Мәскәү авиация институты
Мәскәү авиация институты (милли тикшеренеү университеты (МАИ) — Мәскәүҙә урынлашҡан юғары уҡыу йорто. Институт 1930 йылдың 20 мартында ойошторолған. Совет осоронда — Мәскәү Серго Орджоникидзе исемендәге Ленина орденлы, Октябрь Революцияһы орденлы авиация институты
2015 йылдың 31 мартында Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо менән уға К.Э. Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетын ҡушыу юлы менән үҙгәртеп ҡорола.
Тарихы
1909 йылда Император Мәскәү техник училищеһында профессор Н Е. Жуковский башланғысы менән һауала осоу теоретик нигеҙҙәрен уҡыу башлана.
1929 йылдың 17 сентябрендә СССР ВСНХ приказы менән (124-се) Мәскәү дәүләт техник университетының механика факультетының авиация бүлеге аэромеханика факультетына үҙгәртеп ҡорола[2].
СССР-ҙа индустриялаштырыу 1930 йылдан алып 1935 йылға тиклемге осорҙа 435000 инженер-техник белгес әҙерләүҙе талап итә, ә 1929 йылда уларҙың һаны 66000 тәшкил иткән.[3]
1930 йылдың 20 мартында СССР ВСНХ приказы менән аэромеханика факультеты нигеҙендә Юғары Аэромеханика училищеһы ойошторола (ВАМУ).[4].
ВАМУ базаһында 1930 йылдың 20 авгусында Мәскәү авиация институты ойошторола[5]. Юғары уҡыу йортона Тверь-Ямская урамындағы бина бирелә[6]. МАИ составында самолеттар, моторҙар төҙөү һәм һауала йөҙөү бүлектәре була.
1931 йылдың 10 майынан институт уҡыу процесы факультет системаһына күсә.
1932 йылдың 22 сентябрендә Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән К. Э. Циолковский исемендәге Граждандар һауа флоты Мәскәү инженерҙары институты үҙгәртеп ҡорола.
1933 йылға институттың тәүге үҙ бинаһы (әлеге ваҡытта идара итеү системалары факультетының 3-сө корпусы) Волоколамск һәм Ленинград шоссеһында урынлаша, унда әлеге көндә вуздың төп территорияһы
1933 йылдың 10 мартында Мәскәү авиация инженер-иҡтисад институты (МАИЭИ) һәм производствоны ойоштороу кафедраһы базаһында МАИ инженер-иҡтисад факультетының инженер-иҡтисад факультеты ойошторола.
1935 йылдың 16 декабрендә СССР Үҙәк һайлау комиссияһы Президиумы указы менән уҡыу йортона ауыр сәнәғәттең халыҡ комиссары Серго Орджоникидзе исеме бирелә
1941 йылдың көҙөндә институт Алматыға эвакуациялана
1945 йылда МАИ коллективы һуғыш ваҡытында юғары хөкүмәт наградаһы - Ленин ордены менән бүләкләнә. Бынан тыш, 119 уҡытыусы, институт хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары ордендар һәм миҙалдар менән наградлана.
1945 йылда МАИ-ла махсус (реактив) двигателдәр кафедраһы асыла (кафедра мөдире Н. Иноземцев). Бынан һуң Халыҡ-ара һауа-реактив һәм шыйыҡ-реактив двигателдәр, артабан һәм башҡа ракета һөнәрҙәре буйынса белгестәр әҙерләнә башлай[2]
1998 йылда сит ил телдәре факультеты ойошторола.
2009 йылдың 7 октябрендә Мәскәү авиация институтҡа милли тикшеренеү университеты статусы бирелә[7].
Уҡытыу эшмәкәрлеге
Төрлө уҡытыу формалары менән 13 институт[8] 5 филиал[9] эшләй, әнда 22 000 самаһы кеше уҡый.
Институттары
- № 1 «Авиация техникаһы
- № 2 «Авиация, ракета двигателдәре һәм энергетика ҡоролмалары»
- № 3 «Идара итеү, информатика һәм энергетика системалары»
- № 4 «Радиоэлектроника, инфокоммуникация һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеге»
- № 5 Инженер иҡтисад һәм гуманитар фәндәр институты
- № 6 «Аэрокосмос»
- № 7 «Робототехника һәм интеллектуаль система»
- № 8 «Ғәмәли математика һәм информацион технологиялар»
- № 9 «Дөйөм инженерҙар әҙерләү»
- № 10 «Сит телдәр»
- № 11 «Материалды өйрәнеү һәм материалдар технологияһы институты»
- № 12 «Аэрокосмос фәнни һәм етештереү технологияһы»
- МАИ Хәрби институт
1930 йылдан алып директорҙары, ректорҙары, начальниктары
{{{1}}}
- 1930, март—сентябрь Георгий Петрович Судаков [1900- 15.12.1937] (ВАМУ-МАИ беренсе директоры) — 1 йылдан аҙыраҡ
- 1930, сентябрь—декабрь Яков Агеевич Горшков [1882-?](директор) — 1 йылдан аҙыраҡ
- 1931, январь—сентябрь Матвей Васильевич Бойцов [1890 -? (1937 йылда ҡулға алына)] (директор) — 1 йылдан аҙыраҡ
- сентябрь, 1931 — ноябрь 1932 Август Васильевич Вольский [1891 - 15.09.1938] (начальник) — 1 йыл
- февраль 1933 — ноябрь 1935 Борис Яковлевич Бурак [1900- 21.10.1937 (в Бутово)] (начальник һәм директор) — 2 йыл
- ғинуар, 1935 — октябрь 1936 Наум Соломонович Зайдель [1897 - ? (арест. в 1948 г.)] (директор, институтҡа Серго Орджоникидзе исемен биреү тураһында приказ сығара) — 2 йыл
- октябрь, 1936 — июль 1937 Виктор Флавианович Бобров [1884-1946] (директор) — 1 йыл
- август, 1938 — июнь 1938 Семён Ильич Беляйкин [1896-1945] (директор) — 1 йылдан аҙыраҡ
- июль, 1938 — 1943 (октябрь 1941 — сентябрь 1943 в эвакуации в Алма-Ате) Михаил Фёдорович Семичастнов [1899-1957] (директор) — 5 лет
- 1942, январь—апрель Владимир Николаевич Михальский [1903-?] (Мәскәүҙә директор) - 1 йылдан аҙыраҡ
- 1942—1945 Александр Иванович Михайлов [1905-1988](директор) — 3 йыл
- 1945—1949 Николай Викторович Иноземцев [1902-1956](директор) — 4 йыл
- 1950—1954 Михаил Никитич Шульженко [1895-1982] (директор) — 4 йыл
- 1954—1956 Николай Викторович Иноземцев (икенсе тапҡыр) — 2 йыл
- 1956—1958 Георгий Владимирович Каменков [1908-1966] (директор) — 2 йыл
- 1958—1972 Иван Филиппович Образцов [1920-2005] (директор, 1961 йылдан ректор) — 14 йыл
- 1972—1986 Иван Тимофеевич Беляков [1919-1996] — 14 йыл
- 1986—1992 Юрий Алексеевич Рыжов [1930-2017] — 6 йыл
- 1992—2007 Александр Макарович Матвеенко (р. 1939) — 15 йыл
- 2007—2015 Анатолий Николаевич Геращенко (р. 1949) — 8 йыл
- 2015—2016 Александр Викторович Рождественский (вазифаһын башҡарыусы) — 1 йылдан аҙыраҡ
- 2016—2016 Вячеслав Алексеевич Шевцов (вазифаһын башҡарыусы) — 1 йылдан аҙыраҡ[10]
- 2016—х. в. Михаил Асланович Погосян (1956 й. тыуған)
Рейтингтары
| Йылдар | Университеттарҙың милли
рейтингтары |
Forbes[11] | РАЭКС | RUR | QS BRICS | QS EECA | THE |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 2020 | 29-32↑ | 27↑ | 23↑ | 490↑ | 153↓ | 1001+ | |
| 2019 | 33↑ | 31↑ | 25↑ | 522↓ | 105↑ | 140↓ | 1001+ |
| 2018 | 40↓ | 33 | 27↑ | 515↑ | 113↑ | 117↑ | 1001+ |
| 2017 | 25-27↑ | 32↑ | 526↓ | 131↓ | 121= | - | |
| 2016 | 28—29↓ | 35↓ | 510↑ | 121↑ | 121= | - | |
| 2015 | 20↑ | 28↑ | 557↑ | 131↑ | - | - | |
| 2014 | 20—21↑ | 29↑ | - | - | - | - | |
| 2013 | 24—25↑ | 32= | - | - | - | - | |
| 2012 | 23—26↑ | 32↑ | - | - | - | - | |
| 2011 | 31—35↑ | 33↑ | - | - | - | - |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Единый государственный реестр юридических лиц
- ↑ 1 2 Из истории высшего авиационного образования в России. www.mai.ru.Дата обращения: 9 апреля 2016.
- ↑ Петровский Давид Александрович. Реконструкция технической школы и пятилетка кадров. с.5 — Л., Гостехиздат, 1930. — 42 с. — 20 см. (Ленингр. обл. сов. нар. хоз.)<nowiki>http://alkruglov.narod.ru/z-petrovsk.pdf
- ↑ Устав ФГБОУ ВПО «Московский авиационный институт (национальный исследовательский университет)». МАИ
- ↑ Просмотр Краткая история Московского авиационного института. mai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2019. 2019 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Scribbler|Московский авиационный институт(недоступная ссылка)
- ↑ Список победителей конкурсного отбора программ развития университетов, в отношении которых устанавливается категория «национальный исследовательский университет». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2009. Архивировано 17 август 2010 года. 2010 йылдың 17 август көнөндә архивланған.
- ↑ Институты, филиалы. МАИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2020. 2021 йылдың 27 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Факультеты, институты, филиалы. mai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2019. 2019 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Ректорат МАИ. Исполняющим обязанности ректора МАИ назначен Вячеслав Шевцов. МАИ (25 март 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2016.
- ↑ Университеты для будущей элиты: 100 лучших российских вузов по версии Forbes—2020. Forbes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2020.
Әҙәбиәт
- Афанасьев П. П., Русланов В. И. Выпускники Московского авиационного института (К 80-летию МАИ). Москва: МАИ-принт, 2009. — 100 с. илл. ISBN 9785703521069.
- Афанасьев П. П., Русланов В. И. «Руководители Московского авиационного института. Начальники, директора, ректоры. 1930—2011». — Калуга: Изд-во «Эйдос», 2012. — 176 с. — ISBN 9785905697500.
- Жил да был "Телевизор" в МАИ: кн. воспоминаний. — Изд-во МАИ, 2007. — 381 с. — ISBN 9785703518670.