Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһына ингән маҡтаулы исем.
Исем биреү нигеҙҙәре
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» маҡтаулы исеме журналистарға һәм киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәренә:
- Ватан журналистикаһының йәмғиәттәге абруйын күтәреүҙәге;
- граждандарҙа социаль яуаплылыҡ һәм гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуҙағы;
- Рәсәй Федерацияһының һәм башҡа илдәрҙең ижтимағи, сәйәси, мәҙәни тормошо ваҡиғаларын, эске һәм тышҡы сәйәсәт проблемаларын, халыҡ-ара мәсьәләләрҙе объектив яҡтыртыуҙағы;
- Рәсәй халыҡтары өсөн традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙәге;
- журналистикала автор стилен булдырыуҙағы;
- Рәсәйҙең мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлауҙа һәм популярлаштырыуҙа, шулай уҡ рус телен һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә һәм популярлаштырыуҙағы;
- Рәсәй киң мәғлүмәт саралары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙәге шәхси ҡаҙаныштары өсөн бирелә:
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» маҡтаулы исеме, ҡағиҙә булараҡ, наградаға тәҡдим ителеүсенең һөнәри эшмәкәрлек менән шөғөлләнәүенә 20 йыл тулғандан һуң ғына бирелә. Бүләкләнеүгә дәғәүә итеүсе шулай уҡ быға тиклем федераль дәүләт власы органдарының йәки Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарының тармаҡ наградаларына (дәртләндереүҙәренә) лайыҡ булырға тейеш.
Биреү тәртибе
Рәсәйҙең маҡтаулы исеме менән бүләкләү тураһында үтенесте башта Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт наградалары буйынса комиссия ҡарай һәм ыңғай һөҙөмтә буйынса Дәүләт башлығына тейешле тәҡдим әҙерләй. Маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән бирелә.
Маҡтаулы исем тарихы
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 19 июлендәге «О некоторых вопросах государственной наградной системы Российской Федерации» исемле 437-се Указы менән булдырылған[1].
Күкрәккә тағыла торған билдә
Күкрәккә тағыу билдәһе Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре өсөн берҙәм формала булып, бейеклеге 40 мм һәм киңлеге 30 мм булған көмөштән эшләнә. Ул лавр һәм имән ботаҡтары барлыҡҡа килтергән овал таж формаһында. Аҫҡы яҡтак киҫешкән ботаҡтарҙың осо бант менән бәйләнгән. Таждың өҫкө өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы урын алған. Алғы яҡтағы веноктан өҫтәрәк маҡтаулы исем атамаһы яҙылған картуш ҡуйылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 19 июля 2018 г. № 437 «О некоторых вопросах государственной наградной системы Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2018. Архивировано 2 август 2018 года.
Һылтанмалар
- Статистика и список награжденных // Сайт «Награды России» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2024).