Комаров Игорь Анатольевич
Комаро́в Игорь Анато́льевич (25 май 1964 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре[1]. Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле (2018 йылдың 7 сентябренән)[2].
2009—2013 йылдарҙа — «АвтоВАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты, берләшкән ракета-космос корпорацияһы башлығы (2014 йылдың 14 марты — 2015 йылдың 21 ғинуары)[3], «Роскосмос» йыһан эшмәкәрлеге буйынса дәүләт корпорацияһы генераль директоры (2015 йылдың 21 ғинуары — 2018 йылдың 24 майы)[4].
Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2018).
Биографияһы
Игорь Анатольевич Комаров 1964 йылдың 25 майында Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһында тыуа.
1986 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, иҡтисадсы һөнәренә эйә була[5].
1992—2002 йылдарҙа кредит-финанс учреждениеларында етәксе вазифаларҙа эшләй («Инкомбанк», «Милли резерв банкы», «Һаҡлыҡ банкы»).
2002—2008 йылдарҙа — «Норникель» тау-металлургия компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисад һәм финанстар буйынса генераль директоры урынбаҫары[5].
«АвтоВАЗ» президенты
2008 йылдың октябренән Комаров «Ростехнологии» дәүләт корпорацияһы генераль директоры кәңәшсеһе вазифаһын биләй. 2009 йылдың майында «АвтоВАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең вице-президенты итеп тәғәйенләнә, ошо уҡ йылдың 28 авгусынан — компания президенты булып китә[5].
2009 йылдың 1 октябренән «Джи Эм-АВТОВАЗ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенеңдиректорҙар советы рәйесе итеп һайлана[6].
16 октября 2013 йылдың 16 октябренән Комаров «АвтоВАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты вазифаһын ҡалдырып, Берләшкән ракета-космос корпорацияһына президент булып китеүе тураһында белдерә.
«АвтоВАЗ» президенты булып эшләү дәүерендә Комаров һәм уның командаһы автомобиль заводын тулыһынса үҙгәртеп ҡороу буйынса реформалар үткәрә. 2012 йылда ВАЗ-2107 автомобилен сығарыу туҡтатыла[7].
"Роскосмос"та
2013 йылдың 23 октябренән Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Д. А. Медведевтың ҡарары менән Комаров Федераль йыһан агентлығы (Роскосмос) етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[8].
2014 йылдың мартында Берләшкән ракета-космос корпорацияһы башлығы итеп ҡуйыла.
2015 йылдың 21 ғинуарынан — «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы башлығы[9].
2018 йылдың 24 майынан Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы башлығы вазифаһынан бушатыла[10].
Волга буйы федераль округында Тулы хоҡуҡлы вәкил
2018 йылдың 11 июленән 7 сентябргә тиклем — Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем министры урынбаҫары[11].
2018 йылдың 7 сентябренән — Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле[12]. 2018 йылдың сентябренән Рәсәй Федерацияһының Именлек Советы составына индерелә.
2024 йылдың 14 майынан ҡабаттан Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнә[13].
Санкциялар
2022 йылдың 25 февраленән — Австралия, 28 февраленән — Канада, 6 апреленән — АҠШ, 3 майынан — Яңы Зеландия, 9 майынан — Бөйөк Британия Комаровҡа ҡарата санкциялар иғлан итә.
Ғаиләһе
Өйләнгән, күп балалы атай — биш балаһы бар[14].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Игорь Анатольевич Комаров. Биографическая справка Архивная копия от 30 ғинуар 2011 на Wayback Machine. // РИА Новости
- ↑ Энциклопедия ТАСС, 2024. Комаров, Игорь Анатольевич. Полномочный представитель президента РФ в Приволжском федеральным округе
- ↑ О генеральном директоре ОАО «Объединённая ракетно-космическая корпорация». Распоряжение от 14 марта 2014 года № 370-р. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2014. Архивировано 15 март 2014 года.
- ↑ О руководителе Федерального космического агентства. Распоряжение от 21 января 2015 года № 60-р. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2015. Архивировано 25 ғинуар 2015 года.
- ↑ 1 2 3 Президентом АВТОВАЗа назначен Игорь Комаров Архивная копия от 29 август 2009 на Wayback Machine Информационное агентство amik.ru
- ↑ Президент АВТОВАЗ избран председателем совета директоров «Джи Эм-АВТОВАЗ» Архивная копия от 18 июнь 2009 на Wayback Machine
- ↑ Игорь Комаров: три года у руля АВТОВАЗа Архивная копия от 21 апрель 2013 на Wayback Machine. // Журнал «За рулём»
- ↑ Бывший президент «АвтоВАЗа» назначен заместителем главы Роскосмоса Архивная копия от 25 октябрь 2013 на Wayback Machine.
- ↑ Попытка № 5 Из Роскосмоса и ОРКК создадут восьмую по счету госкорпорацию в стране. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2015. Архивировано 28 ғинуар 2015 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 24.05.2018 № 260 "О Комарове И.А.". publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2018. Архивировано 25 май 2018 года.
- ↑ Экс-главу Роскосмоса назначили замминистра науки и высшего образования — РИА Новости, 11.07.2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2018. Архивировано 10 август 2018 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 07.09.2018 г. № 511 «О полномочном представителе Президента Российской Федерации в Приволжском федеральном округе». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2019. Архивировано 12 август 2019 года.
- ↑ Елена Ковалева. Владимир Путин переназначил Игоря Комарова полпредом по ПФО. Коммерсантъ (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ 1 2 РИА Новости, 14 мая 2024. Биография Игоря Комарова
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27 октября 2012 года № 1449 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 17 октябрь 2013 года.
- ↑ Игорь Комаров стал кавалером Ордена Почётного легиона / Губернский портал Самара.ру / samara.ru. samara.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2019. Архивировано 12 февраль 2019 года.
- ↑ Представителям Роскосмоса вручены государственные награды Казахстана | Номад | 28.12.2015. nomad.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2019. Архивировано 9 июль 2018 года.
- ↑ Предстоятель Русской Церкви освятил Благовещенский собор в Дивеевском монастыре. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2022. Архивировано 24 октябрь 2022 года.