министрҙар кабинеты ла иғлан ителә: Белоусов РФ иҡтисади үҫеш министры вазифаһына тәғәйенләнә[5][17]. Шул уҡ ваҡытта, киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, Белоусов кандидатураһы шулай уҡ РФ президентының иҡтисади мәсьәләләр буйынса ярҙамсыһы вазифаһына ҡарала, әммә һуңынан был вазифаға Эльвира Нәбиуллинаны тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителә[33].
2013 йылдың 24 июнендә Белоусов РФ Үҙәк банкы башлығы вазифаһына киткән Нәбиуллина урынына[34] РФ Президентының иҡтисади мәсьәләләре буйынса ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләнә[6][35].
2015 йылдың 17 июненән 2017 йылдың 29 сентябренә тиклем Белоусов ПАО «НК „Роснефть“» директорҙар советы рәйесе була[36].
2020 йылдың 21 ғинуарында Белоусов Михаил Владимирович Мишустиндың яңы хөкүмәтендә Рәсәй федерацияһы хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[37].
2020 йылдың мартынан — «Рәсәй тимер юлдары» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе[38][39].
2020 йылдың 30 апреленән 19 майына тиклем [8] по 19 мая 2020 года[10] Михаил Мишустиндың COVID-19 буйынса дауаханаға китеүе менән бәйле Рәсәй федерацияһы хөкүмәте рәйесе вазифаһын башҡара.
2024 йылдың 12 майында Рәсәй президенты Владимир Путин Федерация Советына Белоусовты РФ оборона министры итеп тәғәйенләргә тәҡдим итә. 14 майҙа Федерация Советы консультациялар үткәрә, шул уҡ көндө РФ президенты тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуя[40]. 14 мая Совет Федерации провёл консультации[41], в этот же день президент РФ подписал указ о назначении[2].
2024 йылдың 11 июнендә президент Владимир путин Белоусовты РФ Именлек Советының даими ағзалары иҫәбенә индерә[42].
2024 йылдың 3 июлендә Минскиҙа үткән оборона министрҙары Советы ултырышында БДБ оборона министрҙары Советы рәйесе итеп һайлана[4].
Ғаиләһе
Атаһы — Рэм Александрович Белоусов (1926—2008), иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы, иҡтисад тарихсыһы[43].
Әсәһе — Алиса Павловна Белоусова (Травникова) (1934—2015), химик, химия фәндәре кандидаты[44].
Әсәһе яғынан олатаһы Павел Иванович Травников — агроном, Мәскәүҙә Травников баҡсаһына нигеҙ һалған.
Икенсе тапҡыр өйләнгән. Ҡатыны — Лариса Владимировна Белоусова (Авдеева) (1961 й. тыуған).
Тәүге никахынан улы Павел (1994 й. тыуған). Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлаған[45].
Энеһе Дмитрий — Макроиҡтисади анализ Һәм ҡыҫҡа ваҡытлы прогнозлау үҙәгенең (ЦМАКП) төп эксперты [15].
Класлы чины
Наградалары
- «В память 850-летия Москвы» миҙалы (1997).
- Рәсәй федерацияһы президентының рәхмәте — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн (1 сентябрь 2005)[46].
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (12 июня 2007) — дәүләттең иҡтисади сәйәсәтен үткәреүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[30].
- Почёт ордены (Рәсәй) (14 июнь 2009) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[47].
- «100 лет Военно-воздушным силам» миҙалы (2012).
Фәнни эшмәкәрлеге һәм баҫмалары
Ғалим булараҡ, Белоусов иҡтисади структурализм мәктәбе вәкиле булып тора. Әлеге ваҡытта (2019 йылдың ноябре) Белоусовтың Ғилми эштәре өсөн Рәсәй фәнни цитаталар индексы (хирш индексы) буйынса — 18, дөйөм алғанда eLIBRARY фәнни электрон китапханаһы базаһы буйынса — 19 тәшкил итә[48].
- 1995 — «Структурный кризис советской индустриальной системы» мәҡәләһе[49][50] в сборнике «Иное. Хрестоматия нового российского самосознания».
- 1999 — Белоусов һәм Е. А. Абрамованың берлектәге «Интегрированные матрицы финансовых потоков (методический и инструментальный подходы)» об опыте построения в России Social Accounting Matrix хеҙмәте.
- 2000—2001 — ЦМАКП эксперттары Белоусов етәкселегендә «Проблемы прогнозирования» журналында мәҡәләләр циклы әҙерләне[51], Рәсәй иҡтисадының көрсөктән һуң йәнләнеүенең беренсе этабын анализлау һәм оҙайлы үҫеш прогнозын үҙ эсенә ала.
- 2003—2004 — Белоусов Рәсәй иҡтисадының структураһын һәм үҫеш факторҙарын анализлау буйынса мәҡәләләр серияһын әҙерләү менән етәкселек итә («Развитие российской экономики в посткризисный период (макроэкономический аспект)»[52], «Развитие российской экономики в среднесрочной перспективе: анализ угроз»[53] и др.).
- 2005—2007 — «Российское экономическое чудо: сделаем сами. Прогноз развития экономики России до 2020 года» китабының авторҙар коллективы менән етәкселек итә[54]. Китаптың ике бүлеге «Проблемы прогнозирования» журналында айырым мәҡәләләр булараҡ баҫылып сыҡты[55][56].
- 2006 — «Эволюция системы воспроизводства российской экономики: От кризиса к развитию» докторлыҡ диссертацияһы нигеҙендә китабы донъя күрҙе[57].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Троицкая Православная Газета», № 86, апрель-май 2007, г. Троицк, стр. 4 «Дни рождения. Крестины». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2012. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2013 года.
- ↑ 1 2 Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Путин включил Белоусова в число постоянных членов Совбеза. ТАСС (11 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2024.
- ↑ 1 2 Белоусова избрали председателем Совета министров обороны СНГ (3 июль 2024). 3 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Кабинет заместителей. Новые лица правительства Медведева, Газета.Ru (21 май 2012). 7 октябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Андрей Белоусов назначен помощником Президента, Официальный сайт президента РФ (24 июнь 2013). 24 июнь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Улюкаев стал министром экономического развития, Белоусов - помощником президента, Вести.ру (24 июнь 2013). 24 июнь 2013 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 30.04.2020 года «Об исполнении обязанностей Председателя Правительства Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2020. Архивировано 1 май 2020 года.
- ↑ Мишустин заразился коронавирусом и временно сложил полномочия премьера. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2020. Архивировано 30 апрель 2020 года.
- ↑ 1 2 О признании утратившим силу Указа об исполнении обязанностей Председателя Правительства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2020. Архивировано 19 май 2020 года.
- ↑ Председатель совета директоров РЖД. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2020. Архивировано из оригинала 16 май 2020 года.
- ↑ Учёный совет. ИНП РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2012. Архивировано 11 октябрь 2012 года.
- ↑ Диссертационный совет. ИНП РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2012. Архивировано 11 октябрь 2012 года.
- ↑ Информация о журнале «Проблемы прогнозирования». ИНП РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2012. Архивировано 9 ноябрь 2012 года.
- ↑ 1 2 Всем хорош. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2015. Архивировано 11 декабрь 2015 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 Белоусов Андрей Рэмович. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года.
- ↑ 1 2 3 Биография Андрея Белоусова. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года.
- ↑ 1 2 3 4 Всем хорош, Коммерсант. Огонёк (1 июль 2013). 10 декабрь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Аналитическая группа Внешнеполитической ассоциации ("Группа Бессмертных"). «Русский журнал». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2013. Архивировано 24 июль 2012 года.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 25.01.1999 г. № 145-р «О члене коллегии министерства экономики Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2020. Архивировано 16 май 2020 года.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 31.01.2001 г. № 137-р «О членах коллегии министерства экономического развития и торговли Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2020. Архивировано 16 май 2020 года.
- ↑ Борзова, Дарья. О кризисе предупреждали давно, Zaks.ru (28 ноябрь 2008). 14 октябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ Белоусов, Андрей Рэмович. Долгосрочные тренды российской экономики. — 2005. Архивировано 27 август 2018 года.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 6 февраля 2006 г. № 133-р «О заместителе министра экономического развития и торговли Российской Федерации»
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 26 июня 2008 г. № 927-р «О заместителе министра экономического развития Российской Федерации»(недоступная ссылка)
- ↑ Белоусов, Андрей Рэмович. Противоречия и перспективы развития системы воспроизводства российской экономики. disserCat (2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2012. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ Белоусов, Андрей. Лента.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2012. Архивировано 14 октябрь 2012 года.
- ↑ Федеральный закон от 28 декабря 2009 г. N 381-ФЗ «Об основах государственного регулирования торговой деятельности в Российской Федерации». «Гарант.ру». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 17 июля 2008 г. № 1019-р «О Белоусове А. Р.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2012. Архивировано из оригинала 16 апрель 2013 года.
- ↑ 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 12.06.2007 г. № 750 «О награждении государственными наградами Российской Федерации Цыплакова С. С. и Белоусова А. Р.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2020. Архивировано 16 май 2020 года.
- ↑ О распределении обязанностей между Первым заместителем Председателя Правительства Российской Федерации, заместителями Председателя Правительства Российской Федерации (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года.
- ↑ Андрей Белоусов назначен министром экономического развития РФ. Российская газета (21 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. Архивировано 25 май 2012 года.
- ↑ Максим Товкайло, Ольга Плотонова. Новым министром экономического развития может стать Алексей Улюкаев, Ведомости (18 июнь 2013). 20 июнь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Указ «О Набиуллиной Э.С.», Официальный сайт президента РФ (24 июнь 2013). 24 июнь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Путин назначил Алексея Улюкаева главой Минэкономразвития. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2013. Архивировано 29 июль 2013 года.
- ↑ Помощник президента Андрей Белоусов возглавил совет директоров «Роснефти» — Интерфакс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2015. Архивировано 30 сентябрь 2015 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21.01.2020 г. № 25 «О Первом заместителе Председателя Правительства Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2020. Архивировано 16 май 2020 года.
- ↑ ТАСС, 13 марта 2020. Первый вице-премьер Белоусов возглавит совет директоров РЖД. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2020. Архивировано 23 апрель 2020 года.
- ↑ Совет директоров РЖД наполовину обновится. В новый состав могут войти Андрей Белоусов и Максим Решетников. Ведомости (10 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2020. Архивировано 11 март 2020 года.
- ↑ Путин предложил назначить Белоусова министром обороны РФ. iz.ru (12 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2024.
- ↑ СФ признал состоявшимися консультации по кандидатам в главы министерств и ведомств. ТАСС (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Путин включил Белоусова в число постоянных членов Совбеза. ТАСС (11 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2024.
- ↑ Биография Р. А. Белоусова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2012. Архивировано 6 октябрь 2012 года.
- ↑ Краткая биография А. П. Белоусовой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2012. Архивировано из оригинала 18 март 2013 года.
- ↑ Выписка из приказа о зачислении в МГТУ им. Баумана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2012. Архивировано из оригинала 17 июль 2020 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 01.09.2005 г. № 395-рп «О поощрении». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2020. Архивировано 16 июль 2020 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 14.06.2009 г. № 686 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2020. Архивировано 16 июль 2020 года.
- ↑ Белоусов, Андрей Рэмович. Российский индекс научного цитирования
- ↑ «Иное. Путеводитель.» «Хрестоматия нового российского самосознания» (1995). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2012. Архивировано из оригинала 19 декабрь 2013 года.
- ↑ Белоусов, Андрей Рэмович. «Структурный кризис советской индустриальной системы» (1995). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2012. Архивировано из оригинала 19 декабрь 2013 года.
- ↑ Архив журнала «Проблемы прогнозирования». Институт народнохозяйственного прогнозирования РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года.
- ↑ Белоусов, Андрей Рэмович. «Развитие российской экономики в посткризисный период (макроэкономический аспект)» (недоступная ссылка — история). Институт народнохозяйственного прогнозирования РАН (1 июнь 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2012. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ Белоусов, Андрей Рэмович. «Развитие российской экономики в среднесрочной перспективе: анализ угроз» (недоступная ссылка — история). Институт народнохозяйственного прогнозирования РАН (1 июнь 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2012. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ «Российское экономическое чудо: сделаем сами. Прогноз развития экономики России до 2020 года». — «Деловая литература», 2007. — 128 с. — ISBN 978-5-93211-043-0.(недоступная ссылка)
- ↑ Белоусов, Андрей Рэмович. Сценарии экономического развития России на пятнадцатилетнюю перспективу (недоступная ссылка — история). Институт народнохозяйственного прогнозирования РАН (2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года.
- ↑ В. А. Сальников, Д. И. Галимов. Конкурентоспособность отраслей российской промышленности – текущее состояние и перспективы. Институт народнохозяйственного прогнозирования РАН (2 апрель 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 24 май 2014 года.
- ↑ Белоусов, Андрей Рэмович. «Эволюция системы воспроизводства российской экономики: От кризиса к развитию». — «Макс-пресс», 2006. — 396 с. — 500 экз. — ISBN 5-317-01601-0. Архивная копия от 16 июль 2020 на Wayback Machine
| Элек эшләүсе: Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы |
Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры 21 май 2012 — 24 июнь 2013 |
Алмашҡа килеүсе: Алексей Валентинович Улюкаев |
| Элек эшләүсе: Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы |
Рәсәй Федерацияһы президенты ярҙамсыһы 24 июнь 2013 — 21 ғинуар 2020 |
Алмашҡа килеүсе: Максим Станиславович Орешкин |