Фәйзуллин Ирек Әнүәр улы
Фәйзуллин Ирек Әнүәр улы (8 декабрь 1962 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры (2020 йылдың 10 ноябренән)[1].
2020 йылдың 22 ғинуарынан 10 ноябрегә тиклем — Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары[2][3][4]. Фәйзуллиндың министрлыҡ етәксеһе булып дүрт йыл эшләү осоро уңышлы тип табыла, һәм 2024 йылдың майында, РФ Хөкүмәтенең яңы составын формалаштырғанда ул федераль министр вазифаһынан ҡабаттан раҫлана. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2021). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе[5]. Дуҫлыҡ ордены (2014) кавалеры.
Биографияһы
Ирек Әнүәр улы Фәйзуллин 1962 йылдың 8 декабрендә Татар АССР-ының Ҡазан ҡалаһында тыуа. 1985 йылда Ҡазан инженер-төҙөлөш институтын «сәнәғәт һәм граждан төҙөлөшө» һөнәре буйынса тамамлай; иҡтисад фәндәре кандидаты; доцент. 35 йыл тирәһе Татарстанда эшләй.
1985—1989 йылдарҙа Ҡазан инженер-төҙөлөш институтының металл конструкциялар һәм ҡоролмаларҙы һынау кафедраһында инженер, өлкән инженер була. 1989—1993 йылдарҙа «Татстройпроект» проект-төҙөлөш ойошмаһының баш инженеры, директоры булып эшләй. 1993—1995 йылдарҙа — «Татстройпроект» акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе. 1995—1997 йылдарҙа — «Казстройдекор» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе. 1997—2002 йылдарҙа — «Татавтодор» проект-ремонт-төҙөлөш берекмәһе дәүләт унитар предприятиеһы начальнигының беренсе урынбаҫары була.
2002—2005 йылдарҙа «Татинвестгражданпроект» дәүләт баш территориаль проект-тикшеренеү фәнни-производство фирмаһы" дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры булып эшләй.
2005—2010 йылдарҙа Татарстан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары, Татарстандың баш архитекторы, «Татинвестгражданпроект» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры була.
2010—2020 йылдарҙа Татарстан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры, Татарстан Республикаһының баш архитекторы вазифаһында эшләй.
2020 йылда Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһында төбәктәрҙе үҫтереү буйынса хөкүмәт комиссияһының президиум (штаб) рәйесе урынбаҫары[2].
2020 йылдың 10 ноябренән Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры итеп тәғәйенләнә. 2024 йылдың 14 майында Дәүләт Думаһы уны ҡайтанан ошо уҡ вазифаға раҫлай[6], президент Путин шул уҡ көндө тәғәйенләнеш тураһында указға ҡул ҡуя[7][2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Ғаиләһе
Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ үҫтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Дуҫлыҡ ордены (2014)[9]
• «Татарстан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2020)[10]
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2021)[11]
• «Дағстан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө өсөн» миҙалы (13 сентябрь 2024 йыл)[12]
• Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2 октябрь 2024 йыл)[13]
Иҫкәрмәләр
- ↑ ТАСС. Файзуллин назначен врио главы Минстроя (9 ноябрь 2020). 9 ноябрь 2020 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 Энциклопедия ТАСС, 2024. Файзуллин, Ирек Энварович. Министр строительства и жилищно-коммунального хозяйства РФ
- ↑ РБК. Изменения в правительстве. Что известно про новых кандидатов в министры (9 ноябрь 2020). 9 ноябрь 2020 тикшерелгән.
- ↑ Комсомольская правда. Экс-министр Татарстана Ирек Файзуллин выдвинут на пост главы Минстроя РФ (9 ноябрь 2020). 9 ноябрь 2020 тикшерелгән.
- ↑ Файзуллин Ирек Энварович
- ↑ Госдума утвердила Файзуллина на пост министра строительства и ЖКХ. РИА "Новости" (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Совет директоров ОАО «РЖД»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 23.01.2014 г. № 32 О награждении государственными наградами Российской Федерации
- ↑ Минниханов назначил бывшего зама Ирека Файзуллина новым главой Минстроя Татарстана. tnv.ru (рус.)
- ↑ Путин присвоил Иреку Файзуллину звание заслуженного строителя России. tatar-inform.ru, 26.10.2021
- ↑ Указ Главы Республики Дагестан от 13 сентября 2024 года № 115 «О награждении медалью «За вклад в социально-экономическое развитие Республики Дагестан» Файзуллина И.Э.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 сентябрь 2024. Архивировано 21 сентябрь 2024 года.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 02.10.2024 г. № 2733-р «О поощрении Правительством Российской Федерации»