Садовничий Виктор Антонович
Садовничий Виктор Антонович (3 апрель 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй математигы, Рәсәйҙең юғары белем биреү эшмәкәре, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры (1992 йылдан), Рәсәй ректорҙар Союзы Президенты (1994), Мәктәп уҡыусыларың Рәсәй олимпиадаһы советы рәйесе. РФА академигы (1997), РФА-ның вице-президенты (2008—2013). СССР дәүләт премияһы (1989), Рәсәй федерацияһының дәүләт премияһы (2002) һәм өс Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһы (2006, 2011, 2012) лауреаты. Мәскәү ҡалаһының почётлы гражданы (2008). Берҙәм Рәсәй партия ағзаһы (2002), партияның Юғары совет ағзаһы[2]. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры (1999, 2005, 2009, 2019). Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы (2024).
Биографияһы
Виктор Антонович Садовничий — 1939 йылдың 3 апрелендә Харьков өлкәһенең Краснопваловка ауылында эшсе Антон Григорьевич һәм колхозсы Анна Матвеенаның ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң бер аҙ ваҡыт Горловкала (Донецк өлкәһе) «Комсомолец» шахтаһында эшләй һәм киске мәктәптә уҡый. 1958 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә. Уҡыу йылдарында йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә, университеттың студенттар комитетын һәм факультеттың комсомол ойошмаһын етәкләй. 1963 йылда «математика» белгесе һөнәре буйынса мехмат тамамлай.
1966 йылда аспирантура тамамлай, 1967 йылдың 17 мартында «Регуляризованные суммы собственных значений общих задач для обыкновенных дифференциальных уравнений» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
1974 йылда докторлыҡ диссертацияһы (темаһы — «О некоторых вопросах теории обыкновенных дифференциальных уравнений, зависящих от спектрального параметра»). 1975 йылдан — МДУ-ның профессоры.
1981—1982 йылдарҙа функциональ анализ һәм уның ҡушымталары иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультеты[3] кафедраһын етәкләй.
1982 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем механика-математика факультетының математика анализы кафедраһы мөдире[4][5]. Мәскәү дәүләт университетында түбәнндәге вазифаларҙа эшләй: механика-математика факультетының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, проректор, проректор урынбаҫары (1982—1984), беренсе проректоры (1984—1992).
КПСС-та әүҙем эшләй: МГУ-ның парткомона инә, 1977 йылдан университеттың парткомын етәкләй. 1970—1980 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында ҡабул итеү комиссияһының яуаплы вазифаларын биләй.
1992 йылдың 23 мартында альтернатив вариантта Мәскәү дәүләт университеты ректоры итеп һайлана. Яңынан ректор итеп альтернатив вариантһыҙ 1996, 2001, 2005 йылдарҙа һайлана.
Рәсәй мәғариф академияһының почётлы ағзаһы, РАО попечителлек советы ағзаһы[6]. 1994 йылдан Рәсәй фәндәр академияһының ағзаһы , 1997 йылдан РФА-ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Рәсәй фәндәр академияһы президиумының составына инә[7], 2008 - 2013 йылдарҙа — РФА-ның вице-президенты[8]. бик күп донъя университеттарының почётлы докторы исеменә лайыҡ була. Рәсәй ректорҙар Союзын етәкләй[9] 1989 йылдан СССР университеттары ассоциацияһы Советы ағзаһы булып тора (1992 йылдан үҙгәртеп ҡороуҙан һуң — Евразия университеттары ассоциацияһының), 1992 йылдан — Ассоциацияны етәкләй[10].
Ғилми журналдарҙың мөхәрриәт коллегияһына ингән: « Проблемный анализ и государственно управленческое проектирование»[11], «Квантовые компьютеры и квантвые вычисления» журналының (баш мөхәррире)[12], «Рәсәйҙә юғары белем»[13], «Фундаменталь һәм ғәмәли математика»[14]. Садовничий етәкселендә 65-тән ашыу кандидатлыҡ һәм 15 докторлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән (шул иҫәптән башҡа илдәрҙең ғалимдары)[15].
2004 йылда Rambler компанияһы тарафынан «Люди года» проекытының «Образование и наука» номинацияһында «Йыл кешеһе» тип аталған[16].
2019 йылдың 4 декабрендәге Ҡарар № 578 менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин биш йылға Садовничий Виктор Антоновичты Мәскәү дәүләт университеты ректоры итеп тәғәйенләй.
- Хеҙмәт эшмәкәрлегенең йылъяҙмаһы
- 1956—1957 — Харьков өлкәһе Лихачёв «Сахбаза» Краснопавловский сөгөлдөр пунктында йөк ташыусы
- 1957—1958 — "Горловскуголь"тресының «Комсомолец» шахтаһында крепильщик
- 1958—1963 — МДУ-ның механика-математика факультеты студенты
- 1963—1964 —Мәскәү дәүләт университеты механика-математика факультетының һығылмалылыҡ теорияһы кафедраһының өлкән лаборанты
- 1963—1966 — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты аспиранты
- март 1966 — кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай
- 1966—1970 —механика-математика факультетының функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы ассистенты
- 1970—1976 — математика-механика факультетының функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы доценты
- 1971 — доцент дәрәжәһе бирелә
- 1972—1978 —Мәскәү дәүләт университеты механико-математика факуьтетының ғилми эштәр буйынса декан урынбаҫары
- 1974 — физика-математика фәндәре докторы
- 1976—1981 — функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы профессоры
- 1977 — профессор исеме бирелә
- 1980—1986 — Мәскәү дәүләт университетының беренсе проректоры
- 1981—1982 — Мәскәү дәүләт университетының хисаплау математикаһы һәм кибернетика факультетында функциональ анализ кафедраһы мөдире
- 1982—1986 — Мәскәү дәүләт университетында, тәбиғи факультетының ғилми эштәр буйынса проректор
- 1982 —механика-математика кафедраһы мөдире, математик анализ кафедраһы профессоры
- 1992 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университеты ректоры
- 1994 — Рәсәй фәндәр академияһы ағза-корреспонденты
- 1997 — Рәсәй фәндәр академияһы академигы итеп һайлана
- 2008—2013 — Рәсәй фәндәр академияһының вице-президенты[17].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- М. В. Ломоносов исемендәге премия (1973);
- СССР дәүләт премияһы (1973);
- РФ дәүләт премияһы (2001);
- Рәсәй дәүләт премияһы (2001);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1980, 1986).
- Рәсәй федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премияларын (2011);
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры (1999, 2005,2009,2019);
- Александр Невский ордены (2014)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (14 ғинуар 2003 йыл);
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (30 июнь 2006 йыл).
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://russiapedia.rt.com/prominent-russians/science-and-technology/viktor-sadovnichy/
- ↑ Высший совет партии «Единая Россия» 2020 йылдың 31 май көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Садовничий Виктор Антонович. // Сайт «Летопись Московского университета». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2016.
- ↑ Мехмат МГУ 80. Математика и механика в Московском университете / Гл. ред. А. Т. Фоменко. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2013. — 372 с. — ISBN 978-5-19-010857-6. — С. 70.
- ↑ Механико-математический факультет МГУ. История. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2016.
- ↑ Попечительский совет РАО « Российская академия образования. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2018. 2018 йылдың 20 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Члены Президиума. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2018.
- ↑ Вице-президенты РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2018.
- ↑ Оргструктура. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2018. 2018 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Садовничий Виктор Антонович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2018.
- ↑ Журнал «Проблемный анализ и государственно-управленческое проектирование» → Редакционный совет и редколлегия 2021 йылдың 27 октябрь көнөндә архивланған. — Центр проблемного анализа и государственно-управленческого проектирования
- ↑ Квантовые компьютеры и квантовые вычисления. Редколлегия 2015 йылдың 22 июнь көнөндә архивланған. — Институт компьютерных исследований
- ↑ Редколлегия и международный совет — «Высшее образование в России»
- ↑ База знаний кафедры ИКТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2013. Архивировано 8 август 2013 года.
- ↑ Садовничий Виктор Антонович — ректор Московского государственного университета имени М. В. Ломоносова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2013.
- ↑ Виктор Садовничий. Lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Вице-президенты Российской академии наук. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2015.
- ↑ Ванденко А. Мы — круче! (интервью Садовничего журналу «Итоги»). Итоги, № 3(293). itogi.ru (2 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2013. 2014 йылдың 10 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Балабас Е. Управленец с математической логикой. Московский комсомолец, 2014, № 2(132). Московский комсомолец (10 ғинуар 2014).
- ↑ Садовничий Юрий Викторович на сайте «Летопись Московского университета»
- ↑ Садовничий Юрий Викторович. scl17.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2013. Архивировано 10 ғинуар 2014 года. 2014 йылдың 10 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Циркуляры малых планет за 4 мая 1999 года — в документе надо выполнить поиск Циркуляра № 34625 (M.P.C. 34625)
- ↑ Древовидные пионы. Ботанический сад биологического факультета МГУ 2017 йылдың 19 май көнөндә архивланған.
- ↑ Пионы Северной столицы
- ↑ Пионы. Посадка и уход
Әҙәбиәт
- Тихонова А. (подготовка материала). Виктор Садовничий. Фронтовое село (30 март 2010). — Воспоминания Виктора Садовничего о военном детстве. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- Цыганков А. Экзафлопсные суперкомпьютеры позволят предсказывать глобальные изменения климата — ректор МГУ Виктор Садовничий. itar-tass.com (14 ноябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- Виктор Антонович Садовничий. Биографический очерк. — Москва: Издательство Московского университета, 2019. — 128 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-19-011379-2.
Һылтанмалар
- Виктор Антонович Садовничий на сайте МГУ. msu.ru.
- Профиль Виктора Антоновича Садовничего РФА рәсми сайтында
- Научные работы В. А. Садовничего в системе «Истина МГУ».
- Уның тураһында биттәр Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса милли комитет, рәсәй
- Документаль фильм «Следов ректоры: фонында университетыбыҙҙың портреты» 2020 йылдың 9 август көнөндә архивланған. (телеканал «Рәсәй», 2009)
- Иван Беляев. «Будто школа КГБ»: соцсети об инциденте в МГУ (15 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2019. Архивировано 16 октябрь 2019 года.
- Александр Соколов, Бэлки Ляув, Елена Мухаметшина, Мария Подцероб, Максим Иванов. Виктор 27 йылда мәскәү өсөн нимә әйләнеп Следов // Ведомости, 2019 йылдың 5 декабрь (мәҡәлә бик ҙур һәм сағыу образлылыҡ һәм мәғлүмәт)