Энгельс (ҡала)
Энгельс (рус. Энгельс) — Һарытау өлкәһендәге ҡала. Халыҡ һаны буйынса Һарытауҙан һуң өлкәлә икенсе урында тора.
Географияһы
Волга йылғаһы ярында урынлашҡан.
Билдәле шәхестәре
- Исхаҡов Эдуард Роберт улы (19.06.1964), ғалим-психофизиолог. 1995 йылдан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2006 йылдарҙа кафедра начальнигы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2006). Полиция полковнигы. (2006)[4].
Тарих
Энгельс ҡалаһы 1747 йылда Харьков һәм Полтава губерналарынан сыҡҡан чумактар нигеҙ һала. Яңы ултыраҡҡа Покровская слобода исеме бирелә. 1914 йылда Покровская слободаға ҡала статусы бирелә. 1914-1931 йылға тиклем Покровск исемен йөрәтә. 1931 йылда ҡалаға Энгельс исеме бирелгән. 1921-1941 йылдарҙа Волга буйы немецтары АССР-ның баш ҡалаһы. 1941 йылдың авгусында ВНАССР юҡ ителгәс һәм Волга буйы немецтары Ҡаҙағстанға депортацияланғас, Энгельс ҡалаһы Һарытау өлкәһенең составына индерелә.
Иҡтисад
- Энгельс торба заводы
- Энгельс мебель фабрикаһы
- Тролза
Транспорт
Иҫкәрмәләр
- ↑ Федеральный закон от 22.11.2016 № 395-ФЗ (урыҫ) — 2016.
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Исхаҡов Эдуард Роберт улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2019)
Һылтанмалар
- Информационный сайт города «Мой Энгельс» 2018 йылдың 29 март көнөндә архивланған.