Алиханов Антон Андреевич
Антон Андреевич Алиханов | |
---|---|
![]() | |
| |
14 май 2024 | |
Хөкүмәт башлығы | Михаил Мишустин |
Алда эшләүсе | Денис Мантуров |
29 сентябрь 2017 — 14 май 2024 | |
Президент | Владимир Путин |
Алда эшләүсе |
Николай Цуканов Евгений Зиничев (Вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы) |
Дауам иттереүсе |
Сергей Елисеев Вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Беспрозванных |
|
|
Тыуған |
17 сентябрь 1986 (38 йәш) Сухум, Абхазская АССР-ы, Грузин ССР-ы, СССР |
Фирҡәһе | Берҙәм Рәсәй |
Белеме | Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты |
Ғилми дәрәжәһе | иҡтисад фәндәре кандидаты (2012) |
Наградалары | |
![]() |
Анто́н Андре́евич Алиха́нов (тыуған 1986 йылдың 17 сентябрендә, Сухуми, бхазия АССР-ы, Грузия ССР-ы, СССР) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министры (2024 йылдың 14 майынан)[1]. Калининград өлкәһе губернаторы (2017 йылдың 29 сентябренән 2024 йылдың 14 майына тиклем; 2016 йылдың 6 октябренән 2017 йылдың 29 сентябренә тиклем — Калининград өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы)[2][3][4][5][6][7][8][9]. Белеме буйынса — юрист һәм финансист. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ағзаһы һәм партияның Генераль советы ағзаһы[10][11][12].
Биографияһы
Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Антон Андреевич Алиханов 1986 йылдың 17 сентябрендә Абхазия АССР-ы Сухум ҡалаһында, (Грузия ССР-ы) ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Андрей Антонович Алиханов (1960 йылда тыуған)[13] Мәскәүҙә тыуған[14], ярым грек, ярым рус, әсәһе — Лиана Тейрановна Алиханова (1961 йылда тыуған)[13], Тбилиси дәүләт медицина университетын тамамлаған, медицина фәндәре кандидаты, урыҫ һәм грузин тамырлы[13][15].
Атаһы Сухум ҡалаһындағы субтропик культуралар буйынса аграр университетты тамамлаған һәм сәй-тәмәке фабрикаһында эшләгән[14].
1992 йылда Грузин-абхаз һуғышы башланғандан һуң ғаилә Абхазия АССР-ынан ашығыс рәүештә күсеп китергә мәжбүр була һәм Мәскәүгә күсенә. Унда тормошто яңынан башлап ебәрәләр. Ике ғаилә, барлығы туғыҙ кеше (ата-әсәләр, оләсәй-олатайҙар, апай-ағай һәм балалар), баш ҡалала «Кантемировская» метро станцияһы янындағы бер бүлмәле фатирҙа йәшәй. Әсәһе Мәскәү ҡалаһының 4-се клиник дауаханаһының гастроэнтерология бүлеге мөдире булып эшкә урынлаша. Ә атаһының һөнәре субтропик ауыл хужалығы буйынса белгеслеге үҙәк Рәсәйҙә кәрәкле булмағанлыҡтан, ул эшҡыуарлыҡҡа тотона[14]. Мәскәүҙә Андрей Алиханов 1990 йылдарҙа ит менән ваҡлап сауҙа итеүсе «Русмясомолторг» компанияһын нигеҙләүселәрҙең береһе була, унда уның өлөшө 20 % тәшкил итә[13][15].
1990 йылдарҙа Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Викторович Бабич менән Алихановтың атаһы бергә эшләгән[16].
Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Антон Андреевич Алиханов ике юғары белемле[13].
Мәскәүҙәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты тамамлаған: 2008 йылда — «Финанс һәм Кредит» йүнәлеше буйынса, 2010 йылда — «Юриспруденция» һөнәре буйынса[17].
2012 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетында «Компанияның ойошма мәҙәниәтен үҫтереү сығымдарын идара итеү» темаһына иҡтисад фәндәре кандидаты дәрәжәһен алыу өсөн диссертация яҡлай[13]. Хеҙмәт «Халыҡ хужалығын иҡтисад һәм идара итеү (менеджмент)» йүнәлеше буйынса башҡарылған[18][19].
Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2009—2010 йылдарҙа — Мәскәү өлкәһе буйынса Рәсәй Федерацияһының Юстиция министрлығы идаралығының юридик бүлеге белгес-эксперты[17].
2010—2012 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Юстиция министрлығында эштәр идаралығының планлаштырыу-иҡтисади бүлегенең әйҙәүсе кәңәшсеһе[17].
2013 йылдан — Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының тышҡы сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләү департаменты директоры урынбаҫары, һуңынан директоры[20].
2015 йылдың 24 ғинуарынан — Евразия экономик комиссияһы коллегияһы ҡарамағындағы сауҙа буйынса консультатив советтың сауҙа сәйәсәте буйынса бүлексә ағзаһы[21][22].
2015 йылдың 22 сентябрендә — Калининград өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән, ауыл хужалығы һәм сәнәғәтте күҙәткән[20].
2015 йылдың 17 декабренән — Калининград өлкәһенең Махсус иҡтисади зонаһы администрацияһы башлығы. Калининград өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең махсус режимын хоҡуҡи көйләү тураһындағы законды әҙерләүҙе күҙәткән.
2016 йылдың 30 июленән — Калининград өлкәһе хөкүмәте рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[23].
Калининград өлкәһе губернаторы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2016 йылдың 6 октябрендә, Евгений Зиничев губернатор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙан киткәндән һуң, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин указы[9] менән Антон Алихановты Калининград өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләй. Был вазифала ул губернатор итеп һайланған кешенең эшкә ингәненә тиклем эшләй[8]. Ул ваҡытта Алиханов иң йәш губернатор булараҡ тарихҡа инеп 3ала (уға 30 йәш була).
Владимир Путин һүҙҙәре буйынса, Алиханов Калининград өлкәһенең яҡын киләсәккә стратегик үҫеш планын төҙөү буйынса эшләгән авторҙарҙың береһе булып тора. Алихановҡа яңы вазифала Рәсәй хөкүмәте менән берлектә был эште тамамлау, аныҡлап бойомға ашырыу бурысы ҡуйыла[8].
2017 йылдың 10 сентябрендә Алиханов Калининград өлкәһе губернаторы итеп һайлана. Калининград өлкәһе губернаторы һайлауҙында уның кандидатураһын 255 491 һайлаусы яҡлай, был 81,06 % тауыш биреүселәр[2][3][4].
2017 йылдың 29 сентябрендә вазифаға инә һәм өлкә халҡына ант бирә[5][6][7][24].
2018 йылдың 18 июленән 2019 йылдың 28 ғинуарына тиклем һәм 2020 йылдың 21 декабренән алып — хәҙерге ваҡытҡа тиклем — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы Президиумы ағзаһы булып тора[25][26][27].
2022 йылдың 20 майында Президент Владимир Путин менән онлайн-конференция ваҡытында Алиханов Калининград өлкәһе властары эшмәкәрлеген ыңғай баһалай. Осрашыуҙа транзит мәсьәләләре, Литва аша йөк ташыуҙар һәм ташыусыларҙың проблемалары тикшерелә. Алихановтың үтенесе буйынса, Путин «Газпром» менән төбәктә газ үткәреү күләмен арттырыу мәсьәләһен хәл итергә вәғәҙә итә. 2024 йылдың 25 ғинуарында булған осрашыуҙа улар Калининград өлкәһенең социаль-иҡтисади үҫеше, репродуктив сәләмәтлек хеҙмәтенең эшмәкәрлеген яҡшыртыу, тыуым үҫеше һәм халыҡ йәшәү оҙайлылығы мәсьәләләрен тикшерә[28][29].
2022 йылдың 11 сентябрендә Антон Алиханов Калининград өлкәһе губернаторы итеп икенсе срокҡа һайлана. 9—11 сентябрь һайлауҙар йомғаҡтары буйынса, 80,21 % һайлаусы (259 220 кеше) уның кандидатураһын хуплай[30]. 2022 йылдың 16 сентябрендә вазифаға инә[31].
2024 йылдың май айында яңы хөкүмәт төҙөү барышында Алиханов Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министры вазифаһына тәҡдим ителә. Был тәҡдимде премьер-министр Михаил Мишустин индерә. Ул ошо вазифала Денис Мантуровты алмаштыра, Мантуров үҙ сиратында вице-премьер итеп тәғәйенләнә[32][33].
Парламент процедуралары тамамланғансы, Алиханов губернатор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп үҙенең урынбаҫары Сергей Елисеевты тәғәйенләй[34].
2024 йылдың 14 майында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы Алихановты сәнәғәт һәм сауҙа министры вазифаһына раҫлай. Был ҡарар өсөн 430 депутат тауыш бирә, ҡаршы сығыусылар булмай[35]. Шул уҡ көндә ул президент указы менән министр итеп тәғәйенләнә[36].
Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2024 йылдың 14 майында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы тарафынан сәнәғәт һәм сауҙа министры вазифаһына раҫлана[1], һәм шул уҡ көндә Президент тарафынан уның тәғәйенләнеүе тураһында указға ҡул ҡуйыла[37].
Санкциялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2022 йылдың 15 декабренән АҠШ санкциялары исемлегендә[38]. Шулай уҡ башҡа илдәрҙең санкция исемлектәренә индерелгән. 2024 йылдың 13 июненән Канада санкциялары ҡулланыла. Алихановтың рәсми вәкиле был сикләүҙәрҙең уның эшмәкәрлегенә йоғонто яһамай тип белдерҙе[39].
Наградалары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы[13].
- Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының II дәрәжәле «Тырышлыҡ өсөн» миҙалы[13].
- 2015 йыл — III дәрәжәле «Евразия икътисади союзын булдырыуға индерелгән өлөш өсөн» миҙалы[13][40].
Шәхси тормош
Ҡатыны — Дарья Вячеславовна Абрамова (1986 йылғы), Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының халыҡ-ара журналистика факультетын тамамлаған[13]. Институтты тамамлағандан һуң, Дарья телевидениела редактор булып эшләгән, һуңынан ситтән тороп телепрограммалар өсөн текст әҙерләгән. Ғаиләлә өс бала үҫә: Андрей (2012 йылғы), Полина (2015 йылғы) һәм Владимир (2018 йылғы)[15][41].
Ҡайныһы — Вячеслав Абрамов, отставкалағы РФ Эске эштәр министрлығы полковнигы[15].
Ҡатынының олатаһы — Могели Шалвович Хубутия (1946 йылдың 17 июне), хирург, трансплантолог, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған врачы, Н. В. Склифосовский исемендәге Мәскәү ҡала ашығыс ярҙам ғилми-тикшеренеү институты президенты[15].
Антондың кесе ҡустыһы — Георгий Андреевич Алиханов (1994 йылда Мәскәүҙә тыуған)[14][15], Мәскәү дәүләт медицина-стоматология университетын тамамлаған, музыкаль төркөм составында сығыш яһай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Госдума утвердила предложенных Мишустиным министров . РБК (14 май 2024). Дата обращения: 14 май 2024.
- ↑ 1 2 Алиханов победил на выборах губернатора Калининградской области. «РИА Новости» // ria.ru (2017 йылдың 11 сентябре)
- ↑ 1 2 На выборах губернатора Калининградской области Алиханов набрал 81 % голосов. // regnum.ru (2017 йылдың 11 сентябре)
- ↑ 1 2 Константин Панюшкин. ВИДЕО. Новости. В Калининградской области теперь работает самый молодой губернатор России — 30-летний Антон Алиханов. «Первый канал (Рәсәй)» // 1tv.ru (2017 йылдың 11 сентябре)
- ↑ 1 2 Алиханов вступил в должность губернатора Калининградской области. «РИА Новости» // ria.ru (2017 йылдың 29 сентябре)
- ↑ 1 2 Новости. Антон Алиханов вступил в должность губернатора Калининградской области. Официальный интернет-портал Правительства Калининградской области // gov39.ru (2017 йылдың 29 сентябре)
- ↑ 1 2 YouTube сайтында ВИДЕО. Антон Алиханов официально вступил в должность губернатора Калининградской области (00:05:35). // youtube.com (Клопс. Ru; 2017 йылдың 29 сентябре)
- ↑ 1 2 3 Встреча с Антоном Алихановым. — Владимир Путин провёл встречу с Антоном Алихановым, в ходе которой информировал о решении назначить его временно исполняющим обязанности губернатора Калининградской области. Официальный сайт Рәсәй Президенты // kremlin.ru (2016 йылдың 6 октябре)
- ↑ 1 2 Указ Президента Российской Федерации В. В. Путина № 529 от 6 октября 2016 года «Об исполняющем обязанности Губернатора Калининградской области». Официальный сайт Президента России // kremlin.ru
- ↑ Дүрт төбәк губернаторы «Берҙәм Рәсәй» партияһына инде. Рәсәй сәйәси партияһының рәсми сайты «Берҙәм Рәсәй» // er.ru (2017 йылдың 21 декабре)
- ↑ Калининград өлкәһе губернаторы Антон Алиханов «Берҙәм Рәсәй» партияһына инде. «Вести-Калининград» мәғлүмәт программаһының рәсми сайты ГТРК «Калининград» // vesti-kaliningrad.ru (2017 йылдың 21 декабре)
- ↑ Генераль совет. Составы. Рәсәй сәйәси партияһының рәсми сайты «Берҙәм Рәсәй» // er.ru.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Персона «ТАСС». Антон Андреевич Алиханов. Врио губернатора Калининградской области. Биография. Рәсәйҙең мәғлүмәт агентлығы «ТАСС» // tass.ru. Мөрәжәғәт итеү ваҡыты: 2017 йылдың 28 авгусы.
- ↑ 1 2 3 4 Александр Гамов, Михаил Яновский. Антон Алиханов: «Людей оцениваю по деловым качествам, а не по тому, что кто-то за них попросит». «Комсомольская правда» гәзите, Калининград // kaliningrad.kp.ru (2016 йылдың 18 ноябре)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Андрей Ванденко. Антон Алиханов: «Потом костей не соберёшь. Чужих». Рәсәйҙең мәғлүмәт агентлығы «ТАСС» // tass.ru (2017 йылдың 19 июне)
- ↑ Александр Раскин. Калининградскую область укрепили человеком из команды вице-премьера России. // life.ru (2016 йылдың 7 октябре)
- ↑ 1 2 3 Алиханов Антон Андреевич. Губернатор Калининградской области. Биография. Рәсәйҙең «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы рәсми сайты // er.ru. Мөрәжәғәт итеү ваҡыты: 2021 йылдың 30 авгусы.
- ↑ Диссертация на тему «Управление издержками на развитие организационной культуры компании» (2012 год). Автор научной работы: Алиханов Антон Андреевич. Электрон диссертациялар китапханаһы // dissercat.com
- ↑ Говорин Анатолий Анатольевич, доктор экономических наук, профессор. Биографическая справка . Официальный сайт Российский экономический университет имени Г. В. Плеханова// rea.ru. Дата обращения: 19 март 2019.
- ↑ 1 2 Заместителем председателя Правительства Калининградской области назначен Антон Алиханов. Архивная копия от 16 ғинуар 2019 на Wayback Machine Калининград өлкәһе хөкүмәтенең рәсми порталы // gov39.ru (2015 йылдың 25 сентябре)
- ↑ http://docs.eaeunion.org/docs/ru-ru/0147104/clcd_25122014_251
- ↑ Евразийская экономическая комиссия. Изменение состава Консультативного комитета по торговле при Коллегии Евразийской экономической комиссии . Правовой портал Евразийского экономического союза. Евразийская экономическая комиссия (25 декабрь 2014).
- ↑ Антон Алиханов назначен врио председателя Правительства Калининградской области. Архивная копия от 1 октябрь 2017 на Wayback Machine Калининград өлкәһе хөкүмәтенең рәсми порталы // gov39.ru (2016 йылдың 30 июле)
- ↑ ВИДЕО. Новости. В Калининграде официально вступил в должность избранный глава области Антон Алиханов. «Первый канал» // 1tv.ru (2017 йылдың 29 сентябре)
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 18.07.2018 г. № 192-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 28.01.2019 г. № 23-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 21.12.2020 № 310-рп ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2020.
- ↑ РБК, 20 мая 2022. Алиханов и Путин, проблемы перевозчиков, цель транзита. Главное
- ↑ Правительство Калининградской области, 25 января 2024. Владимир Путин провёл встречу с Антоном Алихановым
- ↑ Ни выбора, ни выборов: как жители региона голосовали за губернатора тогда и сейчас .
- ↑ Антон Алиханов вступил в должность губернатора Калининградской области .
- ↑ Мишустин предложил кандидатуру Алиханова на пост главы Минпромторга . РБК (11 май 2024). Дата обращения: 13 май 2024.
- ↑ Госдума утвердила курирующего промышленность Мантурова первым вице-премьером РФ - Россия || Интерфакс Россия . www.interfax-russia.ru (13 май 2024). Дата обращения: 13 май 2024.
- ↑ Алиханов не собирался на другую работу, заявил его пресс-секретарь . РИА Новости (11 май 2024). Дата обращения: 13 май 2024.
- ↑ Госдума утвердила Алиханова главой Минпромторга . РИА Новости (14 май 2024). Дата обращения: 25 май 2024.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 14.05.2024 № 394 «О Министре промышленности и торговли Российской Федерации» . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 25 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб . kremlin.ru (14 май 2024). Дата обращения: 14 май 2024.
- ↑ РБК, 15 декабря 2022. Калининградский губернатор Антон Алиханов попал под санкции США
- ↑ Канада ввела санкции против «Победы» и Мизулиной . РБК (13 июнь 2024). Дата обращения: 13 июнь 2024.
- ↑ Решение Высшего евразийского экономического совета № 4 от 8 мая 2015 года «О награждении медалью „За вклад в создание Евразийского экономического союза“» (г. Москва). Официальный сайт Евразийского экономического союза (ЕАЭС) // docs.eaeunion.org
- ↑ Майя Блинова. Врио губернатора Антона Алиханова тураһында. Газета «Новый караван» // caravan.su (2016 йылдың 7 октябре)
Һылтанмалар
- 17 сентябрҙә тыуғандар
- 1986 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Сухумда тыуғандар
- Иҡтисад фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- III дәрәжәле «Евразия икътисади союзын булдырыуға индерелгән өлөш өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Мишустин Хөкүмәте