Чурикова Инна Михайловна

Чурикова Инна Михайловна (5 октябрь 1943 йыл14 ғинуар 2023 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры; СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1985) халыҡ артисы, РСФСР-ҙың (1987) һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премиялары лауреаты (1996). «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976).

Биографияһы

Инна Михайловна Чурикова 1943 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бәләбәй ҡалаһында тыуған.

Атаһы — Чуриков Михаил Кузьмич, К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы (хәҙер Рәсәй дәүләт аграр университеты) хеҙмәткәре, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.

Әсәһе — Мантрова Елизавета Захаровна (15.08.1917 — 5.01.2012), агрохимик, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1967), профессор (1972), Мәскәү дәүләт университетының Ботаника баҡсаһы хеҙмәткәре[8].

Инна Чурикова 1965 йылда М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын (русса ВТУ—Высшее театральное училище имени М. С. Щепкина) «ҡыҙыл диплом»ға тамамлай. Артабан ГИТИС (Российский университет театрального искусства — Рәсәй театр сәнғәте университеты) һәм М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының актёр факультетындағы берләштерелгән курста уҡый — педагогтары РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вениамин Иванович Цыганков һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Леонид Андреевич Волков.

1965 йылдан Мәскәү йәш тамашасы театры (Московский театр юного зрителя) актёры, 1968 йылдан — килешеү нигеҙендә эшләй. 1975 йылдан — Мәскәүҙәге Ленин комсомолы исемендәге театрҙа (театр имени Ленинского комсомола в Москве, хәҙер — «Ленком» Мәскәү дәүләт театры).

Инна Чурикованың кино дебюты уның студент сағында була: 1960 йылда ул «Тучи над Борском» фильмында уйнай. Артабан күп картиналарҙа, шул иҫәптән ире — кинорежиссёр Глеб Анатольевич Панфилов ҡуйғандарында ла төшә.

1994 йылда режиссёр Андрей Кончаловский 1967 йылда төшөргән «История Аси Клячиной, которая любила, да не вышла замуж» фильмының дауамы (сиквел) булған «Курочка Ряба» картинаһын төшөрә. Унда төп роль СССР-ҙың халыҡ артисы Ия Саввинаға тәғәйенләнгән була, ә ул сценарийҙы әҙәпһеҙ тип таба. Шуға ла Ася роле Инна Чуриковаға эләгә[9].

20072009 йылдарҙа Инна Чурикова Рәсәйҙең Иваново ҡалаһында йыл һайын үткәрелеп килгән Андрей Тарковский исемендәге Халыҡ-ара кинофестиваль президенты була.

Рәсәй кинематография сәнғәте академияһы ағзаһы. Рәсәйҙең Кинематография сәнғәте һәм фәндәре милли академияһы академигы[10]

2015 йылдың 25 сентябрендә Инна Чурикова Антон Чехов әҫәрҙәрен «Чехов жив» исеме менән үткәрелгән театрлаштырылған онлайн-уҡыуҙарҙа ҡатнашты.

Актриса 2023 йылдың 14 ғинуарында Мәскәү дауаханаларының береһендә вафат булды[11].

Шәхси тормошо

undefined

Ижады

Театрҙағы ролдәре

Мәскәү йәш тамашасы театры

  • Баба Яга — Евгений Шварц «Два клёна»
  • Лиса — «Зайка- зазнайка» (1970)
  • «Трусохвостик»
  • «За тюремной стеной».

«Ленком» Мәскәү дәүләт театры

  • «Тиль» (Григорий Горин пьесаһы буйынса) — «Ленком» театры сәхнәһендә дебют (1974)
  • «Гамлет» Уильям ШекспирОфелия, Гертруда
  • «Три девушки в голубом»
  • «Иванов» (А. П. Чехов)
  • «Оптимистическая трагедия» ([[Всеволод Вишневский)
  • «Варвар и еретик» (1997) — Антонида Васильевна
  • «…Sorry» (А. Галин) — Инна
  • «Мудрец» (Александр Островскмй) — Мамаева
  • «Чайка» (А. П. Чехов) — Аркадина
  • «Женитьба» Н. В. ГогольФёкла Ивановна
  • «Tout payé, или Всё оплачено» (Ив Жамиак комедияһы буйынса. Режиссёр: Эльмо Нюганен)Элеонора
  • «Город миллионеров» (Э. Де Филиппо, «Филумена Мартурано» пьесаһы) — Филумена
  • «Аквитанская львица» (Д. Голдмен, «Лев зимой» пьесаһы мотивтары буйынса) (2011) — Алиенора Аквитанская[12][13]
  • «Ложь во спасение» (Алехандр Касона) (2012) — бабушка

Антреприз спектаклдәрҙә

  • «Старая дева». Продюсерский центр «ТеатрДом» Н. Птушкина. Режиссёр: Б. Мильграм — Татьяна
  • «Смешанные чувства» (А. Чехов исемендәге театр)
  • «Овечка» (Антреприза «Арт-клуб XXI»)

Әҙәбиәт

  • Гербер А. Е. Инна Чурикова: судьба и тема. — М.: АСТ, 2013. — 254 с., 3000 экз., ISBN 978-5-17-079625-0 (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Умерла Инна Чурикова (урыҫ) // (unknown type)Россия сегодня, 2023.
  3. Умерла Инна Чурикова (урыҫ) // (unknown type) — 2023.
  4. Сидорова Е. Названа предварительная причина смерти Инны Чуриковой (урыҫ) // Российская газета — Россия: 2023. — ISSN 1606-5484; 1560-0823
  5. Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #133086895 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  6. Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  7. https://rg.ru/2023/01/14/nazvana-predvaritelnaia-prichina-smerti-inny-churikovoj.html
  8. Ботанический сад Биологического факультета Московского университета 1706—2011. М.: Т-во КМК. 2012. 311 с.
  9. Курочка Ряба - биография фильма. Konchalovsky.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2009.
  10. Cписок членов Национальной Академии кинематографических искусств и наук России
  11. Ушла из жизни народная артистка СССР Инна Чурикова. ИА «Башинформ», 14 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2023)
  12. Инна Чурикова сыграет «Аквитанскую львицу» Российская газета, 8 октября 2010
  13. Аквитанская львица. Театр Ленком. Пресса о спектакле Театральный смотритель