Кравцов Сергей Сергеевич
Сергей Сергеевич Кравцов (1974 йылдың 17 марты, Мәскәү) — педагог-ғалим, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2013 йылдан Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте етәксеһе, 2020 йылдан — Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры. Педагогия фәндәре докторы (2007), доцент. Рәсәй Федерацияһының 3-сө класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2013). 2021 йылдың 4 декабренән «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы ағзаһы[2].
Биографияһы
Кравцов Сергей Сергеевич 1974 йылдың 17 мартында Мәскәүҙә тыуған[3]. Атаһы — инженер, «Энергия—Буран» йыһан карабы проекты өҫтөндә эшләгән. Әсәһе — уҡытыусы, «Информатика в школе» журналының баш мөхәррире[4].
1996 йылда Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университетын (2006 йылдан — М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты, 2015 йылда был юғары уҡыу йорто Мәскәү дәүләт педагогия университетына ҡушыла) «математика һәм информатика уҡытыусыһы» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай[3]. 1994—1996 йылдарҙа — Мәскәү ҡалаһының 176-сы мәктәбендә математика уҡытыусыһы[5].
1997—2002 йылдарҙа Рәсәй Мәғариф академияһының Мәғариф менән идара итеү институтында эшләй, кесе ғилми хеҙмәткәр, ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире вазифаларын биләй. 2000 йылда «дәүләт һәм муниципаль органдар менән сит телде белгән идара итеүсе» һөнәре буйынса Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай[3].
2002 йылда Кравцов Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығында эшләй башлай. 2004—2008 йылдарҙа Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Виктор Болотовтың ярҙамсыһы була[3].
2008 йылда берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү тәртибен әҙерләү менән шөғөлләнгән «Федераль һынау үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһы директоры вазифаһына тәғәйенләнә. 2009 йылдан Рәсәй Мәғариф академияһының Мәғариф менән идара итеү институтын етәкләй[3].
2011 йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Төбәк үҫеше департаменты директоры итеп тәғәйенләнә; шул уҡ 2011 йылда «Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү һәм ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү академияһы» федераль дәүләт учреждениеһы ректоры вазифаһын башҡара[3]. 2012 йылдың июлендә Мәғариф һәм фән министрлығының Программалар һәм конкурс процедуралары менән идара итеү департаменты директоры итеп тәғәйенләнә[3].
2013 йылдың 8 авгусында Хөкүмәт бойороғо менән Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә, был вазифала Иван Муравьевты алмаштыра. 2017 йылдың 28 октябренән 2018 йылдың 24 майына тиклем Кравцов Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары — Рособрнадзор етәксеһе вазифаһын биләй, сөнки ведомство Мәғариф һәм фән министрлығына буйһона. 2018 йылда Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Хөкүмәткә буйһондорола; 2018 йылдың 24 майында Кравцов яңынан уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә[3].
2020 йылдың 21 ғинуарында Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығын етәкләй[6].
2021 йылдың 4 декабрендә Кравцов «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы составына инә, уның кандидатураһы етәксе органдар ротацияһы буйынса партия съезында тауыш биреү юлы менән раҫлана[7]. Ошо ултырышта уға «Берҙәм Рәсәй» партияһының ағзалыҡ билеты тапшырыла[8].
2024 йылдың 14 майында Дәүләт думаһы тарафынан Кравцов мәғариф министры вазифаһына ҡабаттан раҫлана[9], шул уҡ көндө РФ президенты уны тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуя[10].
Фәнни эшмәкәрлеге
1999 йылда Кравцов «Математика буйынса артта ҡалған уҡыусылар менән мультимедиа технологияһын ҡулланып дәрестәр үткәреү методикаһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
2007 йылда, «педагогия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, Рәсәй мәғариф академияһының Уҡытыу йөкмәткеһе һәм ысулдары институтында Рәсәй Федерацияһы мәктәптәрендә профилле уҡытыуҙы ойоштороу теорияһы һәм практикаһы»« тигән темаға диссертация яҡлай[3] (рәсми оппоненттары А. В. Баранников, В. И. Блинов һәм В. С. Данюшенков). 2013 йылдың авгусында Дәүләт думаһы депутаты В. В. Бурматов Кравцовты докторлыҡ диссертацияһында плагиат булыуҙа ғәйепләй[11].
Ғаиләһе
Сергей Кравцов өйләнгән, ике балаһы бар[3].
Санкциялар
Украинала хәрби хәрәкәттәр башланғандан бирле Кравцов Европа берлеге[12], Канада, АҠШ, Бөйөк Британия, Швейцария, Австралия, Яңы Зеландия санкциялары аҫтында.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены — мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[13].
• Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2016 йылдың 6 апреле) — «Ватан мәғарифы сифатын баһалау системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, объектив берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү механизмдарын камиллаштырғаны өсөн»[3][14];
• Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре [15];
• Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамотаһы[15];
• Кемерово өлкәһенең «Намыҫ һәм батырлыҡ өсөн» миҙалы (2015)[16];
• Рәсәй йәһүд общиналары федерацияһының «Дәүләт эшмәкәре» номинацияһындағы премияһы (2021) — «Дөйөм белем биреү системаһында Рәсәй халыҡтарының милли-мәҙәни традицияларын яҡлауға булышлыҡ иткәне өсөн»[17].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 30 апрель—19 май 2020 йыл: Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте башлығы вазифаһын башҡара.
- ↑ Энциклопедия ТАСС, 2024. Кравцов, Сергей Сергеевич. Министр просвещения РФ
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Кравцов, Сергей Сергеевич. Энциклопедия. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2018. Архивировано 10 ноябрь 2018 года.
- ↑ Борисов А. От учителя до министра // Санкт-Петербургские ведомости. — 2020. — 7 февр.
- ↑ Сергей Сергеевич Кравцов - Правительство России. government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2020. Архивировано 30 июнь 2020 года.
- ↑ Что известно о новом министре просвещения. ТАСС (21 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2021. Архивировано 5 май 2020 года.
- ↑ Сергей Кравцов вошёл в состав Генсовета «Единой России». Официальный сайт Министерства просвещения РФ (4 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2021. Архивировано 4 декабрь 2021 года.
- ↑ Медведев вручил партбилеты "Единой России" руководству ДНР и ЛНР. ТАСС (4 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2021. Архивировано 4 декабрь 2021 года.
- ↑ Госдума утвердила Кравцова на пост министра просвещения России. РИА "Новости" (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Депутат обвинил нового главу Рособрнадзора в плагиате. РБК (12 август 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2021. Архивировано 9 июнь 2021 года.
- ↑ Official Journal of the European Union // COUNCIL REGULATION (EU) 2022/2474. — 16 декабрь (т. Volume 65). — С. 499. Архивировано 24 декабрь 2022 года.
- ↑ Гульфия Акулова. Радий Хабиров встретился с министром просвещения РФ Сергеем Кравцовым. ИА «Башинформ» (21 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 06.04.2016 № 599-р "О поощрении Правительством Российской Федерации". pravo.gov.ru. Официальный интернет-портал правовой информации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2018. Архивировано 11 июль 2020 года.
- ↑ 1 2 Кравцов Сергей Сергеевич. Официальный сайт Министерства просвещения РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2020. Архивировано 10 июль 2020 года.
- ↑ Глава Рособрнадзора награжден медалью Кемеровской области «За честь и мужество». informio.ru (11 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 сентябрь 2020. Архивировано 4 декабрь 2021 года.
- ↑ Академик Гинцбург и министр Кравцов стали лауреатами премии Федерации еврейских общин. Интерфакс (29 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2021. Архивировано 4 декабрь 2021 года.
Һылтанмалар
• ТАСС энциклопедияһы, 2024. Кравцов Сергей Сергеевич. Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры
• Кравцов Сергей Сергеевич. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының рәсми сайты. 22 ғинуар 2020.