Берҙәм дәүләт имтиханы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
ЕГЭ Выбор будущего!.jpg
Имтихандың A һәм B блогы яуаптары өсөн 2009 йылғы БДИ бланкыһы

Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ, рус. Единый государственный экзамен) — Рәсәйҙә урта белем биреү ойошмаларында — урта мәктәптәрҙә, лицейҙарҙа, гимназияларҙа урта дөйөм белем биреү программаһы буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үҙәкләштереп үткәреү формаһы[1]. Бер үк ваҡытта мәктәптәрҙең сығарылыш имтихандары һәм юғары уҡыу йорттарына инеү имтиханы булып тора. 2013 йылға тиклем шулай уҡ урта һөнәри уҡыу йорттарына инеү имтиханы ла булып тора, әммә мәғариф тураһындағы яңы ҡанунға ярашлы, кире алына. Тотош Рәсәй территорияһында имтихан үткәргәндә бер төрлө эштәр һәм уларҙы башҡарыуҙы баһалауҙың берҙәм баһалау ысулдары ҡулланыла. 2009 йылдан БДИ мәктәптәрҙә сығарылыш имтихандарының берҙән- бер формаһы һәм вузға инеүҙең төп формаһы булып тора, шул уҡ ваҡытта артабанғы йылдарҙа БДИ-ҙы ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге бар. БДИ рус теленән, математиканан, сит телдәрҙән (инглиз, немец, француз, испан, ҡытай), физиканан, химиянан, биологиянан, географиянан, әҙәбиәттән, тарихтан, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән һәм информатиканан тапшырыла[2][3][4].

2015 йылда математиканан имтихан нигеҙ һәм профиль кимәленә бүленә[5]. Нигеҙ кимәленән имтиханды аттестат алыу өсөн уҡыуҙарын вуздарҙа дауам итергә теләмәгән йәки һынау имтихандарында математика предметы булмаған юғары уҡыу йорттарына инеүселәр тапшыра. Профиль кимәлен уҡыуын һынау имтихандарында математика фәне булған вузда дауам итергә ниәтләүселәр тапшыра.

2016 йылдың көҙөндә Амур уҡыусылары Бөтә Рәсәй кимәлендә ҡытай теленән БДИ имтихан тапшырып ҡарай. 2019 йылдан Рәсәй Федерацияһында ҡытай теленән БДИ индереләу[6].

2024 йылдың 6 июнендә ЛДПР, КПРФ һәм «Ғәҙел Рәсәй — Хаҡлыҡ өсөн» фракциялары депутаттары Дәүләт Думаһына ғәҙәти имтихандарҙы ҡалдырып БДИ-ҙы бөтөрөү тураһында закон проектын индерә[7].

Беренсе тапҡыр БДИ һигеҙ дисциплина буйынса тәжрибә рәүешендә 2001 йылда Сыуашстан, Марий Эл, Якутстан, шулай уҡ Һамар һәм Ростов өлкәләрендә индерелә[8]. 2002 йылда — 16 төбәктә[9]. 2003 йылда тәжрибә Рәсәй Федерацияһының 47 субъектына тарала, ә 2004 йылда — 65 төбәккә[10]. 2006 йылда БДИ-ҙы илдең 79 төбәгендә 950 мең самаһы уҡыусы тапшыра. 2008 йылда БДИ-ҙы барлыҡ төбәктәрҙә миллиондар ашыу уҡыусы тапшыра. 2001—2008 йылдарҙа предметтарҙың аныҡ исемлеген һәр төбәк үҙ аллы төҙөй.

БДИ идеяһы авторы министр Владимир Филиппов, ә уны тормошҡа ашырыусы Владимир Хлебников була[11].

БДИ-ҙы Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Рособрнадзор) Рәсәй Федерацияһы субъекттарының мәғариф өлкәһендә идара иткән башҡарма власы органдары менән берлектә ойоштороп үткәрә[12].

2023 йылдың 17 ноябрендә Рособрнадзор башлығы, 2026 йылға БДИ үткәреү менән бәйле системалар Ватан программа тәьминәтенә күсереләсәк, тип белдерә[13].

2023 йылдың 29 ноябрендә Рособрнадзор башлығы Анзор Музаев алдағы 5-10 йылда БДИ-ҙы онлайн-форматҡа күсереү булмаясаҡ тип белдерҙе[14].

Эштәрҙең структураһы һәм йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БДИ эштәре контроль-тикшереү материалдары (КИМ) тип атала, уларҙы Педагогик тикшеренеүҙәрҙең федераль институты эшләй.

Тәүҙә эштәр күпселек предметтар буйынса өс өлөшкә (блокка): A, B, C бүленә.

A блогы тест эштәренән тора, һәр һорауға дүрт тәҡдим ителгән яуаптың береһен һайларға кәрәк.

B блогының һәр эшенә бер нисә һүҙҙән, хәрефтән йәки һандан торған ҡыҫҡа яуап бирергә кәрәк. A һәм B блоктары яуаптары махсус бланкка индерелә һәм уларҙы компьютер тикшерә.

C блогы бер йәки бер нисә эштән тора һәм уларға тулы яуап бирергә кәрәк (мәҫәлән, мәсьәлә сисергә, бирелгән темаға инша яҙырға йәки бирелгән һорауға тулы яуап бирергә). C блогы яуаптарын төбәк имтихан комиссияһы эксперттары тикшерә һәм баһалай, С өлөшөнөң КИМ эштәрендә эксперттар өсөн баһалау критерийҙары бирелә.

Айырым предметтар буйынса КИМ-дарҙың айырым үҙенсәлеге була. Мәҫәлән, әҙәбиәт һәм математика буйынса КИМ-дарҙа (2010 йылдан[15]) һорауҙарға яуаптарҙың варианттары юҡ. Сит телдәр буйынса КИМ-дарҙа уҡыусы текстың аудиояҙмаһын тыңлап, текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап бирергә тейеш. 2015/2016 уҡыу йылында барлыҡ предметтар буйынса ла КИМ-дарҙан ике яуап вариантынан (элек — «А» өлөшө) берәүҙе һайлау бөтөрөлә, 1 өлөшөнөң (элек «Б») йөкмәткеһе киңәйтелә һәм 2 өлөшөнөң эштәре ҡайтанан эшләнә.

КИМ-дарҙың йөкмәткеһе Рособрнадзор тарафынан көҙгөһөн раҫланған өс документҡа: КИМ-дарҙың йөкмәткеһе элементтарын кодификациялау, имтихандың спецификаһы һәм демоверсияһына нигеҙләнә. Шулай итеп, КИМ-дарҙың яҡынса структураһы, формаһы һәм йөкмәткеһе алдан билдәләнә һәм ирекле рәүештә үҙгәртелә алмай[16][17].

Таблицала 2013 йылға БДИ-ның коды, эштәр күләме һәм беренсел максималь мәрәй күрһәтелгән[16]. Имтихандар ваҡыты 2019 йылдыҡы. Шулай уҡ мәрәйҙәрҙең минималь күләме (ҡәнәғәтләнерлек билдәһенең түбәнге сиге) бирелгән.

Код Предмет Ваҡыт
(минут)
А блогы
эштәре
B блогы
эштәре
С блогы
эштәре
Беренсел
иң юғары мәрәй
2011 йылда
түбән мәрәй
2023 йылда түбән мәрәй[18]
1 Рус теле 210 30 8 1 64 36[19] 40
2 Математика(нигеҙ/профиль) 180/235 0 15 6 32 24[20] 39
3 Физика 235 25 4 6 51 33[21] 39
4 Химия 210 28 10 5 65 32[22] 39
5 Информатика һәм ИКТ 235 13 15 4 40 40[23] 44
6 Биология 235 36 8 6 69 36[24] 39
7 Тарих 180 21 13 6 58 30[25] 35
8 География 180 24 13 6 54 35[26] 40
9 Инглиз теле 190+17 28 16 2 80 20[27] 30
10 Немец теле 190+17 28 16 2 80 20[27] 30
11 Француз теле 190+17 28 16 2 80 20[27] 30
12 Йәмғиәтте өйрәнеү 210 20 8 9 59 39[28] 45
13 Испан теле 190+17 28 16 2 80 20[27] 30
18 Әҙәбиәт 235 0 12 5 42 32[29] 40
19 Ҡытай теле 180+14 30

2009—2011 йылдарҙағы минималь мәрәйҙәр тураһында мәғлүмәтте БДИ-ҙың рәсми сайтында табырға мөмкин.

Математика буйынса нигеҙ һәм профиль кимәлендәге имтихан эштәрендә яуаптарҙы һайлап алыу мөмкинлеге юҡ.

2024 йылда рус теле буйынса БДИ-ҙа уҡыусыларға эштәрҙең береһендә миҫал рәүешендә компьютер эштәре, аниме, манга, комикстар ҡулланырға рөхсәт ителә[30].

2025 йылдан уҡыусыларға рус теленән БДИ-ҙың инша өлөшөндә комикстарҙан, аниме, фанфиктар һәм компьютер уйындарынан миҫалдар килтереүҙе тыйыу планлаштырыла[31].

  • Теркәү бланкыһы имтиханда ҡатнашыусыларҙы теркәү өсөн ҡулланыла.
  • В яуаптар бланкыһы № 1 A һәм B блок эштәре яуаптары индерелә.
  • C блогы эштәренең тулы яуаптары өсөн яуаптар бланкыһы № 2 ҡулланыла; урын етмәгәндә имтихан тапшырыусыларға өҫтәмә яуаптар бланкыһы № 2 бирелә.

БДИ-ҙың барлыҡ бланкылары ла 210 мм × 305 мм дәүмәлендә[32]:

Бланкыларҙың төп битенән тыш имтихан тапшырыусылар уның кире яғын да ҡуллана ала:

БДИ-ҙың барлыҡ бланкылары ла ҡағиҙә буйынса тултырылырға тейеш, кире осраҡта мәғлүмәттәр дрөҫ уҡылмаҫҡа һәм яуаптар дөрөҫ түгел тип иҫәпләнергә мөмкин.


БДИ-ҙың һәр эшләнгән эше 1 йәки ҙурыраҡ мәрәй менән баһалана. Уларҙың суммаһы беренсел мәрәйҙебарлыҡҡа килтерә. Беренсел мәрәйҙәрҙең күләме преметтар буйынса айырыла. Мәҫәлән, 2012 йылда математика буйынса беренсел балл 32 булһа, биология буйынса — 69, сит телдәр буйынса — 80.

Артабан беренсел һәм тест мәрәйҙәре (шул уҡ ваҡытта иң юғары тест мәрәйе 100-гә тиң) яраҡлаштырыла. Беренсел балдарҙы тест балдарына күсереү имтиханда барлыҡ ҡатнашыусыларҙың һөҙөмтәләрен статистик анализлауға бәйле һәм махсус компьютер программаһы ярҙамында иҫәпләнә[33]. Был шкала төрлө предметтар өсөн төрлөсә. Мәҫәлән, 2020 йылда рус теле буйынса 58 балдың 30 беренсел балы 54 тест балына тиң була. Ә математика буйынса 32 балдан 10 беренсел балл 50 тест балына тиң тип һанала[34]. Иҫәпләү шкалаһының икенсе үҙенсәлеге тип һыҙыҡлы бәйлелеге булмауы тора — йәғни беренсел мәрәйҙең шкала сигендәге ҙур булмаған үҙгәреше (нулгә йәки максималь ҡиммәткә яҡын булған беренсел балл) тест балының һиҙелерлек үҙгәреүенә килтерә, шул уҡ ваҡытта беренсел мәрәйҙең шкала уртаһында 1-гә үҙгәреүе тест балының 1-гә йәки 2-гә үҙгәреүенә килтерә2[33].

Имтихан материалдарын әҙерләүселәр 2030 йылға БДИ буйынса эштәрҙе тулыһынса компьютерға тикшерергә ҡушырға ниәтләй. Был ваҡытҡа яһалма интеллекттың үҫеше уҡыусыларҙың тулы яуаптарын баһалау кимәленә етергә тейеш. Педагогик тикшеренеүҙәрҙең федераль институты ошо йүнәлештә эш алып бара ла инде[35].

  1. Приказ Минобрнауки России от 26.12.2013 N 1400. legalacts.ru. Дата обращения: 5 апрель 2019. Архивировано 1 апрель 2019 года.
  2. Федеральный закон от 09.02.2007 N 17-ФЗ "О внесении изменений в Закон Российской Федерации "Об образовании" и Федеральный закон "О высшем и послевузовском профессиональном образовании" в части проведения единого государственного экзамена" (с изменениями и дополнениями) (утратил силу) | ГАРАНТ. base.garant.ru. Дата обращения: 5 апрель 2019. Архивировано 11 апрель 2019 года.
  3. Об утверждении сроков и единого расписания проведения ЕГЭ в 2009 году | Педагогическая периодика. Каталог публикаций. periodika.websib.ru. Дата обращения: 5 апрель 2019. Архивировано 17 июнь 2019 года.
  4. Порядок проведения ЕГЭ в 2009 году(недоступная ссылка)
  5. ЕГЭ по математике разделят на базовый и профильный уровень  (рус.), РИА Новости. 16 май 2017 тикшерелгән.
  6. ЕГЭ по китайскому языку свидетельствует о возрастающем интересе к Китаю — министр науки и высшего образования РФ, «Синьхуа» (4 июня 2019). 23 декабря 2022 тикшерелгән.
  7. В Госдуму внесли проект об отмене ЕГЭ. РИА Новости (6 июнь 2024). Дата обращения: 6 июнь 2024.
  8. Е.В.Мишукова. Единый государственный экзамен. Идея, сущность, принципы. bank.orenipk.ru (декабрь 2001). Дата обращения: 22 май 2010. Архивировано из оригинала 18 октябрь 2018 года.
  9. Более половины школьников будут сдавать единый госэкзамен, Страна.RU (8 октября 2002). 22 май 2010 тикшерелгән.
  10. ЕГЭ не может расцениваться в качестве единственного критерия, Российский общеобразовательный портал (18 октября 2004). 22 май 2010 тикшерелгән.
  11. История Единого государственного экзамена в России. Дата обращения: 29 август 2016. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
  12. Положение о Федеральной службе по надзору в сфере образования и науки — Постановление Правительства РФ от 17.06.2004 № 300. Дата обращения: 18 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 5 август 2011 года.
  13. Рособрнадзор планирует перевести системы ЕГЭ на российское ПО к 2026 году. РБК (17 ноябрь 2023). Дата обращения: 17 ноябрь 2023.
  14. В Рособрнадзоре исключили перевод ЕГЭ в онлайн-формат в ближайшие 5-10 лет. Росбалт (29 ноябрь 2023).
  15. Проект КИМ ЕГЭ по математике 2010 г. Архивная копия от 13 август 2009 на Wayback Machine
  16. 1 2 Спецификации и демоверсии КИМ 2009 г. Архивная копия от 19 ғинуар 2009 на Wayback Machine
  17. Демонстрационные варианты ЕГЭ всех лет Архивная копия от 23 июль 2008 на Wayback Machine
  18. Министерство науки и высшего образования РФ. Приказ Министерства науки и высшего образования РФ от 12.08.22 №758 (билдәһеҙ). garant.ru (12.08.22).
  19. Распоряжение Рособрнадзора от 09.06.2011 № 1837-10 «Об установлении минимального количества баллов ЕГЭ по русскому языку, подтверждающего освоение основных общеобразовательных программ среднего (полного) общего образования в 2011 году» Архивная копия от 28 июль 2011 на Wayback Machine
  20. «Об установлении минимального количества баллов единого государственного экзамена по математике, подтверждающего освоение выпускником основных общеобразовательных программ среднего (полного) общего образования в 2011 году» Архивная копия от 17 декабрь 2011 на Wayback Machine
  21. 22 июня комиссия по шкалированию Рособрнадзора определила минимальное количество баллов ЕГЭ, свидетельствующее об освоении школьного курса по физике в 2011 году — 33 балла Архивная копия от 17 декабрь 2011 на Wayback Machine
  22. Распоряжение Рособрнадзора от 09.06.2011 № 1835-10 «Об установлении минимального количества баллов ЕГЭ по химии, подтверждающего освоение основных общеобразовательных программ среднего (полного) общего образования в 2011 году» Архивная копия от 28 июль 2011 на Wayback Machine
  23. Распоряжение Рособрнадзора от 03.06.2011 № 1781-10 «Об установлении минимального количества баллов ЕГЭ по информатике и ИКТ, подтверждающего освоение основных общеобразовательных программ среднего (полного) общего образования в 2011 году» Архивная копия от 28 июль 2011 на Wayback Machine
  24. Распоряжение Рособрнадзора от 03.06.2011 № 1780-10 «Об установлении минимального количества баллов ЕГЭ по биологии, подтверждающего освоение основных общеобразовательных программ среднего (полного) общего образования в 2011 году» Архивная копия от 28 июль 2011 на Wayback Machine
  25. 22 июня комиссия по шкалированию Рособрнадзора определила минимальное количество баллов ЕГЭ, свидетельствующее об освоении школьного курса истории в 2011 году — 30 баллов Архивная копия от 17 декабрь 2011 на Wayback Machine
  26. Распоряжение от 17.06.2011 № 1960-10 «Об установлении минимального количества баллов единого государственного экзамена по географии, подтверждающего освоение основных общеобразовательных программ среднего (полного) общего образования в 2011 году» Архивная копия от 17 декабрь 2011 на Wayback Machine
  27. 1 2 3 4 Распоряжение Рособрнадзора от 09.06.2011 № 1836-10 «Об установлении минимального количества баллов ЕГЭ по иностранным языкам, подтверждающего освоение основных общеобразовательных программ среднего (полного) общего образования в 2» Архивная копия от 28 июль 2011 на Wayback Machine
  28. Распоряжение от 17.06.2011 № 1961-10 «Об установлении минимального количества баллов единого государственного экзамена по обществознанию, подтверждающего освоение основных общеобразовательных программ среднего (полного) общего образования в 2011 году» Архивная копия от 21 сентябрь 2011 на Wayback Machine
  29. Распоряжение Рособрнадзора от 03.06.2011 № 1782-10 «Об установлении минимального количества баллов ЕГЭ по литературе, подтверждающего освоение основных общеобразовательных программ среднего (полного) общего образования в 2011 году» Архивная копия от 28 июль 2011 на Wayback Machine
  30. На ЕГЭ по русскому языку разрешили ссылаться на аниме, видеоигры и комиксы (20 март 2024). 20 март 2024 тикшерелгән.
  31. В ЕГЭ-2025 по русскому языку хотят запретить приводить примеры из комиксов (23 август 2024). 23 август 2024 тикшерелгән.
  32. Формы, описание и правила заполнения бланка регистрации и бланков ответов участников ЕГЭ(недоступная ссылка)
  33. 1 2 Методика шкалирования результатов ЕГЭ в 2012 году. Дата обращения: 5 июнь 2012. Архивировано 3 май 2012 года.
  34. Шкала перевода баллов ЕГЭ 2021. Дата обращения: 16 декабрь 2020. Архивировано 17 ғинуар 2021 года.
  35. Нечеловеческий фактор: ЕГЭ по информатике примет компьютер  (рус.), Известия (13 август 2018). 13 август 2018 тикшерелгән.