Кончаловский Андрей Сергеевич
Андрей Сергеевич (Андрон) Кончаловский (Михалков-Кончаловский (20 август 1937 йыл) — СССР, Рәсәй һәм Америка Ҡушма Штаттары кинорежиссёры һәм сценарисы, йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре.
2013 йылдың май айында алынған иҫәп буйынса, Кончаловский утыҙ дүрт сценарий яҙған, режиссёр сифатында егерме ете фильм төшөргән, һигеҙ спектакль, шул иҫәптән биш опера, бер нисә күмәк тамаша ҡуйған, алты китап, йөҙҙән артыҡ публицистик мәҡәләләр баҫтырып сығарған[4].
РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1980), «Ника» киноакадемияһы Президенты. Венеция фестивалендә «Белые ночи почтальона Алексея Тряпицына» (2014) экзистенциаль драмаһындағы һәм Францияла рус ҡаршылығы тураһындағы «Рай» (2016) фильмындағы режиссёрлыҡ эше өсөн ике тапҡыр «Көмөш арыҫлан» премияһына лайыҡ булды (2014)[5][6]. Моссовет тетарының художество советы етәксеһе (2025)[7].
Балалыҡ һәм үҫмер йылдары
Яҙыусы Сергей Владимирович Михалков һәм шағир һәм тәржемәсе Наталья Петровна Кончаловскаяларҙың ғаиләһендә 1937 йылдың 20 авгусында Мәскәүҙә тыуған. Тыуғандан һуң бирелгән исеме Андрей булһа ла, ижад эшсәнлеген башлағанда йәш режиссёр үҙен Андрон тип атай, шулай уҡ ике ҡатлы Михалков-Кончаловский фамилияһын ала[8].
1997 йылдағы Рәсәй Федерацияһы Президентының бүләкләү тураһындағы Указында уның фамилияһы Михалков (Кончаловский) тип яҙылған[9]. 1990 йылдарҙан башлап әҙләп, ә 2009 йылда атаһы С. В. Михалков үлгәс, ул тулыһынса Андрей Сергеевич Кончаловский тип йөрөтөлә башлай, был турала уның режиссёрлыҡ рәсми сайты хәбәр итә[10]. Уның бала сағы Михалковтарҙың Мәскәү янындағы Николина Гора утарында үтә.
Үҙәк музыка мәктәбендә Р. Ю. Черновтың фортепиано класында (1952 йылға тиклем) уҡый, Мәскәү консерваторияһы янындағы Музыка училищеһында А. Г. Руббахта уҡый (1957 йылда тамамлай) һәм Мәскәү дәүләт консерваторияһында Л. Н. Оборинда (1957—1959) уҡый, ләкин тамамламай ҡалған[11] 1964 йылда ВГИК-тың режиссёрлыҡ факультетын (Михаил Ромм оҫтаханаһында уҡып) тамамлай[12].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Andrei Konchalovsky // Filmportal.de — 2005.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #119047950 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Record #4903670 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ Открытие Международного венецианского кинофестиваля
- ↑ Плахов А. Голубиная почта. Коммерсант.ru (7 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2014.
- ↑ Андрей Кончаловский получил «Серебряного льва» Венецианского кинофестиваля. tvrain.ru (10 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2016.
- ↑ Андрей Кончаловский возглавил новый худсовет Театра Моссовета
- ↑ Андрей /Андрон/ Сергеевич МИХАЛКОВ-КОНЧАЛОВСКИЙ * Биография * Фотография. Архивировано 10 май 2013 года. 2011 йылдың 3 август көнөндә архивланған.
- ↑ Президент России 2013 йылдың 10 май көнөндә архивланған.
- ↑ Андрей Кончаловский: Биография. Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ Страница А.
- ↑ Энц. отеч. кино