Пугачёв районы
Пугачёв районы (рус. Пугачёвский район) — Һарытау өлкәһендә район. Һарытау өлкәһендә Перелюб районы һәм Пугачёв райондары менән башҡорттар тығыҙ йәшәғән урыны булып тора.
Административ үҙәге — Пугачёв ҡалаһы.
Тарих
1928 йылдың 23 июлендә Түбән Волга крайының Пугачёв округы Перелюб районы составында ойошторола. 1934 йылдаң — Һарытау крайы, ә 1936 йылдаң — Һарытау өлкәһе составына инә.
География
Төньяҡта — Ивантеевка районы, көнсығышта — Перелюб районы, көньяҡта — Краснопартизан районы һәм Озинки районы, көнбайышта — Балаково һәм Духовницкое райондары. Майҙаны — 3800 км².
Халҡы
Райондың билдәле шәхестәре
- Әсфәндиәрова Рафиҡа Абдулхәмит ҡыҙы — Социалистик Хеҙмәт Геройы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Избран глава Пугачёвского района
- ↑ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше) 2010 йыл
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2002 ел сан алу базасы 2015 йылдың 15 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Национальный состав и владение языками, гражданство. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года: Статистический сборник/Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Саратовской области. — Саратов, 2012. — 203 с. 2018 йылдың 18 февраль көнөндә архивланған.