Нарышкин Сергей Евгеньевич

Нарышкин Сергей Евгеньевич (27 октябрь 1954 йыл) — Рәсәй дәүләт, сәйәси һәм хәрби эшмәкәре. 2016 йылдың 5 октябренән Рәсәй Федерацияһының тышҡы разведка хеҙмәте директоры[1]. Рәсәй Федерацияһы Именлек советының даими ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2008)[2]. «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры.

2011—2016 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы Рәйесе[3][4], Союз дәүләтенең Парламент йыйылышы рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы[5].

2008 йылдың 12 майынан 2011 йылдың 20 декабренә тиклем[6] — Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһе. 2008 йылдың декабренән — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт наградалары буйынса комиссияһы рәйесе; 2009—2012 йылдарҙа — Рәсәй мәнфәғәтенә зыян килтереп тарихты фальсификацияларға тырышыуҙарға ҡаршы тороу буйынса комиссия рәйесе (ғәмәлдә булған осорҙа); 2012 йылдан Рәсәйҙең тарих йәмғиәтен етәкләй. 2017 йылдан Рәсәй Федерацияһының Хәрби-сәнәғәт комиссияһы ағзаһы[2].

2024 йылдың 27 декабренән Рәсәй Федерацияһының 2024 йылдың 27 декабрендәге 1120 һанлы Указы менән «Тарихи мәғрифәт буйынса ведомство-ара комиссия» президиумы составына индерелә[7].

Биографияһы

Сергей Евгеньевич Нарышкин 1954 йылдың 27 октябрендә Ленинград ҡалаһында тыуа. Өләсәһе, олатаһы, атаһы һәм апаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград блокадаһын үтә. Атаһы оборона заводында эшләй, эшкә йөрөргә хәле бөткәс, «стационер» режимына күсә — йәғни заводта йоҡлап ҡала. 1942 йылдың ҡышында хәлһеҙлектән вафат була, Пискарев зыятартында туғандар ҡәберендә күмелә. Атаһы ла үлем сигендә була, аслыҡтан йығыла, әммә уның ғүмерен ҡала ситендә йәшәгән туғандары килтергән ярты тоҡ картуф һаҡлап ҡала[8].

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

Бала сағы Ленинград өлкәһенең Всеволожск районында үтә. Шунда студент отрядында эшләй[9].

1972 йылда художество-эстетика йүнәлешле 190-сы мәктәпте тамамлай[10].

Белеме

1978 йылда Ленинград механика институтын «инженер-радиомеханик» һөнәре буйынса тамамлай[11], һуңынан Санкт-Петербург халыҡ-ара менеджмент институтында уҡып[12], «иҡтисадсы» һөнәренә эйә була.инглиз һәм француз телдәрен белә.

Баҫылып сыҡҡан рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, 1978—1982 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитетының махсус уҡыу йорттарында әҙерлек үтә. КГБ-ның Беренсе баш идаралығы 101-се мәктәбенең ике йыллыҡ факультетында уҡый. һуңынан, үҙенең һүҙҙәре буйынса, 1980 йылда КГБ-ның Ленинград идаралығында Владимир Путин менән таныша. Уҡыу барышында «Наумов» оператив тәхәллүсенә эйә була[13][14]. Шулай уҡ Мәскәүҙә Оло Кисель тыҡырығындағы батша жандарм идаралығының элекке бинаһында урынлашҡан КГБ Юғары мәктәбенең бер йыллыҡ 8-се факультетында «француз» төркөмөндә уҡый[15].

Карьераһы

  • 1982 йылдан — Ленинград политехник институты проректорының халыҡ-ара ғилми бәйләнештәр буйынса ярҙамсыһы, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса начальник урынбаҫары[2].
  • 1980 йылдарҙа — СССР-ҙың Бельгиялағы илселегенең иҡтисади кәңәшсеһе аппараты хеҙмәткәре[2].
  • 1990 йылдар башы — Санкт-Петербург мэрияһының иҡтисади үҫеш буйынса комитетының бүлек начальнигы, һуңыраҡ — иҡтисад һәм финанстар буйынса комитет начальнигы.
  • 1995 йылдан — «Сәнәғәт-төҙөлөш банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Санкт-Петербург) тышҡы инвестициялар бүлеге етәксеһе.
  • 1996—2004йылдар — «Филип Моррис Ижора» тәмәке фабрикаһының директорҙар советы ағзаһы[2][16].
  • 1997 йылдан — Ленинград өлкәһе хөкүмәтенең инвестициялар департаменты начальнигы, иҡтисад һәм инвестициялар комитеты рәйесе урынбаҫары.
  • 1998 йылда — Ленинград өлкәһе хөкүмәтенең тышҡы иҡтисади һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса комитет рәйесе.
  • 2004 йылдың февраленән — Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәтенең иҡтисади идаралыҡ начальнигы урынбаҫары.
  • 2004 йылдың мартынан — Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте аппараты етәксеһе урынбаҫары.
  • 2004 йылдың сентябренән — Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте аппараты етәксеһе — Рәсәй Федерацияһы министры.
  • 2007 йылдың февраленән Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, шул уҡ йылдың сентябренән[17] — Берләшкән суднолар төҙөү корпорацияһының директорҙар советы рәйесе.
  • 2008 йылдың 12 майынан 2011 йылдың 20 декабренә тиклем — Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәте етәксеһе[6][18][19].
  • 2011 йылдың 4 декабренән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.
  • 21 декабрҙәң 238 тауыш менән Дәүләт думаһы рәйесе итеп һайлана[4][20].
  • 2012 йылдың 5 апреленән — Рәсәй һәм Белоруссия Берлегенең Парламент йыйылышы рәйесе[21].
  • 2016 йылда VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлана[22]. Однако от мандата отказался в связи с новым назначением[23].
  • 2016 йылдың 22 сентябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин уны 5 октябрҙән Рәсәй Федерацияһының Тышҡы разведка хеҙмәте директоры вазифаһына тәғәйенләй[24].
  • 2016 йылдың 21 октябренән РФ Дәүләт Думаһындағы вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатыла[25].
  • Санкцияларға ҡарамаҫтан, 2018 йылдың 27—28 ғинуарында ФСБ башлығы Бортников һәм хәрби разведка начальнигы Коробов менән АҠШ-ҡа визит яһай. Улар Вашингтонда Үҙәк разведка идаралығы директоры Помпео Майк менән осраша; визитты АҠШ-тағы күҙәтеүселәр ғәҙәти булмаған тип баһалай[26]. ЦРУ директорының киң мәғлүмәт сараларына белдереүендә, яҡтар Сүриәнән Рәсәйҙән һәм Үҙәк Азиянан барған «Ислам дәүләте» боевиктарының кире ҡайтыу хәүефе мәсьәләләре буйынса фекер алыша[27]. Нарышкин, 2018 йылдың декабрендә «Россия 1» телеканалына биргән интервьюһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Тышҡы разведка хеҙмәте директоры вазифаһында 22 илдең махсус хеҙмәттәре етәкселәре менән осрашып, һөйләшеүҙәр алып бара, разведка етәкселәренең 90 халыҡ-ара саммитында ҡатнаша[13].
  • 2024 йылдың 14 майында, яңы хөкүмәт ойошторолоуға бәйле, Тышҡы разведка хеҙмәте директоры итеп ҡайтанан тәғәйенләнә[28].
undefined

Тышҡы разведка хеҙмәтендә

Тышҡы разведка хеҙмәтен етәкләгәндә СССР махсус хеҙмәттәренең архив документтарын халыҡҡа сығарыу сараһын күрә, һөҙөмтәлә яңы фәнни хеҙмәттәр барлыҡҡа килә. Атап әйткәндә, ил өсөн стратегик мәғлүмәт тапҡан ете разведчик-нелегалдың исеме киң йәмәғәтселеккә сыға. СВР-ҙың 100 йыллығына Комсомольская правда" нәшриәте менән берлектә тышҡы разведка тураһында очерктар йыйынтығы әҙерләнә, айырым баҫма булып, һуңынан «Вече» нәшриәтендә Европа тарихының һуғыш алды һәм һуғыш осорондағы (1935—1945 йылдар) хәрби-сәйәси хәл-торошто яҡтыртҡан документтар тупланмаһы, «Легендарные разведчики» серияһынан яңы китаптар сыға[29]. Нарышкиндың баш һүҙе менән «Рудольф Абель. Тайный архив советского разведчика-нелегала» китабы нәшер ителә, унда беренсе тапҡыр В. Г. Фишерҙың Америка төрмәһенән яҙған хаттары баҫыла, биографияһының билдәһеҙ биттәре асыла[30].

Нарышкин менән Лужков

2010 йылдың 17 сентябрендә Нарышкин Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев ҡушыуы буйынса Ю. М. Лужковҡа отставка көтөлөүен хәбәр итә. Һуңынан Лужков осоронда Мәскәүҙәге коррупцияның «сиктән тыш» булыуын белдерә[31][32]. 2011 йылдың 19 декабрендә Мәскәүҙәң Пресня суды Лужковтың намыҫын һәм абруйын яҡлап, Нарышкинды судҡа биргән дәғүәһен ҡәнәғәтләндермәй.

Фәнни эшмәкәрлеге

Нарышкин — иҡтисад фәндәре кандидаты (2004, «Иностранные инвестиции в России как фактор экономического развития» диссертацияһы; ғилми етәксеһе — Ю. П. Тютиков)[33], иҡтисад фәндәре докторы (2010, «Иностранные инвестиции и развитие экономики России» диссертацияһы; ғилми консультанты — Хәбриева Талия Ярулла ҡыҙы)[34]. 2008 йылдан — Рсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Ҡануниәт һәм сағыштыра хоҡуҡ белеме институтының Дәүләт һәм муниципаль идараның иҡтисади-хоҡуҡи проблемалар үҙәгенең ғилми етәксеһе[35]. 47 фәнни эш, шул иҫәптән сит ил инвестицияларын йәлеп итеү проблемалары буйынса 25 мәҡәлә, 5 монография авторы[35]. Бигерк тә «Иностранные инвестиции в Россию как фактор экономического развития» (2004), «Привлечение иностранных инвестиций: экономическая стратегия и развитие регионов России» (2009) тип аталған китаптары билдәле[2].

«Диссернет», проекты ҡатнашыусылары раҫлауынса, диссертация эштәрендә[36], шулай уҡ «Иностранные инвестиции (региональный аспект)» (СПб., 2005) китабында плагиат булыуы асыҡлана[37].

Санкциялары

2014 йылдың 20 мартында — АҠШ, 21 мартта Евросоюздың санкциялар исемлегенә индерелә[38]. Шулай уҡ Канада, Швейцария, Австралия, Япония, Яңы Зеландия уға ҡарата санкциялар ҡуллана. Украинала махсус хәрби операция башланғандан һуң, АҠШ санкциялар исемлеген киңәйтә[39].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

«Фонд современной истории» ойошмаһының[40] һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте һәм халыҡ хужалығы академияһының попечителлек советы рәйесе. 2012 йылдан Рәсәй тарих йәмғиәте рәйесе. 2024 йылдың 27 декабренән Рәсәй Федерацияһы президентының 1120 һанлы «Вопросы Межведомственной комиссии по историческому просвещению» указына ярашлы, Тарихи мәғрифәт буйынса ведомство-ара комиссияның президиум составына индерелә[7].

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике улы, ҡыҙы һәм ике ейәнсәре бар. Ҡатыны — Татьяна Сергеевна (ҡыҙ фамилияһы — Якубчик), мәғлүмәт технологиялары буйынса белгес. 2004 йылға тиклем «Военмех» Балтика дәүләт техник университетының «Мәғлүмәт системалары һәм компьютер технологиялары» кафедраһында эшләй[41].

  • улы — Андрей (1978), «Энергопроект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары[42][35]. Өйләнгән, Анна һәм Наталья исемле ҡыҙҙар үҫтерә[43].
  • Ҡыҙы — Вероника (16 апрель 1988), Халыҡ хужалығы академияһын тамамлаған, спорт мастеры, Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһында эшләй[41], 2021 йылдың ғинуарынан нефть сервисы ҡорамалдарын әҙерләү һәм эшләү менән шөғөлләнгән, «Интех-Внедрение» эйәрсән компанияһы резиденты һәм уның устав капиталының 20 процентына эйә «Интех-Сервис» компанияһының башҡарма директоры вазифаһын биләй[44].

Нарышкин бала саҡтан йөҙөү менән шөғөлләнә, һәр иртәһен 300—500 метр йөҙөүҙән башлай[45]. Шулай уҡ тау саңғыһында шыуа, теннис уйнай. Ленинград өлкәһенең Всеволожский районындағы үҙенең ауыл өйөндә йәшәй[46]. Театрал, бард йырын ярата (Юрий Визбор, Высоцкий, Окуджава), үҙе лә гитарала уйнай.

Наградалары

Рәсәйҙеке:

  • I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2024)[47].
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2019)[48].
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2010)[49][35].
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (4 июнь 2008 йыл)[50].
  • Александр Невский ордены (27 октябрь 2014 йыл)[51].
  • Почёт ордены (27 октябрь 2004 йыл)[52].
  • Дуҫлыҡ ордены (2016)[49].
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (11 март 2003 йыл)[53].
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (26 октябрь 2009 йыл)[54].
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (26 октябрь 2009 йыл)[55].
  • Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының Почёт грамотаһы (2 апрель 2008 йыл)[56].
  • II дәрәжә Преподобный Сергий Радонежский ордены (Рус православие сиркәүе, 2014 йыл)[57].
  • «Иркутскиҙың 350 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (2011)[58].
  • I дәрәжә Изге Анна ордены (Рәсәй император йорто, 2009 йыл)[59].
  • «Рәсәй Федерацияһы оборонаһын нығытыуға индергән өлөшө өсөн» миҙалы (2021)[60]

Сит илдеке:

Йәмәғәт һәм халыҡ-ара ойошмалар:

  • «Берҙәмлек» ордены (27 ноябрь 2014 йыл, БДБ парламент-ара ассамблеяһы)[71].
  • «МПА СНГ. 25 лет» юбилей миҙалы (13 октябрь 2017 йыл, БДБ парламент-ара ассамблеяһы)[72].

Класлы чины

  • Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (9 июнь 2008 йыл)[73].

Иҫкәрмәләр

  1. Путин назначил Нарышкина главой СВР // РБК, 22.09.2016.
  2. 1 2 3 4 5 6 Энциклопедия ТАСС, 2024. Нарышкин, Сергей Евгеньевич. Директор СВР России
  3. Постановление Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации от 21.12.2011 № 4-6 ГД // СЗ РФ, 2011, № 52, ст. 7556.
  4. 1 2 Спикером новой Госдумы избран Сергей Нарышкин Архивная копия от 7 ғинуар 2012 на Wayback Machine // РБК
  5. Сергей Нарышкин вступил в «Единую Россию» // Regnum
  6. 1 2 Биография Архивная копия от 25 август 2009 на Wayback Machine // Президент.рф, 12 мая 2008
  7. 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 27.12.2024 № 1120 ∙ Официальное опубликование правовых актов. publication.pravo.gov.ru (27 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2024.
  8. Спиридонова Наталия Александровна. Самое главное в жизни. Настоящее прошедшее. Российское историческое общество, ТРК «Плеяда» (20 декабрь 2019).
  9. В голосовании приняли участие руководители государства, чиновники, общественные деятели России // Первый канал
  10. Вице-премьер Нарышкин прыгал на Фонтанку в школьной форме // Комсомольская правда
  11. Нарышкин, Сергей. Председатель Государственной думы шестого созыва. Lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2016.
  12. Бизнес-школа IMISP — один из лидеров российского бизнес-образования. imisp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  13. 1 2 - YouTube. www.youtube.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  14. Максим Иванов, Иван Сафронов, Наталья Корченкова, Анастасия Мануйлова, Олег Сапожков. Спикеров делать из этих людей (html). Коммерсантъ (20 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2019. Архивировано 16 апрель 2019 года.
  15. Роман Шлейнов. Николай Токарев: путь от КГБ до «Транснефти». Ведомости (11 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2016.
  16. Борьба с курением: почему смягчается антитабачный закон // Аргументы и факты, 05 декабря 2012.
  17. 15 сентября должен стать днём рождения ОСК(недоступная ссылка) Деловой Петербург/ REGNUM, 6 сентября 2007
  18. Биография Архивная копия от 25 август 2009 на Wayback Machine // Президент.рф, 12 мая 2008
  19. Указ Президента РФ от 12.05.2008 N 751. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 5 декабрь 2010 года.
  20. «Единая Россия» выдвинет Нарышкина на пост спикера Госдумы — Исаев // «РИА Новости»
  21. Нарышкин стал спикером союзного парламента России и Белоруссии // Вести.ру
  22. Выборы депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации седьмого созыва : Данные кандидата : Нарышкин Сергей Евгеньевич /// Сайт ЦИК России
  23. Путин извинился перед избирателями Сергея Нарышкина. www.rbc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  24. Указ о директоре Службы внешней разведки // Президент.рф]
  25. http://vote.duma.gov.ru/vote/96095 Голосование депутатов
  26. Chiefs Of Three Russian Intelligence Agencies Travel To Washington Радио «Свобода», 1.02.2018
  27. Сергей Горяшко, Гордон Коррера. Директор ЦРУ раскрыл тему тайной встречи с главами российских разведок. Русская служба Би-Би-Си (1 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2020.
  28. Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  29. Николай Долгополов, Владислав Фронин. Директор СВР Сергей Нарышкин дал интервью «Российской газете». Российская газета (16 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2021.
  30. Рудольф Абель (В.Г.Фишер). Тайный архив советского разведчика-нелегала / Евгения Ларина. — Письма из американской тюрьмы и воспоминания соратников. — Москва: АСТ, 2020. — С. 1—2. — 288 с. — ISBN 978-5-17-134617-1.
  31. Накануне отставки Лужков направил Медведеву письмо, обвинив президента в лицемерии. palm.newsru.com (28 сент. 2010 г.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  32. Нарышкин: Лужков отправлен в отставку из-за неэффективности и коррупции. vesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  33. Нарышкин С. Е., Формирование политики привлечения иностранных инвестиций в Российскую Федерацию : автореф. дис. на соиск. учён. степ. к.э.н. : спец. 08.00.05 / Нарышкин Сергей Евгеньевич; [С.-Петерб. гос. ун-т экономики и финансов]. — СПб., 2004. — 19 c.
  34. Нарышкин С. Е., Иностранные инвестиции и развитие экономики России : автореферат диссертации на соискание учёной степени доктора экономических наук : специальность 08.00.05 <Экономика и управление народным хозяйством по отраслям и сферам деятельности> / Нарышкин Сергей Евгеньевич; [Ин-т законодательства и сравнит. правоведения при Правительстве РФ]. — Санкт-Петербург, 2010. — 33 с.
  35. 1 2 3 4 Сергей Нарышкин: биография, видео, фото, выступления - Российское историческое общество. historyrussia.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  36. Бакланов А. В диссертации Сергея Нарышкина нашли плагиат // Snob.ru
  37. COUNCIL IMPLEMENTING REGULATION (EU) 2020/398.
  38. Russia-related Designations and Designations Updates; Issuance of Russia-related General Licenses (ингл.). U.S. Department of the Treasury. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2023.
  39. НАРЫШКИН Сергей Евгеньевич | Фонд Современной Истории. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2014. Архивировано из оригинала 18 октябрь 2015 года.
  40. 1 2 Лидеры всех партий, претендующих на места в Госдуме нового созыва, уже проголосовали — Первый канал
  41. Органы управления ЗАО «Энергопроект». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2013. Архивировано из оригинала 1 ноябрь 2012 года.
  42. Тумакова, Ирина Андрей Нарышкин, сын вице-премьера Сергея Нарышкина: "О назначении отца я узнал из выпуска новостей". iz.ru (14 мар. 2007 г.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  43. Дочь Сергея Нарышкина возглавила компанию-производителя оборудования для поиска нефти (29 ғинуар 2021).
  44. В российском плавании происходят положительные изменения. vesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  45. Кандидат в спикеры — аккуратист, не любит тусовок // KP.RU
  46. Директор Службы внешней разведки Российской Федерации.
  47. Директор Службы внешней разведки Российской Федерации. svr.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2016. Архивировано 4 февраль 2022 года.
  48. 1 2 Директор Службы внешней разведки Российской Федерации. svr.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  49. Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 2008 года № 900 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ IV степени Нарышкина С. Е.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 0209.
  50. Указ Президента Российской Федерации от 27 октября 2014 года № 677 «О награждении орденом Александра Невского Нарышкина С. Е.»
  51. Указ Президента Российской Федерации от 27 октября 2004 года № 1360 «О награждении орденом Почёта Нарышкина С. Е.»
  52. Указ Президента Российской Федерации от 11 марта 2003 года № 288 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  53. Распоряжение Президента Российской Федерации от 26 октября 2009 года № 718-рп «О награждении Почетной грамотой Президента Российской Федерации Нарышкина С. Е.»
  54. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 26 октября 2009 года № 1574-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Нарышкина С. Е.»
  55. Постановление Центральной избирательной комиссии Российской Федерации от 2 апреля 2008 года № 107/802-5 «О награждении Почётной грамотой Центральной избирательной комиссии Российской Федерации»
  56. В день памяти святителя Николая Чудотворца Предстоятель Русской Церкви совершил великое освящение храма Благовещения Пресвятой Богородицы в Сокольниках г. Москвы / Новости / Патриархия.ru. www.patriarchia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  57. Медалями в честь 350-летия Иркутска наградят более 400 человек. www.irk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  58. Кавалеры ордена Святой Анны I степени. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2009. Архивировано из оригинала 10 декабрь 2011 года.
  59. Министр обороны России генерал армии Сергей Шойгу вручил ведомственные награды представителям властных структур. function.mil.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  60. Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. pravo.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  61. Медведев и Лукашенко вручили государственные награды. vz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  62. Распоряжение Президента Азербайджанской Республикиo награждении орденом «Достлуг» С.Е.Нарышкина » Официальный сайт президента Азербайджанской Республики. president.az. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  63. Государственные деятели Российской Федерации удостоены орденов в Азербайджане. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2012. Архивировано из оригинала 7 февраль 2013 года.
  64. Сергей Нарышкин награждён орденом «Битараплык». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 4 август 2020 года.
  65. Указ Президента Республики Беларусь от 26.02.2015 г. № 101 «Аб узнагароджанні» – Pravo.by. pravo.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  66. Лукашенко наградил Нарышкина орденом почета. www.sb.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  67. Հանրապետության նախագահի հրամանագրերը - Փաստաթղթեր - Հայաստանի Հանրապետության Նախագահ. www.president.am. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 окт. 2022 г..
  68. Глава внешней разведки Нарышкин награждён орденом Достык
  69. Президент Вьетнама наградил Нарышкина и Патрушева орденом Дружбы. РИА Новости (20211201T1615). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2021.
  70. Постановление Совета Межпарламентской Ассамблеи государств — участников Содружества Независимых Государств от 27 ноября 2014 года № 50 «О награждении орденом Межпарламентской Ассамблеи государств — участников Содружества Независимых Государств «Содружество». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2024. Архивировано 4 июнь 2024 года.
  71. Постановление Совета Межпарламентской Ассамблеи государств — участников Содружества Независимых Государств от 13 октября 2017 года № 48 «О награждении медалью «МПА СНГ. 25 лет». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2024. Архивировано 24 март 2023 года.
  72. Указ Президента Российской Федерации от 9 июня 2008 года № 905 «О присвоении классного чина государственной гражданской службы Российской Федерации Нарышкину С. Е.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2008. Архивировано из оригинала 5 декабрь 2010 года.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар