Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәре — Рәсәйҙә граждандарҙың юғары ҡаҙаныштарын дәүләт һәм йәмғиәт тарафынан таныу формаларының береһе. Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһына инә.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәре буйынса 1341-се Указы ҡабул ителгәнгә тиклем алдараҡ РСФСР-ҙың почётлы исемдәрен раҫлау тураһындағы хоҡуҡи акттары ғәмәлдә булды.
Дәүләттең исемен "Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы"нан «Рәсәй Федерацияһы» тип үҙгәрткәндән һуң (ҡара: РСФСР-ҙың 1991 йылдың 25 декабрендәге 2094-I Законы һәм Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 21 апрелендәге 2708-I Законы) бөтә маҡтаулы исемдәрҙә лә «РСФСР» һүҙе «Рәсәй Федерацияһы» һүҙе менән алмаштырылды.
Өҫтәмә рәүештә, 1992 йылдың 20 мартындағы 2555-I Рәсәй Федерацияһы Законы нигеҙендә «Рәсәй Федерацияһының лётчик-космонавты», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби лётчигы» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби штурманы» тигән маҡтаулы исемдәр булдырыла.
Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәре исемлеге (1992 йылдан)
Рәсәйҙә түбәндәге маҡтаулы исемдәр булдырылды:
Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 20 мартта билдәләнгән 2555-I Законы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исемдәр булдырыла:
- Рәсәй Федерацияһының лётчик-космонавы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби лётчигы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби штурманы
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге 1341-се Указы нигеҙендә түбәндәге почётлы исемдәр билдәләнде:
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы[1]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринар врачы (Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы Указы менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринар врачы» тигән маҡтаулы исем дәүләт наградалары исемлегенән төшөрөлә; Рәсәй Федерацияһы Президентының 2021 йылдың 17 майындағы 280-се указы нигеҙендә тергеҙелә)[1]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби белгесе
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геологы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ер ойоштороусыһы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған зоотехнигы[1]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы(Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы Указы нигеҙендә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы» тигән почётлы исем дәүләт наградалары исемлегенән төшөрөлә; Рәсәй Федерацияһы Президентының 2012 йылдың 24 октябрендәге 1436-сы указы менән тергеҙелә)[1][2]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған конструкторы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урман белгесе
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һынаусы лётчигы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған производствоға уҡытыу мастеры
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мелиораторы[1]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метеорологы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метрологы[1]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы[1]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған пилоты
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү хеҙмәткәре[1]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геодезия һәм картография хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре

- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған балыҡсылыҡ хужалығы хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре ((Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 19 июлендәге 437-се Указы менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем дәүләт наградалары исемлегенән төшөрөлдө)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре

- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре[1]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рационализаторы[1]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған шахтёры
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған штурманы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һынаусы штурманы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1996 йылдың 25 ғинуарындағы 88-се Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1997 йылдың 28 майындағы 530-сы Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исемдәр булдырыла:
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сик һаҡсыһы[1]
- Рәсәй Федерацияһы тышҡы разведка органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһы именлек органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1998 йылдың 30 мартындағы 399-сы Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исемдәр булдырыла:
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дипломаты
- Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1999 йылдың 21 ноябрендәге 1546-сы Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 2 мартындағы 463-сө Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2001 йылдың 9 апрелендәге 407-се Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2001 йылдың 5 октябрендәге 1192-се Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2001 йылдың 23 декабрендәге 1474-се Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исемдәр булдырыла:
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған прокуратура хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһы наркоконтроль органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре (Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 19 июлендәге 437-се Указы менән «Рәсәй Федерацияһы наркоконтроль органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем дәүләт наградалары исемлегенән төшөрөлә)
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2012 йылдың 24 октябрендәге 1436-сы Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2013 йылдың 26 июнендәге 582-се указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Президентының 2015 йылдың 16 мартындағы 133-сө указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Президентының 2015 йылдың 30 декабрендәге Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған миграция хеҙмәте хеҙмәткәре
(Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 19 июлендәге 437-се указы менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған миграция хеҙмәте хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем дәүләт наградалары исемлегенән төшөрөлдө)
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 19 июлендәге 437-се Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исемдәр булдырыла:
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 15 сентябрендәге 599-сы Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2019 йылдың 6 декабрендәге 586-сы Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 26 октябрендәге 644-се Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2021 йылдың 17 майындағы 280-се Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2023 йылдың 9 авгусындағы 604-се указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2024 йылдың 16 ғинуарындағы 41-се Указы нигеҙендә түбәндәге маҡтаулы исем булдырыла:
Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәренең күкрәккә таға торған билдәһен һүрәтләү
Бейеклеге 40 миллиметр һәм киңлеге 30 миллиметр ҙурлыҡтағы көмөштән яһалған күкрәккә тағыла торған билдәнең формаһы — оҙонса таж. Венок лавр һәм имән ботаҡтарынан үрелгән. Аҫҡы яҡта сатраш урынлашҡан ботаҡ остары бант менән бәйләнгән. Веноктың өҫкө өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы урынлашҡан. Веноктың йөҙлөгөндәге үҙәк өлөшөндә — Рәсәй Федерацияһының почётлы званиеһы атамаһы яҙылған картуш һалынған[3].
Награда һүрәтләнеше |
Награда атамаһы |
Раҫлау датаһы |
Бүләкләү ҡағиҙәләре |
Сығанаҡ |
|
Рәсәй Федерацияның почётлы исемдәр билдәләренең өлгөһө |
Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәре |
30 декабрь |
Рәсәйҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге Рәсәй Федерацияһының почетлы исемдәрен билдәләгән 1311-се Указы ҡабул ителгәнгә тиклем РСФСР-ҙың почётлы исемдәре буйынса хоҡуҡи акттар ғәмәлдә булды. Дәүләттең исемен «Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы» тигән атаманан «Рәсәй Федерацияһы» тип үҙгәрткәндән һуң (1991 йылдың 25 декабрендәге 2094-I РСФСР Законын ҡара), 1992 йылдың февраленән «РСФСР» һүҙе «Рәсәй Федерацияһы» һүҙбәйләнеше менән алмаштырыла, ләкин 1993 йылға тиклем награда билдәләрендә «РСФСР» һүҙе яҙылды. 2007 йылдың 1 октябренә Рәсәйҙә (Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 20 мартындағы 2555-I Законы менән билдәләнгән маҡтаулы исемдәрҙе иҫәпкә алып) 68 почётлы исем булдырыла[4]. 2015 йылдың 16 мартына Рәсәйҙә 62 почётлы исем билдәләнә[4]. |
Указ президента Российской Федерации от 30 декабря 1995 года № 1341 «Об установлении почётных званий Российской Федерации…» Архивная копия от 12 июль 2021 на Wayback Machine |
Айырым статьялары булмаған маҡтаулы исемдәр
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы» тигән маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһына инә.
Исем биреүҙе нигеҙләү
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы» исеме география өлкәһендә юғары профессиональ белгестәргә:
- географик асыштар яһауҙа;
- география өлкәһендә яңы һәм бик мөһим мәғлүмәттәр тупланған ғилми экспедициялар һәм тикшеренеүҙәр үткәреүҙә;
- географик каталогтар, атластар, фәнни-популяр баҫмалар, белешмәләр, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары телдәрендә, төҙөү буйынса эштәрҙе башҡарыуҙа;
- Рәсәй Федерацияһы территорияһында етештереү көстәрен урынлаштырыу системаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән стратегик планлаштырыу документтарын әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа;
- илебеҙ география фәне ҡаҙаныштарын популярлаштырыуҙа;
- география өлкәһендә квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә шәхси ҡаҙаныштары өсөн бирелә.
Почётлы исемдең тарихы
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы» тигән маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһы Президентының 2019 йылдың 6 декабрендәге «Рәсәй Федераның атҡаҙанған географы» тигән маҡтаулы исем тураһында»ғы 586-сы Указы нигеҙендә булдырылған[5].
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған атом сәнәғәте хеҙмәткәре
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған атом сәнәғәте хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһының дәүләт награда системаһына инә.
Исем биреүҙе нигеҙләү
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған атом сәнәғәте хеҙмәткәре» исеме атом сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә:
- атом энергияһын үҙләштереү һәм файҙаланыу менән бәйле һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт именлеген, уның халыҡ-ара стратегик мәнфәғәттәрен тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән уникаль техника өлгөләрен һәм өр-яңы технологияларҙы әҙерләү һәм булдырыуҙа;
- атом энергетикаһы объекттарын, атом энергия сәнәғәте һәм ядро ҡоралдары комплекстарын, шулай уҡ атом боҙватҡыс флоты судноларын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы тәьмин итеүсе технологияларҙы үҫтереүҙә;
- атом энергияһын файҙаланыуҙың хәүефһеҙлеген арттырыу, ядро һәм радиацион хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ядро материалдарын һәм технологияларын таратмауҙа;
- атом фәнен һәм техникаһын үҫтереүҙә;
- атом сәнәғәте өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә шәхси ҡаҙаныштары өсөн бирелә.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған атом сәнәғәте хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем, ҡағиҙә булараҡ, һөнәри эшмәкәрлек алып бара башлағандан 20 йыл үткән наградаға тәҡдим ителгән кешенең федераль дәүләт власы органдарының, атом энергияһын файҙаланыуға идара итеүҙең вәкәләтле органының йәки Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарының тармаҡ наградалары (дәртләндереүҙәре) булғанда бирелә.
Почётлы исемдең тарихы
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған атом сәнәғәте хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһы Президентының 2015 йылдың 16 мартындағы «Атом энергияһын үҙләштереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалын һәм «Рәсәй Федерацияһы атом сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» маҡтаулы исемен булдырыу тураһында»ғы 133-сө Указы менән булдырыла[6].
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһының дәүләт награда системаһына инә.
Исем биреүҙе нигеҙләү
Маҡтаулы исем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының юғары профессиональ хеҙмәткәрҙәренә:
- халыҡҡа сифатлы һәм заманса торлаҡ-файҙаланыу хеҙмәттәрен ваҡытында күрһәтеүҙә;
коммуналь хужалыҡтың, ҡала транспортының, һыу таҙартыу һәм һыу менән тәьмин итеүҙең, йылытыу, яҡтыртыу һәм торлаҡ фондын һаҡлау хеҙмәтенең тотороҡло һәм сифатлы эшләүен ойоштороуҙа;
- халыҡҡа сифатлы һәм заманса торлаҡ-файҙаланыу хеҙмәттәрен ваҡытында күрһәтеүҙә;
- коммуналь хужалыҡтың, ҡала транспортының, һыу таҙартыу һәм һыу менән тәьмин итеүҙең, йылытыу, яҡтыртыу һәм торлаҡ фондын һаҡлау хеҙмәтенең тотороҡло һәм сифатлы эшләүен ойоштороуҙа;
- торлаҡ-коммуналь хужалыҡта хеҙмәтте механизациялау кимәлен арттырыуҙа һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын, һөҙөмтәлелеген һәм экологик яҡтан таҙалығын күтәреүгә булышлыҡ итеүсе заманса автоматлаштырыу системаларын ҡулланыуҙа;
- тәбиғәтте һаҡлау сараларын үтәүҙә, халыҡтың экологик хәүефһеҙлегенең төп йүнәлештәрен, йәшәгән урынында һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген бойомға ашырыуҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә;
- торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә һәм тәрбиәләүҙә шәхси ҡаҙаныштары өсөн бирелә.
Маҡтаулы исем, ҡағиҙә булараҡ, һөнәри эшмәкәрлек алып бара башлағандан 20 йыл үткәс һәм наградаға тәҡдим ителгән кешенең федераль дәүләт власы органдарының, башҡа федераль дәүләт органдарының йәки Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарының наградалары (дәртләндереүҙәре) булғанда бирелә.
Почётлы исемдең тарихы
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге Указы менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» тигән (1996 йылдың 1 апрелендә көсөнә ингән) маҡтаулы исем булдырылған. Шул уҡ указ менән маҡтаулы исем тураһында тәүге Положение раҫлана:
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем халыҡҡа торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙә, коммуналь хужалыҡтың, ҡала транспортының, һыу таҙартыу һәм һыу менән тәьмин итеүҙең, йылытыу, яҡтыртыу һәм торлаҡ фондын һаҡлау хеҙмәтенең тотороҡло һәм сифатлы эшләүен ойоштороуҙа, хеҙмәтте автоматлаштырыу һәм механизациялауҙы индереүҙә, тәбиғәтте һаҡлау сараларын башҡарыуҙа, халыҡтың экологик именлегенең төп йүнәлештәрен һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген арттырыуҙа, 15 йылдан ашыу әүҙем ҡатнашҡан өсөн бирелә.
Маҡтаулы исем тураһында Положениеның хәҙерге төрө Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указы менән раҫланған.
Күсеү осоро
Рәсәйҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге 1311-се Указы ҡабул ителгәнгә тиклем РСФСР-ҙың почетлы исемдәрен билдәләү буйынса хоҡуҡи акттар ғәмәлдә булды. Дәүләттең исемен «Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы» тигән атаманан «Рәсәй Федерацияһы» тигәнгә (ҡара: РСФСР-ҙың 1991 йылдың 25 декабрендәге 2094-I Законы) үҙгәрткәндән һуң [7], бөтә маҡтаулы исемдәрҙә «РСФСР» исеме «Рәсәй Федерацияһы» һүҙбәйләнеше менән алмаштырыла, шулай итеп, 1992 йылдан 1996 йылдың 30 мартына тиклем РСФСР-ҙың 1961 йылдан алып ғәмәлдә булған шул уҡ атама менән бер типтағы маҡтаулы исем бирелә.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһының дәүләт награда системаһына инә.
Исем биреүҙе нигеҙләү
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» исеме халыҡты социаль яҡлау органдары һәм учреждениеларының юғары профессиональ хеҙмәткәрҙәренә:
- граждандарға ваҡытында һәм даими социаль ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороуҙа, шулай уҡ уларҙы пенсия менән тәьмин итеүҙе ойоштороуҙа;
- дәүләт яғынан социаль ярҙамға мохтаж кешеләр тураһында мәғлүмәтте үҙ эсенә алған мәғлүмәттәр базаһын актуаль хәлдә тотоуҙа;
- социаль ярҙам алыу өсөн кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереү процедураһын күпкә ябайлаштырырға һәм халыҡҡа уны күрһәтеүҙе тиҙләтергә мөмкинлек биргән заманса мәғлүмәт технологияларын әҙерләүҙә һәм индереүҙә;
- балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа, уларҙың социаль яраҡлашыуына булышлыҡ итеүҙә һәм йәмғиәт өсөн файҙалы эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙә;
- ойошма хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын яҡлауҙа һәм хеҙмәт хоҡуғы һәм хеҙмәтте һаҡлау нормаларын үтәү буйынса саралар үткәреүҙә;
- Рәсәй Федерацияһы халыҡты социаль яҡлау органдары һәм учреждениелары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә шәхси ҡаҙаныштары өсөн бирелә.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем, ҡағиҙә булараҡ, 20 йыл дауамында һөнәри эшмәкәрлек осоронда наградаға тәҡдим ителгән кешенең федераль дәүләт власы йәки Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарының тармаҡ наградалары (дәртләндереүҙәре) булғанда бирелә.
Почётлы исемдең тарихы
1991 йылдан һуң күсеү осоронда тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә РСФСР-ҙың награда системаһынан күсеп килгән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған социаль тәьминәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге [8]«Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен билдәләү, маҡтаулы исемдәр тураһында положениеларҙы раҫлау һәм Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәренең күкрәккә тағыла торған билдәһен булдырыу тураһында»ғы 1341-се Указы нигеҙендә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем раҫланған[9]. Шул уҡ указ менән маҡтаулы исем тураһында тәүге Положение раҫлана:
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем граждандарға социаль ярҙам һәм уларҙы пенсия менән тәьмин итеүҙе ойоштороуҙағы ҡаҙаныштары, мохтаждарға төрлө хәйриә формалары һәм хәйриә төрҙәре, халыҡты социаль яҡлауҙың мөһим йүнәлештәре буйынса ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүҙәге һәм 15 йылдан ашыу халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә эшләүсе юғары профессиональ хеҙмәткәрҙәргә бирелә.
Почётлы исем тураһында Положение Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указы менән раҫланған[10].
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған суд приставы
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған суд приставы» тигән маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһының дәүләт награда системаһына инә.
Исем биреүҙе нигеҙләү
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған суд приставы» исеме Рәсәй Федерацияһы мәжбүри башҡарыу органдарының юғары профессиональ хеҙмәткәрҙәренә:
- Рәсәй Федерацияһы Конституция суды, Рәсәй Федерацияһы Юғары суды, дөйөм юрисдикция судтары һәм арбитраж судтар эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен ойоштороуҙа һәм тәьмин итеүҙә;
- дөйөм юрисдикция судтарының һәм арбитраж судтарҙың суд акттарын, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы башҡа органдар һәм вазифалы кешеләр акттарын мәжбүри үтәүҙе ойоштороуҙа һәм тормошҡа ашырыуҙа;
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара килешеүҙәренә ярашлы кешеләрҙе дәүләт-ара эҙләүҙе ойоштороуҙа һәм тормошҡа ашырыуҙа;
- дәүләт реестрына индерелгән эшмәкәрлектең төп төрө сифатында кисектерелгән бурысты кире ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыусы юридик шәхестәр эшмәкәрлегенә федераль дәүләт контролен (күҙәтеүен) ойоштороуҙа һәм тормошҡа ашырыуҙа;
- енәйәт эштәре буйынса тәүләп һорау алыуҙы һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса эштәрҙе ойоштороуҙа һәм тормошҡа ашырыуҙа;
- Рәсәй Федерацияһының мәжбүри үтәү органдары эшмәкәрлеген камиллаштырыуҙа шәхси ҡаҙаныштары өсөн бирелә.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған суд приставы» тигән маҡтаулы исем, ҡағиҙә булараҡ, наградаға тәҡдим ителгән кеше һөнәри эшмәкәрлек алып бара башлағандан 20 йыл үткәс һәм уның федераль дәүләт власы йәки Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары наградалары (дәртләндереүҙәре) булғанда бирелә.
Почётлы исемдең тарихы
«Рәсәй Федераның атҡаҙанған суд приставы» маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 26 октябрендәге 644-се «Рәсәй Федерация атҡаҙанған суд приставы» маҡтаулы исемен раҫлау тураһында» Указы менән булдырыла[11].
Тапшырылыу туҡтатылған маҡтаулы исемдәр
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған миграция хеҙмәте хеҙмәткәре
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған миграция хеҙмәте хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем 2015-2019 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының дәүләт награда системаһына индерелә.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған миграция хеҙмәте хеҙмәткәре» исеме Федераль миграция хеҙмәтенә командировкаға ебәрелгән Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдарының юғары профессиональ хеҙмәткәрҙәренә, федераль дәүләт граждандар хеҙмәтенә, Федераль миграция хеҙмәте системаһы һәм миграция өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусы башҡа федераль башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренә:
- миграция өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен әҙерләүҙә һәм уны тормошҡа ашырыуҙа;
- миграция өлкәһендә норматив-хоҡуҡи көйләүҙе камиллаштырыуҙа;
- кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлауҙы тәьмин итеүҙә;
- миграция өлкәһендә дәүләт контролен (күҙәтеүен) тормошҡа ашырыуҙа шәхси ҡаҙаныштары өсөн бирелде.
Маҡтаулы исем, ҡағиҙә булараҡ, миграция өлкәһендә хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра башлағандан алып 10 йылдан һуң һәм наградаға тәҡдим ителгән кешенең федераль дәүләт власы органының ведомство наградалары (дәртләндереүҙәре) булғанда бирелде.
Маҡтаулы исем Рәсәй Президентының 2015 йылдың 30 декабрендәге «Почетлы исем булдырыу тураһында» 674-се Указы менән билдәләнде[12]. Шул уҡ указ менән почётлы исем тураһында положение раҫланды.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 19 июлендәге 437-се указы менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған миграция хеҙмәте хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем 2019 йылдың 19 июленән дәүләт наградалары исемлегенән алынды[13].
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем 1995-2018 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының дәүләт награда системаһына индерелде[14]. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырыуға бәйле, «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем дәүләт наградалары системаһынан алынды[15].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Упразднено Указом Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 г. № 1099 Архивная копия от 31 декабрь 2010 на Wayback Machine.
- ↑ Вновь установлено Указом Президента Российской Федерации от 24 октября 2012 г. № 1436 2014 йылдың 16 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Для почётных званий «Лётчик-космонавт Российской Федерации», «Заслуженный военный лётчик Российской Федерации» и «Заслуженный военный штурман Российской Федерации» установлены отличные от описанного нагрудные знаки.
- ↑ 1 2 Федеральным законом от 9 мая 2006 г. № 68-ФЗ установлено почётное звание Российской Федерации «Город воинской славы»
- ↑ [http://www.kremlin.ru/acts/bank/44910 Указ Президента РФ от 6 декабря 2019 г. № 586 «Об установлении почётного звания „Заслуженный географ Российской Федерации“»]. Архивировано 10 июнь 2020 года.
- ↑ Указ Президента РФ от 16 марта 2015 г. № 133 «Об учреждении медали „За заслуги в освоении атомной энергии“ и установлении почётного звания „Заслуженный работник атомной промышленности Российской Федерации“». Архивировано из оригинала 30 август 2019 года.
- ↑ Закон РСФСР от 25 декабря 1991 года № 2094-I «Об изменении наименования государства Российская Советская Федеративная Социалистическая Республика» 2013 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Вступил в силу 1 апреля 1996 г.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 декабря 1995 года № 1341 «Об установлении почётных званий Российской Федерации, утверждении положений о почётных званиях и описания нагрудного знака к почётным званиям Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2018. Архивировано из оригинала 25 октябрь 2011 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 года № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2018. Архивировано из оригинала 8 май 2013 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 26.10.2020 № 644 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2020. Архивировано 1 ноябрь 2020 года.
- ↑ Указ Президента РФ от 30 декабря 2015 года № 674 «Об установлении почётного звания „Заслуженный работник миграционной службы Российской Федерации“». Архивировано из оригинала 25 август 2019 года.
- ↑ Указ Президента РФ от 19 июля 2018 года № 437 «О некоторых вопросах государственной наградной системы Российской Федерации». Архивировано из оригинала 1 октябрь 2018 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 декабря 1995 года № 1341 «Об установлении почётных званий Российской Федерации, утверждении положений о почётных званиях и описания нагрудного знака к почётным званиям Российской Федерации» Архивная копия от 25 октябрь 2011 на Wayback Machine
- ↑ 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 19 июля 2018 г. № 437 «О некоторых вопросах государственной наградной системы Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2019. Архивировано 2 август 2018 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 года № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» 2015 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Щеголев К.А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — С. 344—375. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
- Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
- Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 254 с.
Һылтанмалар
- Положение о государственных наградах Российской Федерации (утверждено Указом Президента Российской Федерации от 2 марта 1994 г. № 442)
- Положение о почётных спортивных званиях «Заслуженный тренер России», «Заслуженный мастер спорта России», почётном знаке «За заслуги в развитии физической культуры и спорта», знаке «Отличник физической культуры и спорта» (утверждено приказом Государственного комитета Российской Федерации по физической культуре и туризму от 25 мая 1995 г. № 131) Архивная копия от 27 сентябрь 2007 на Wayback Machine
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Рәсәй дәүләт наградалары өлкәһен хоҡуҡи көйләү
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары исемлеге
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ архитекторҙары исемлеге
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусылары исемлеге
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамдары исемлеге
- СССР-ҙың почётлы исемдәре