Никитин Андрей Сергеевич

Андре́й Серге́евич Ники́тин (1979 йылдың 26 ноябре, Мәскәү)[1] — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. 2025 йылдың 8 июленән Рәсәйҙең транспорт министры[2].

Элегерәк Новгород өлкәһе губернаторы (2017 йылдың 14 октябренән 2025 йылдың 7 февраленә тиклем, 2017 йылдың 13 февраленән 14 октябренә тиклем вазифаны ваҡытлысы башҡарыусы). 2025 йылдың 7 февралендә Рәсәй Федерацияһы транспорт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеү сәбәпле отставкаға китә[3]. 2011-2017 йылдарҙа-яңы проекттарҙы алға ебәреү буйынса Стратегик инициативалар Агентлығының генераль директоры.

Биографияһы

Андрей Сергеевич Никитин 1979 йылда Мәскәүҙә тыуған. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң уның ғаиләһе Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһына күсенә[4]. Атаһы УралАЗ заводында (рус.)баш. пресс-кузов производствоһы начальнигы урынбаҫары булып эшләй, һуңынан бизнес менән шөғөлләнә. Әсәһе Мейәс хакимиәтендә ҡала социаль сфераһының финанс начальнигы, һуңынан Мәскәүҙә Иҡтисади үҫеш министрлығында белгес булып эшләй[4][5].

undefined

Белеме

Мәғариф 2001 — Дәүләт идара итеү университет (рус.)баш.ы (Мәскәү), «Дәүләт һәм муниципаль менеджмент» һөнәре буйынса. Артабан уҡыуын аспирантурала дауам итә.

2008 — Стокгольм иҡтисад мәктәбендә MBA дәрәжәһен (рус.)баш. ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Университетта уҡығанда 1998 йылда Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында стажировка үтә, халыҡ-ара эштәр буйынса комитет рәйесе ярҙамсыһы була.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Көньяҡ федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Виктор Казанцев аппаратында диплом алды стажировкаһын үтә.

2000—2001 йылдарҙа — Мәскәүҙең «Блок Блэк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары (компьютер компоненттары, оргтехника етештереү һәм һатыу), артабан Никитин «Теремок» ресторандар селтәрен үҫтереү буйынса генераль директор урынбаҫары була[6][7].

2002 йылда Никитин «Нефтегазинвест» инвестиция компанияһында эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге

2006 йылда Никитин «Стратегия организационных изменений как инструмент эффективного управления (теоретический и методологический аспект)» тигән темаға диссертация яҡлай[8] һәм иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен ала.

2008 йылда — Дәүләт идара итеү университетының (ДУМ) ойоштороу һәм идара итеү теорияһы кафедраһы доценты[9].

2018 йылда Никитин «Төбәк идара итеү командаларын формалаштырыу һәм һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү» темаһына иҡтисад фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай[10].

Рускомпозит

Никитин 2002—2011 йылдарҙа быяла сүс, композиттар һәм геосинтетика етештергән «Рускомпозит» компаниялар төркөмө етәкселегендә эшләй.

2002—2003 һәм 2004—2007 йылдарҙа «Рускомпозит» төркөмөнә ингән «Стеклонит» сауҙа йортон етәкләй.

2003—2004 — Комплекслы изоляция системаларының (газ ташыу системалары һәм предприятиелар өсөн рулонлы изоляция материалдары) генераль директоры, 2003—2004 йылдар.

2007—2009 йылдарҙа — «Стеклонит Менеджмент» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2009—2011 йылдарҙа — «Рускомпозит» идарасы компанияһының генераль директоры.

Стратегик башланғыстар агентлығы

2011 йылдың 27 июлендә асыҡ конкурстан һуң Никитин Стратегик башланғыстар агентлығының (ASI) генераль директоры итеп һайлана.

2011 йылдың 11 авгусында Никитин Рәсәй хөкүмәте бойороғо менән АСИ етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

Новгород өлкәһе губернаторы

2017 йылдың 13 февралендә Рәсәй Президенты указы менән Никитин Новгород өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[11].

2017 йылдың 10 сентябрендә 67,99% тауыш йыйып, Никитин Новгород өлкәһе губернаторы итеп һайлана[12].

2017 йылдың 14 октябрендә Никитин Новгород өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡара[13].

Губернатор ҡатнашлығында өҫтөнлөклө үҫеш биләмәһе статусы Угловка ауылы (2018) һәм Боровичи ҡалаһы[14] (2019) ике бер тармаҡлы муниципалитетҡа бирелде, Бөйөк Новгородта бизнес-инкубатор һәм технологиялар паркы булдырылды. «Новгородская» сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади зона булдырыу буйынса эш алып барыла.

2017 йылдың 22 ноябренән 2018 йылдың 18 июленә тиклем һәм 2020 йылдың 21 декабренән — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы (рус.)баш. Президиумы ағзаһы[15][16][17].

2018 йылда губернатор Никитин һаулыҡ һаҡлау реформаһы башланғысы менән сығыш яһаны — сығымдарҙы һиҙелерлек кәметтеләр, район дауаханаларында бүлектәр ябылды, күсмә медицинаны индерҙеләр (медицина комплекстары транспорт сараларына ҡуйылды). Һөҙөмтәлә Шимдә районында ҡаршылыҡ акциялары була, Окуловка ҡалаһында табиптар итальян забастовкаһы үткәрә. Үҙгәртеп ҡороуҙар юҡҡа сығарылмай.

2022 йылдың 11-13 сентябрендә Новгород өлкәһендә губернатор һайлауҙары үтте, унда Никитин икенсе тапҡыр еңде, 120,5 меңдән ашыу тауыш йыйҙы, был тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусылар һанының 77,03 процентын тәшкил итә.

2025 йылдың 7 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Андрей Никитиндың отставкаһын ҡабул итте. Уның тапшырған белдереүендә сәбәбе «икенсе эшкә күсеү менән бәйле үҙ үтенесе буйынса» тип күрһәтелгән[18]. Шул уҡ көндө Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин Андрей Никитинды транспорт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя[19].

Рәсәй транспорт министры

2025 йылдың 7 июлендә Рәсәй Федерацияһының транспорт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[20].

2025 йылдың 8 июлендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары бер тауыштан Никитинды Рәсәй Федерацияһының транспорт министры итеп раҫланы[21].

Башҡа эшмәкәрлеге

  • Дәүләт Советының «Социаль сәйәсәт» буйынса эшсе төркөмө етәксеһе[22].
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй иҡтисадын яңыртыу һәм инновацион үҫеш буйынса совет президиумы ағзаһы[23].
  • Яңы проекттарҙы алға ебәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ағзаһы[24].
  • Федераль компетенциялар үҙәгенең күҙәтеү советы ағзаһы.
  • Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ағзаһы[25].
  • «Эшлекле Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы була. Федераль тармаҡ-ара советтың композит материалдар етештереү буйынса комитетын һәм йәштәр эшҡыуарлығы буйынса комитетын етәкләне. «Рәсәй юлдарының сифаты» проекты координаторы вазифаһын башҡарҙы[26].

Наградалары

Ғаиләһе

Ҡатыны Майя Викторовна (ҡыҙ фамилияһы Санникова) — акушер-гинеколог. Ҡыҙы Арина (2017) һәм 2022 йылғы улы бар.

Санкциялар

2022 йылдың 15 декабренән Украинала хәрби хәрәкәттәр ваҡытында Никитин АҠШ санкциялары исемлегендә була. Ул шулай уҡ Австралия һәм Яңы Зеландия санкциялары исемлегенә индерелә.

Иҫкәрмәләр

  1. Агентство стратегических инициатив - Генеральный директор. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2017 года.
  2. Андрей Никитин назначен Министром транспорта России (8 июль 2025). 8 июль 2025 тикшерелгән.
  3. Губернатор Новгородской области Андрей Никитин ушел в отставку (7 февраль 2025). 7 февраль 2025 тикшерелгән.
  4. 1 2 Никитин, Андрей Сергеевич - Персона ТАСС. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2019. Архивировано 8 октябрь 2020 года.
  5. Мобильныеприложения, Rss, В. закладки. «С Путиным познакомился на собеседовании». Газета.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2019. Архивировано 9 февраль 2019 года.
  6. Ночной дозор: Андрей Никитин (ингл.). Forbes.ru (3 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2020. Архивировано 15 февраль 2019 года.
  7. Андрей Никитин. Биография. www.infox.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2020.
  8. 08.00.05 Никитин, Андрей Сергеевич Стратегия организационных изменений как инструмент эффективного управления (Теоретико-методический аспект) : Дис. … канд. экон. наук : 08.00.05 Москва, 2005 199 с. РГБ ОД, 61:05-8/3159. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2013. Архивировано 10 декабрь 2013 года.
  9. [Никитин Андрей Сергеевич. — Общероссийская общественная организация «Деловая Россия». — Версия от 09.08.2011]
  10. Никитин Андрей Сергеевич | Соискатель-Аспирант | Защита диссертаций РАНХиГС. www.ranepa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2019. Архивировано 19 ғинуар 2019 года.
  11. Андрей Никитин назначен временно исполняющим обязанности губернатора Новгородской области  (рус.), Президент России. 13 февраль 2017 тикшерелгән.
  12. Никитин одержал победу на губернаторских выборах в Новгородской области. РИА Новости (20170911T0237+0300Z). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2019. Архивировано 9 февраль 2019 года.
  13. Андрей Никитин вступит в должность губернатора Новгородской области 14 октября — Политика — ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2020. Архивировано 20 ғинуар 2019 года.
  14. Новгородские Боровичи запланировали миллиарды инвестиций к 2028 году. РЕГНУМ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2019. Архивировано 28 май 2019 года.
  15. Распоряжение Президента Российской Федерации от 22.11.2017 г. № 400-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2020. Архивировано 29 март 2020 года.
  16. Распоряжение Президента Российской Федерации от 18.07.2018 г. № 192-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2020. Архивировано 25 март 2020 года.
  17. Распоряжение Президента Российской Федерации от 21.12.2020 № 310-рп ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2020. Архивировано 10 ғинуар 2021 года.
  18. Путин уволил губернатора Новгородской области (7 февраль 2025). 7 февраль 2025 тикшерелгән.
  19. Бывший новгородский губернатор Никитин назначен замглавы Минтранса (7 февраль 2025). 7 февраль 2025 тикшерелгән.
  20. Андрей Никитин назначен исполняющим обязанности Министра транспорта (7 июль 2025). 7 июль 2025 тикшерелгән.
  21. Дума утвердила Андрея Никитина на пост министра транспорта (8 июль 2025). 8 июль 2025 тикшерелгән.
  22. Путин создал рабочие группы Госсовета по 16 направлениям. РИА Новости (20181227T1747+0300Z). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2019. Архивировано 28 май 2019 года.
  23. Президент подписал Указ «О Совете при Президенте Российской Федерации по модернизации экономики и инновационному развитию России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2013. Архивировано 6 ноябрь 2013 года.
  24. Об изменении состава наблюдательного совета автономной некоммерческой организации "Федеральный центр компетенции в сфере производительности труда", Распоряжение Правительства РФ от 10 мая 2019 года №912-р. docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2019. Архивировано 28 май 2019 года.
  25. Комиссия Российской Федерации по делам ЮНЕСКО. unesco.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2019. Архивировано 12 июнь 2019 года.
  26. Андрей Сергеевич Никитин. Биографическая справка. РИА-Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2016. Архивировано 6 март 2016 года.
  27. Указ Президента Российской Федерации от 10.10.2015 г. № 505. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2019. Архивировано 9 февраль 2019 года.

Тема буйынса өҫтәмә