«Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы
«Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы — Рәсәй Федерацияһының хәрби хеҙмәткәрҙәргә лә, ил алдында билдәле ҡаҙаныштары өсөн ябай кешеләргә лә бирелгән дәүләт наградаһы. Миҙал күкрәктең һул яғында, ордендар эргәһенә тағыла.
Награда 1994 йылда «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бергә булдырыла. Проектты Санкт-Петербург Тәңкә һарайының баш рәссамы Александр Васильевич Бакланов эшләй.
Миҙал I һәм II дәрәжәлә була. Награда эҙмә-эҙлекле: тәүҙә — II, һуңынан I дәрәжәләгеһе тапшырыла. Әгәр наградланыусының I дәрәжә миҙалы бар икән, II дәрәжәләгеһе, ғәҙәттә, тағылмай (хәрби хәрәкәттәрҙә айырылып торған өсөн ҡылыс һүрәтләнгән наградаларҙан башҡа). Ил алдындағы яңы ҡаҙаныштары булһа, I дәрәжә миҙал эйәһе IV дәрәжә орден менән бүләкләнеү хоҡуғын ала.
Награданы булдырыу тарихы
1994 йылдың 2 мартында «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалын булдырыу менән бер үк ваҡытта Рәсәй Президентының 442-се[1] Указына ярашлы икенсе награда — «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы булдырыла. Миҙал һәм орден бер награда комплектын тәшкил итә.
«Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы положениеһына 2011, 2018, 2021, 2024 йылдарҙа өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелә[2].
Тағыу һәм бүләкләү
«Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән сәнәғәттә, төҙөлөштә, фәндә, мәғарифта, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәҙәниәттә, тарнспортта һәм эшмәкәрлектең башҡа тармаҡтарында өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнә. Шулай уҡ миҙал Ватанды һаҡлауға индергән өлөш, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре ғәскәр төрҙәренең хәрби идаралыҡ, берекмәләр, берләшмәләр, хәрби частар һәм ойошмаларҙың үҙәк органдарының хәрби әҙерлеге һәм уларға ярҙам итеүҙәге, ҡануниәтте һаҡлауҙағы, тәртип булдырыу һәм дәүләт именлеген тәьмин итеүҙәге ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла[3].
Награданың ике дәрәжәһе бар:
- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы;
I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы иң юғары дәрәжә булып тора (Рәсәй Федерацияһы Президентының 2021 йылдың 19 ноябрендә 665-се Указы менән үҙәгрештәр индерелә[1])[3].
Бүләкләү түбән дәрәжәнән башланып, юғарғыһы менән тамамлана. Хәрби хәрәкәттәрҙә айырылып торған хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҡылыс һүрәтләнгән «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы тапшырыла. Бындай миҙал үлгәндән һуң да бирелеүе мөмкин (Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 15 сентябрендәге 519-сы Указына ярашлы[5])[3][6].
«Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы күкрәктең һул яғына, Изге Георгий — Георгий Тәреһе ордены отличие билдәһенән һуң тағыла. Бүләкләнеүсенең I дәрәжә миҙалы булһа, II дәрәжә миҙал тағылмай. Ҡылыс төшөрөлгән миҙалдарға ташлама бар (Рәсәй Федерацияһы Президентының 2021 йылдың 19 ноябрендәге 665-се Указы менән үҙгәрештәр индерелә[1])[3].
Айырым осраҡтар йәки көн һайын йөрөтөү өсөн «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалының бәләкәйләтелгән күсермәһен тағыу рөхсә ителә. Ул Изге Георгий — Георгий Тәреһе ордены отличие билдәһенең бләкәйләтелгән күсермәһенән һуң тағыла (өҫтәмә пункт Рәсәй Федерацияһы Президентының 2011 йылдың 16 декабрендәге 1631-се Указы менән тулыландырыла, Рәсәй Федерацияһы Президентының 2021 йылдың 19 ноябрендәге 665-се Указы менән үҙгәрештәр индерелә[1])[3].
Хәрби формаға таҡҡанда, «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы таҫмаһы Изге Георгий — Георгий Тәреһе ордены отличие билдәһе таҫмаһынан һуң ҡуйыла. Әгәр бүләкләнеүсе «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы һәм «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденына лайыҡ булһа, орден таҫмаһы ғына тағыла. Ҡылыс һүрәтләнгән «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы таҫмаһы ташламаға эйә (үҙгәрештәр Рәсәй Федерацияһы Президентының 2021 йылдың 19 ноябрендәге 665-се Указы менән индерелә[1])[3].
Миҙалдың тасуирламаһы
I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы көмөштән ҡойола һәм айырым төҫ биреү өсөн алтын ялатыла. Диаметры 32 миллиметр булған түңәрәк формаһында. Ике яғының да ситтәре ҡабартып эшләнгән, был уны ҙурайтып күрһәтә. Миҙалдың ал яғында ватан алдындағы ҡаҙаныштарҙы символлаштырыусы. Артында, уртала, награданы булдырған йыл — 1994 һәм әйләнә буйлап ҙур хәрефтәр менән «Файҙа, намыҫ һәм дан» тигән девиз яҙылған. Миҙалдың аҫҡы өлөшөндә рельефлы лавр япраҡтары һәм награда номеры бар[7][4].
Миҙал ғәҙәти бишмөйөшлө колодкаға ҡулса һәм элмәк ярҙамында беркетелә. Колодка киңлеге 24 миллиметр булған ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ебәк таҫма менән тышланған. I дәрәжә миҙал таҫмаһы уртаһында киңлеге 1 миллиметрлыҡ һары һыҙат һыҙыла, II дәрәжә миҙал өсөн шул уҡ ҡалынлыҡтағы һоро төҫтәге һыҙат һыҙыла[7].
Файл:Медаль ордена «За заслуги перед Отечеством» (фото).png
Комплект медали ордена «За заслуги перед Отечеством» II степени с удостоверением
|
«Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы |
Ҡылыслы «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы | ||
|---|---|---|---|
|
I дәрәжә |
II дәрәжә |
I дәрәжә |
II дәрәжә |
| Файл:Медаль ордена «За заслуги перед Отечеством» 1 ст.png | Файл:Медаль ордена «За заслуги перед Отечеством» 2 ст.png | Файл:Медаль ордена «За заслуги перед Отечеством» с мечами 1 ст.png | Файл:Медаль ордена «За заслуги перед Отечеством» с мечами 2 ст.png |
Хәрби хәрәкәттәрҙәге отличиеһы өсөн хәрби хеҙмәткәргә тапшырылған орден билдәһенә, колодка менән тәре араһындағы ҡулсаға сатраш һалынған, һәр ҡайһыһыһың оҙонлоғо 28 миллиметр, киңлеге 3 миллиметр булған ике алтын ялатылған ҡылыс тағыла. Орденды планкала йөрөткәндә I дәрәжә орден менән наградланыусыларҙың таҫмаһы киңлеге 45 миллиметр, II һәм III дәрәжә — 32 миллиметр, IV дәрәжә 24 миллиметр була. Планкалағы I һәм II дәрәжә орден таҫмаһының уртаһына орден йондоҙоноң көмөштән бәләкәй генә һүрәте эшләнә[4][8].
«Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалының 16 миллиметрлыҡ бәләкәйләтелгән күсермәһен, стутына ярашлы, колодкаға тағалар[4].
Галерея
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (Рәсәй)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
- «Хәрби отличие өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Указ Президента Российской Федерации от 19.11.2021 г. № 665 «О некоторых мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации». Официальный интернет-портал правовой информации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2024.
- ↑ Указ Президента РФ от 07.09.2010 N 1099 (ред. от 09.08.2023) "О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации" (вместе с "Положением о государственных наградах Российской Федерации", "Статутами орденов Российской Федерации, положениями о знаке отличия ордена Святого Георгия - Георгиевском Кресте, медалях Российской Федерации, знаке отличия "За безупречную службу", почетных званиях Российской Федерации, описаниями названных государственных наград Российской Федерации и нагрудных знаков к почетным званиям Российской Федерации"). КонсультантПлюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Положение о медали ордена "За заслуги перед Отечеством". sudact.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 3 4 Медаль ордена "За заслуги перед Отечеством". www.award.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 15.09.2018 г. № 519. www.kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
- ↑ Кокурина О. Ю. Нововведения в наградном законодательстве Российской Федерации // Новый взгляд. Международный научный вестник.
- ↑ 1 2 Юферев Сергей. Боевые награды Российской Федерации. Медаль ордена «За заслуги перед Отечеством». Военное обозрение (31 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
- ↑ Указ Президента РФ от 06.01.99 N 19. normativ.kontur.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2024.
Әҙәбиәт
- Гусев И. Е. Ордена и медали. Иллюстрированный гид. — Москва: АСТ, 2020. — 192 с.
- Гусев И. Е. Ордена, медали и наградные знаки от Петра I до современности. — Москва: АСТ, 2016. — 159 с.