Решетников Максим Геннадьевич

Решетников Максим Геннадьевич (11 июль 1979 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. 2020 йылдың 21 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры. 2017 йылдың 18 сентябренән 2020 йылдың 21 ғинуарына тиклем Пермь крайы губернаторы. Рәсәй Федерацияһының III класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2010). «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының юғары советы ағзаһы[1].

Биографияһы

Максим Геннадьевич Решетников 1979 йылдың 11 июлендә Пермь ҡалаһында тыуа.

Пермь ҡалаһының 17-се мәктәп-гимназияһын тамамлай[2]. Мәктәптән һуң Пермь дәүләт университетының иҡтисади кибернетика кафедраһына уҡырға инә[3]. 2000 йылда университетты «иҡтисадсы-математик» һөнәре, ә 2002 йылда «лингвист — тәржемәсе» һөнәре буйынса тамамлай.

2003 йылда Л. С. Портный етәкселегендә «Финанс ағымдары нигеҙендә төбәк иҡтисады менән идара итеү: принциптар һәм моделдәр (Пермь өлкәһе миҫалында)» (рус. «Управление экономикой региона на основе финансовых потоков: принципы и модели (на примере Пермской области)») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә була[4][5][6][7].

1998—2002 йылдарҙа «Прогноз» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә баш белгес, проекттар етәксеһе булып эшләй[8].

2000—2005 йылдарҙа Пермь өлкәһе хакимиәтенең баш иҡтисад идаралығында бюджет килемдәрен һәм сығымдарын планлаштырыу бүлеге начальнигы, төбәк финанстары һәм инвестициялары бүлеге начальнигы, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләй[9].

2005—2007 йылдарҙа Пермь өлкәһенең планлаштырыу департаменты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Пермь крайы губернаторы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары[8][9].

2007—2009 йылдарҙа Рәсәй төбәктәр үҫеше министрлығының бюджет-ара мөнәсәбәттәр департаменты директоры урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власы органдарының эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күҙәтеү һәм баһалау департаменты директоры[8][9].

2009 йылдың 14 апреленән 12 октябренә тиклем — Пермь крайы губернаторы хакимиәте етәксеһе[8][9]. Шул уҡ йылда Рәсәй президенты Дмитрий Медведевтың тәүге йөҙ кадрҙар резервына индерелә[8][10].

2009—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте аппаратының дәүләт идаралығы, төбәк үҫеше һәм урындағы үҙидара департаменты директоры[8].

2010 йылда, Собянин Мәскәү мэры итеп тәғәйенләнгәндән һуң, Решетников баш ҡала хөкүмәтенә эшкә күсә, Мәскәү Мэры Һәм хөкүмәте аппараты етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[9].

2012—2017 йылдарҙа Мәскәү хөкүмәте министры, Мәскәү ҡалаһының иҡтисад сәйәсәте һәм үҫеш департаменты етәксеһе[8][9].

Пермь крайы губернаторы

2017 йылдың 6 февралендә Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән Пермь крайы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[10].

2017 йылдың 14 июнендә губернатор һайлауҙарында «Берҙәм Рәсәй» партияһынан рәсми кандидат була. 10 сентябрҙә һайлауҙа 82,06 % тауыш йыйып, еңеү яулай[11]. 2017 йылдың 18 сентябренән Пермь крайы губернаторы вазифаһын биләй[12].

2017 йылдың декабрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһына инә[13]. 2018 йылдың 8 декабрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVIII съезында партияның юғары советы составына һайлана[14].

2018 йылдың 18 июленән 2019 йылдың 28 ғинуарына тиклем Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумы ағзаһы[15][16].

Рәсәй хөкүмәтендә

undefined

2020 йылдың 21 ғинуарында Рәсәй президенты указы менән Рәсәй Федерцияһы иҡтисади үҫеш министры вазифаһына тәғәйенләнә, Пермь крайы губернаторы вазифаһынан бушатыла[17].

2020 йылдың март айынан «Рәсәй венчур компанияһы», апрель айынан «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация» акционерҙар йәмғиәттәренең директорҙар советы рәйесе. Шул уҡ йылдан «Рәсәй тимер юлдары» һәм Рәсәй Почтаһы асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең директорҙар советы ағзаһы, Рәсәй тура инвестициялар фондының идара итеүсе компанияһының һәм дәүләт ҡатнашлығындағы «ВТБ» коммерция банкының күҙәтеү советы ағзаһы[18].

2020 йылдың 12 майынан — Япония менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса Рәсәй президентының махсус вәкиле[19][1].

2021 йылдың 29 мартынан президент указы менән Рәсәйҙән Европа реконструкция һәм үҫеш банкы идарасыһы итеп тәғәйенләнә[1].

2024 йылдың 14 майында Дәүләт думаһы тарафынан Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры вазифаһына ҡабаттан раҫлана[20][21][1].

Наградалары

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2016)[22];
  • Дуҫлыҡ ордены[1];
  • Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең Почёт грамотаһы[9];
  • Рәсәй Федерацияһы президентының Рәхмәт хаты[1].

Ғаиләһе һәм мауығыуҙары

Өйләнгән, ҡатыны Анна Пермь дәүләт университетын тамамлаған. Өс бала: ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләгәндәр[23].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген социаль селтәрҙәр аша күрһәтеп бара. Пермь крайы халҡы һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Энциклопедия ТАСС, 2024. Решетников, Максим Геннадьевич. Министр экономического развития РФ
  2. Как учился и где нашёл свою любовь: что рассказали знакомые о новом губернаторе Пермского края. Progorod59.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2019. Архивировано 18 февраль 2019 года.
  3. На звёздах систему не построишь. Максим Решетников считает, что нужны профессионалы-ремесленники. Газета «Вечерняя Москва» (10 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2017. Архивировано из оригинала 8 февраль 2017 года.
  4. Научный руководитель нового губернатора Прикамья: «Я знаю его как патологического трудоголика». 59.ru (6 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2017. Архивировано 7 февраль 2017 года.
  5. Многодетный отец, трудоголик, миллионер: что мы знаем о новом главе Прикамья. 59.ru (7 февраль 2017).
  6. Биография губернатора Пермского края Максима Решетникова. tass.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2019. Архивировано 27 ғинуар 2019 года.
  7. Максим Геннадьевич Решетников. Управление экономикой региона на основе финансовых потоков: принципы и модели: На примере Пермской области. — 2003. Архивировано 27 ғинуар 2019 года.
  8. 1 2 3 4 5 6 Максим Решетников. www.business-class.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2020. Архивировано 5 сентябрь 2019 года.
  9. 1 2 3 4 5 6 7 Решетников Максим Геннадьевич. economy.gov.ru. Министерство экономического развития Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2020. Архивировано 17 март 2020 года.
  10. Дмитрий Медведев расспросил губернатора Пермского края о прямых эфирах в Instagram. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2017. Архивировано 6 февраль 2017 года.
  11. Избирательная комиссия утвердила итоги голосования по выборам губернатора Пермского края. permkrai.izbirkom.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2019. Архивировано из оригинала 27 ғинуар 2019 года.
  12. Инаугурация Максима Решетникова. permnews.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2019. Архивировано 27 ғинуар 2019 года.
  13. Губернатор Пермского края Максим Решетников вступил в Партию. permkrai.er.ru (22 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2019. Архивировано 27 ғинуар 2019 года.
  14. Ротация в составе Высшего Совета «Единой России» составила 16%. er.ru (8 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2018. Архивировано 27 март 2019 года.
  15. Распоряжение Президента Российской Федерации от 18.07.2018 г. № 192-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2020. Архивировано 25 март 2020 года.
  16. Распоряжение Президента Российской Федерации от 28.01.2019 г. № 23-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2020. Архивировано 11 август 2020 года.
  17. Подписаны указы о назначении министров Правительства Российской Федерации. kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2020. Архивировано 30 ғинуар 2022 года.
  18. Решетников, Максим Геннадьевич. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2022.
  19. Указ Президента Российской Федерации от 12.05.2020 № 320 «О специальном представителе Президента Российской Федерации по вопросам торгово-экономического сотрудничества с Японией». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2020. Архивировано 22 май 2020 года.
  20. Госдума утвердила Решетникова министром экономического развития. РИА "Новости" (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  21. Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  22. Указ Президента Российской Федерации от 20.09.2016 г. № 481. kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2019. Архивировано 22 ғинуар 2019 года.
  23. Елена Третьякова. И. о. губернатора Пермского края Максим Решетников вышел в свет с супругой  (рус.), «Комсомольская правда» (9 март 2017). 18 июль 2017 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә