Савельев Виталий Геннадьевич
Савельев Виталий Геннадьевич (18 ғинуар 1954 йыл) — дәүләт эшмәкәре, ғалим. Иҡтисад фәндәре кандидаты. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ағзаһы, 2016 йылдан партияның юғары советына инә[1].
2024 йылдың майынан Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары. 2024 йылдың 25 ноябренән — Рәсәй Федерацияһы президентының «Төньяҡ — Көньяҡ» халыҡ-ара транспорт коридорын үҫтереү буйынса махсус вәкиле[2].
2020 йылдың 10 ноябренән 2024 йылдың 14 майына тиклем Рәсәй Федерацияһының транспорт министры[3].
2009 йылдың 10 апреленән 2020 йылдың 9 ноябренә тиклем «Аэрофлот» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе һәм генераль директоры.
Биографияһы
Виталий Геннадьевич Савельев 1954 йылдың 18 ғинуарында Ташкентта тыуған.
1977 йылда Калинин исемендәге Ленинград политехник институтының механика-машиналар эшләү факультетын (хәҙер — Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты) «төҙөлөш һәм юл машиналары һәм ҡорамалдары, төҙөлөш» һөнәре буйынса тамамлай[4].
1986 йылда Пальмиро Тольятти исемендәге Ленинград инженер-иҡтисад институтының сәнәғәт производствоһын һәм төҙөлөшөн ойоштороусылар факультетын тамамлай (хәҙер Санкт — Петербург дәүләт инженер-иҡтисад университеты). Сит илдә стажировка үтә.
1977—1980 йылдарҙа — СССР энергетика министрлығы «Оргэнергострой» Бөтә союз институтының Ленинград филиалында сафҡа индереү-көйләү бүлеге инженеры. Ленинград.
1980—1984 йылдарҙа — СССР энергетика министрлығы «Красноярскэнергострой» төҙөлөш идарлығының ярҙамсы предприятиелар идараһында техник бүлек начальнигы, баш конструкторы. Красноярск крайының Саяногорск ҡалаһы.
1984 йылда — СССР энергетика министрлығы «Оргэнергострой» Бөтә союз институтының Ленинград филиалында КР-3 бүлегенең төркөм етәксеһе, Ленинград.
1984—1987 йылдарҙа — СССР махсус төҙөлөш министрлығының «Севзапметаллургмонтаж» тресында баш технолог вазифаһын башҡарыусы, баш технолог, идарасы вазифаһын башҡарыусы, идарасы урынбаҫары, Ленинград.
1987—1988 йылдарҙа — «Главленинградинжстрой» инженер ҡоролмалары төҙөлөшө буйынса баш идаралыҡтың начальник урынбаҫары, Ленинград.
1988—1991 йылдарҙа — берлектәге совет-америка «Диалог» предприятиеһының Ленинград филиалы директоры, Ленинград.
1991—1993 йылдарҙа — «Диалог-инвест» совет-америка акционерҙар ойошмаһының генераль директоры, Санкт-Петербург.
1993—1995 йылдарҙа — «Рәсәй» акционерҙар банкының идара рәйесе, Санкт-Петербург.
2001—2002 йылдарҙа — Газпром асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе урынбаҫары, Мәскәү.
2002—2004 йылдарҙа — ООО «ГРОС берләшкән компания»һының финанс мәсьәләләре буйынса вице-президенты, Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһы.
2004—2007 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министры урынбаҫары.
2007—2009 йылдарҙа — «Телеком» системаһыһының телекоммуникация активтарын үҫтереү комплексы етәксеһе — беренсе вице—президент, Акционер финанс корпорацияһы «Система» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Телекоммуникация активтары» бизнес берәмеге етәксеһе — беренсе вице—президенты, Мәскәү.
2009—2020 йылдарҙа — ПАО «Аэрофлот — Рәсәй авиалиниялары» генераль директоры, Мәскәү.
Был осорҙа «Аэрофлот — Рәсәй авиалиниялары» авиакомпанияһы пассажирҙар ташыу күләме буйынса донъяның иң эре 20 авиакомпанияһы исемлегенә инә[5], Американың Bain&Company консалтинг компанияһы мәғлүмәттәре буйынса цифрлаштырыу буйынса донъяның бөтә авиакомпаниялары араһында дүртенсе урынды биләй[6].
Рәсәй һәм сит ил авиакомпаниялары өсөн тиң конкурентлыҡ шарттары булдырыу, Рәсәйҙә авиабилеттар хаҡының кәмеүен дәртләндереү маҡсатында федераль закондар иницитивалары менән сығыш яһай, улар нигеҙендә Рәсәй Федерацияһының Һауа кодексына үҙгәрештәр ҡабул ителә. 2014 йылда ул «кире ҡайтарылмай торған тарифтар» индереүҙе тәҡдим итә, уға ярашлы пассажир дисконт тарифы буйынса осоуҙан баш тартҡан осраҡта билет өсөн түләнгән аҡсаһын кире ҡайтарыуҙан да баш тарта[7][8].
Шул уҡ 2014 йылда Рәсәй авиакомпанияларына һауа суднолары капитандары сифатында Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте билдәләгән шарттарҙа һәм квоталарҙа сит ил граждандарын йәлеп итеүҙе рөхсәт биреү инициативаһын күтәрә[9][10].
2017 йылда теркәлгән багажды бушлай ташыу нормаһын бөтөрөү һәм ҡул йөгөнөң рөхсәт ителгән ауырлығын 10 килограмдан 5 килограмға тиклем кәметеүҙе күҙ уңында тотҡан «багажһыҙ тарифтар» ҡулланыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Был яңылыҡ пассажирҙарҙың һәм киң мәғлүмәт сараларның тәнҡитенә дусар була[11].
2017 йылда Рәсәй Федерацияһы Һауа кодексына үҙгәрештәр индереү инициаторы була, был проблемалы пассажирҙарҙың «ҡара исемлеген» булдырырға мөмкинлек бирә. Һауа судноһында элек ҡылған административ хоҡуҡ боҙоуҙары йәки шундай хоҡуҡ боҙған өсөн суд ҡарары булған кешеләр исемелеккә индерлә, авиакомпаниялар уларға хеҙмәттәр күрһәтеүҙән баш тартыу хоҡуғына эйә була[12].
2011 йылда «Аэрофлот» холдинг төркөмөн ойоштора. «Аэрофлот» идаралығына бер нисә төбәк авиакомпанияһы күсә. 2014 йылда Аэрофлот төркөмө составында «Победа» — лоукостер авиакомпанияһы ойошторола. «Аэрофлот» авиакомпанияһы үҙенең рейстарында пассажирҙар һанын арттырыуға өлгәшә[13].
2019 йылда «Аэрофлот» 37,2 миллион , ә бөтә «Аэрофлот» төркөмө — 60,7 миллион пассажир ташыған[14].
2016 йылдың 6 февралендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының етәксе органы — юғары советҡа һайлана[15].
2016 йылда Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының VII cаҡырылыш Дәүләт думаһы депутаттарын һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының программа документын әҙерләү буйынса комиссия ағзаһы[16].
2020 йылда «Аэрофлот» компанияһының генераль директоры вазифаһынан бушатыла[17].
2020 йылдың 10 ноябрендә Михаил Мишустин хөкүмәтендә Рәсәй Федерацияһының транспорт министры итеп тәғәйенләнә.
2024 йылдың 11 майында Михаил Мишустин, вице-премьер вазифаһына Савельев кандидатураһын тәҡдим итеп Дәүләт думаһына хөкүмәттең яңы составын индерә[18]. 13 майҙа Дәүләт думаһы уны был вазифаға раҫлай[19]. 14 майҙа Рәсәй Федерацияһы президенты тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуя[20]. Вице-премьер вазифаһында Савельев «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проектын әҙерләү һәм контролдә тотоу өсөн яуаплы, транспорт блогы, Рәсәй дәүләт сиге аша үткәреү пункттарының эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн яуаплы. Транспорт министрлығы, Росавиация, Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте, Федераль юл транспорты агентлығы, Диңгеҙ һәм йылға транспорты федераль агентлығы эшмәкәрлектәрен координациялай[21].
2024 йылдың сентябрендә «Рәсәй тимер юлдары» холдингының директорҙар советы рәйесе итеп яңынан һайлана[22].
2024 йылдың 25 ноябрендә «Төньяҡ — Көньяҡ» халыҡ-ара транспорт коридорын үҫтереү буйынса Рәсәй президентының махсус вәкиле итеп тәғәйенләнә[23].
Ғаиләһе
Виталий Савельев өйләнгән; уның өс балаһы бар[24].
Наградалары һәм исемдәре
- «Рәсәй Флотына 300 йыл» миҙалы (1996).
- «Тайфундың махсус тәғәйенләнештәге отрядына 10 йыл» юбилей билдәһе(2001).
- «Санкт-Петербургтың 300 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (2003)[25].
- «ИТАР-ТАСС агентлығының 100 йыллығы уңайынан» иҫтәлекле миҙалы (2004).
- «Ҡазандың 1000 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (2005)[26].
- ФСИН-дың «Енәйәт-башҡарыу системаһын нығытҡан өсөн» көмөш миҙалы(2005).
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2005).
- Почёт ордены (2006)[27].
- «Дәүләт резервына 75 йыл» миҙалы (2006).
- «Рәсәй эске эштәр министрлығы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек өсөн» билдәһе (2006).
- «Рәсәй федераль именлек хеҙмәте менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы (2007).
- «Федерация Советы. 15 йыл» миҙалы (2010).
- «ИНО—ПГУ—СВР-ға 90 йыл» Рәсәй СВР миҙалы (2010).
- фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн союз дәүләте миҙалы (2010).
- РБК версияһы буйынса «Йыл Етәксеһе» номинацияһында «Йыл кешеһе-2011» XI церемонияһы еңеүсеһе (2012).
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2013).
- Топ-100 «Рәсәй менеджерҙары» ресцтингында 1 урын/«Транспорт» номинацияһында юғары етәкселәр рейтингы (2013)[28].
- Дуҫлыҡ ордены (2014).
- Александр Невский ордены (2018)[29].
- «Хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы (СВР).
- «Аэрофлот отличнигы» почёт билдәһе (2013).
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2023)[30].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Савельев, Виталий Геннадьевич. Заместитель председателя правительства РФ. Энциклопедия ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2024.
- ↑ Путин назначил Савельева спецпредставителем по развитию коридора Север - Юг (25 ноябрь 2024). 25 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Правительство России переходит в статус и.о. до назначения нового состава. TACC (7 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2024.
- ↑ Савельев, Виталий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2016. Архивировано 14 май 2016 года.
- ↑ Аэрофлот вошел в ТОП-20 мирового рейтинга авиаперевозчиков. РИА Новости (7 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2021. Архивировано 7 октябрь 2021 года.
- ↑ "Аэрофлот" вошел в пятерку мировых лидеров по цифровизации. РИА Новости (15 ноябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
- ↑ Введение нормы о "невозвратных" билетах позволит "Аэрофлоту" снизить цены на билеты экономкласса на 10%. Авиатранспортное обозрение (27 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Госдума отменила бесплатный провоз багажа при невозвратных авиабилетах. Profi.Travel (20 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Иностранцы сядут за штурвалы российских самолетов. www.atorus.ru (9 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Российским авиакомпаниям разрешили брать на работу иностранных пилотов. РИА Новости (21 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Цифровые технологии: безбагажные тарифы "Аэрофлота". Авиатранспортное обозрение (2 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Путин поддержал введение «черных списков» для авиапассажиров. ИА REGNUM. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Биография генерального директора "Аэрофлота" Виталия Савельева. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2021. Архивировано 12 июль 2021 года.
- ↑ Группа "Аэрофлот" в 2019 году перевезла 60,7 млн пассажиров. РИА Новости (28 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2021. Архивировано 12 июль 2021 года.
- ↑ Тимур Кизяков и Пётр Толстой вошли в Высший совет «Единой России» Архивная копия от 7 февраль 2016 на Wayback Machine «Йод», 06.02.2016
- ↑ Комиссия по подготовке программного документа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2016. Архивировано 15 апрель 2016 года.
- ↑ «Аэрофлот» всех видов транспорта (9 ноябрь 2020). 19 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ О чем говорит новая конфигурация российского правительства. РБК (11 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2024.
- ↑ Госдума утвердила Савельева заместителем председателя правительства. РИА Новости (13 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Михаил Мишустин утвердил распределение обязанностей между вице-премьерами. government.ru (17 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2024.
- ↑ Вице-премьера Савельева переизбрали председателем совета директоров РЖД (4 сентябрь 2024). 4 сентябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Савельев назначен спецпредом по развитию транспортного коридора Север. 1tv.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2024.
- ↑ Московский бизнес-портал. Савельев Виталий Геннадьевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2019. Архивировано 4 апрель 2019 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 19 февраля 2003 года № 210 О медали «В память 300-летия Санкт-Петербурга». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2018. Архивировано 19 ноябрь 2018 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 октября 2011 года № 1355 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2018. Архивировано 19 ноябрь 2018 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 октября 2006 года № 1182 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2018. Архивировано 19 ноябрь 2018 года.
- ↑ Савельев Виталий Геннадьевич Образование, Карьера, Личная жизнь, Награды и звания. ФедералПресс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
- ↑ Генеральный директор Аэрофлота Виталий Савельев награжден четвертым орденом Российской Федерации. Аэрофлот (27 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2018. Архивировано 16 октябрь 2018 года.
- ↑ Торжественный вечер по случаю 100-летия гражданской авиации России. Орденом «За заслуги перед Отечеством» III степени награждён Министр транспорта Виталий Савельев