Авдеевка
Ҡала | |||||
Авдеевка | |||||
---|---|---|---|---|---|
|
|||||
48°08′05″ с. ш. 37°44′40″ в. д.HGЯO | |||||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||||
Федерация субъекты | Донецк Халыҡ Республикаһы | ||||
Муниципаль округ | Ясиноватский | ||||
Тарихы һәм географияһы | |||||
Нигеҙләнгән | 1778 | ||||
Ҡала с | 1956 | ||||
Майҙаны | 29 км² | ||||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 200 метр | ||||
Климат | уртаса континенталь | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+3 | ||||
Халҡы | |||||
Халҡы | ▼ 31 392 кеше (2022) | ||||
Тығыҙлығы | 1101 кеше/км² | ||||
Конфессиялар | православие динендәгеләр | ||||
Катойконим | авде́евец, авдеевча́нка | ||||
Һанлы идентификаторҙар | |||||
Телефон коды |
+7 (949) - «Феникс» республика операторы +7 (856) - стационар телефондар |
||||
Почта индексы | . | ||||
ГКГН номеры | 0815886 | ||||
gov.ru | |||||
|
|||||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Авде́евка — Донецк Халыҡ Республикаһы Ясиноватский районындағы ҡала. 2020 йылға тиклем өлкә әһәмиәтендәге ҡала.
Донецк Халыҡ Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһы араһында 2022 йылдың 30 сентябрендә төҙөлгән Килешеү Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһен, шул иҫәптән Авдеевка ҡалаһын, Рәсәй Федерацияһы составында яңы субъект булараҡ билдәләй[1][2].
Украина властары, Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһын Украина составындағы Донецк өлкәһе тип иҫәпләүҙе дауам итеп, быға ҡаршы сығыш яһай.
2024 йылдың 17 февралендә хәрби хәрәкәттәр барышында (2022 йылдан) украин ғәскәрҙәре Авдеевканан сигенде һәм ҡала Рәсәй Ҡораллы Көстәре контроленә күскән[3].
2024 йылдың 18 февралендә Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы, Авдеевканан сигенгәндә, Украина ҡораллы көстәренең юғалтыуҙары 1,5 меңдән ашыу кеше тәшкил итеүен белдерҙе[4].
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Авде́евка Донецк ҡалаһынан төньяҡҡа табан 13 км алыҫлыҡта, Каменка йылғаһының (Кривой Торец йылғаһы ҡушылдығы, Северный Донец йылғаһы бассейны) үрге ағымында үрендә урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Революцияға тиклем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала янындағы ҡурғанда таш ҡатын-ҡыҙ һыны табылған, был IX—XIII быуаттарҙа ошо урындарҙа күскенсе халыҡтар йәшәүе хаҡында һөйләй.
Авде́евка — Донбасстағы иң боронғо тораҡтарҙың береһе. Хәҙерге ҡала территорияһында тәүге торамаға XVIII быуат уртаһында Курск, Воронеж һәм Полтава губерналарынан сыҡҡан кешеләр нигеҙ һалған. 1778 йылда Новороссия губернаторы бойороғо менән ойошторолған ауыл дәүләт милкенә әүерелә, уны тәүге төпләнеүсенең исеменән Авдеевка тип атайҙар.
1859 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Екатеринослав губернаһы Бахмут өйәҙенең ҡаҙна ауылында 2299 кеше (1180 ир-ат һәм 1119 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, православие сиркәүе һәм почта станцияһы булған 450 йорт хужалығы иҫәпләнгән[5]. 1886 йылға ҡарата элекке дәүләт ауылында, Авдеевка улусы үҙәгендә 3087 кеше йәшәгән, 555 йорт хужалығы иҫәпләнгән, православие сиркәүе һәм мәктәбе булған, йылына 2 йәрминкә үткәрелгән.
1880 йылдар уртаһында хәҙер ҡала урынлашҡан урын аша Екатеринбург тимер юлы үтә, һәм бында тимер юл станцияһы төҙөлә. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ һаны 2153 кешегә тиклем артҡан (1282 ир-егет һәм 871 ҡатын-ҡыҙ), шуларҙың 2057-һе - православие динен тотоусылар. 1908 йылда ауылда 5475 кеше (2736 ир-ат һәм 2739 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, 865 йорт хужалығы иҫәпләнгән.
Революция һәм Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1920 йылдың апрелендә Нестор Махно отряды Авдеевка тимер юл станцияһына һөжүм итә, унда тимер юл мөлкәте һәм телефон аппараттары юҡ ителә. 1920 йылдың ноябрендә Нестор Иванович Махно Феодосий Юстинович Щусь отрядына станцияны һәм уның ҡарамағындағы ҡасабаны алырға бойороҡ бирә.
Совет осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Авдеевка 1932-1933 йылдарҙағы аслыҡ һөҙөмтәһендә зыян күргән, 1-се һәм 2-се Авдеевка ҡасаба советтарында билдәләнгән ҡорбандар һаны - 485 кеше. 1938-1962 йылдарҙа Авдеевка Авдеевка районының үҙәге була. Ике ҡала тибындағы ҡасаба - Беренсе Авдеевка һәм Икенсе Авдеевка ҡасабаларының берләшеүе һөҙөмтәһендә Авдеевка 1956 йылда ҡала статусын ала.
Авдеевкала үҙенең байтаҡ әҫәрҙәрендә тыуған яҡтарын («Карповы эпопеи», «Платонов тупик» һ. б.) тасуирлаған яҙыусы Михаил Макарович Колосов (1923-1996) тыуған һәм үҫкән.
1990 йылдың 28 ноябрендә Авдеевка өлкә буйһоноуындағы ҡала статусын ала[6].
2014 йылдан Украинаның көнсығышында ҡораллы конфликт арҡаһында фронт яны ҡалаһы була. Авдеевка өсөн алыштар ваҡыты-ваҡыты менән 2017 йылға тиклем тергеҙелә.
2020 йылдың 13 декабрендә, 2014 йылдан алып тәүге тапҡыр, «Укрзализница» (Украина тимер юлы) ғәмәлдәге «Киев-Покровск» маршрутын оҙайтып, Авдеевкаға тиклем поездар йөрөүен ойоштора[7], ә 2021 йылдың июненән «Днепр-Авдеевка» маршруты буйынса төбәк поезы ла йөрөй башланы[8].
2022 йылда ҡала ныҡ зыян күрә.
2024 йылдың 17 февралендә Авдеевка РФ Ҡораллы Көстәре тарафынан азат ителә[9].
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Авдеевка кокс-химия заводы
- Тимер-бетон конструкциялар заводы
- «Стройдеталь» заводы
- Авдеевка стандарт булмаған ҡорамалдар эксперименталь заводы
- «АЗМК» хосуси акционер йәмғиәте металл конструкциялар заводы
- Керамика заводы
- Карьер идаралығы
- Теген һәм галантерея изделиелары производстволары
- «Донкоксохимстрой» төҙөлөш-монтаж идаралығы
Эшкә яраҡлы халыҡтың төп өлөшө (70 %-тан ашыу) сәнәғәттә хеҙмәт итә.
Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тимер юл станцияһы.
- Авдеевка трамвайы (1965-2017 йылдарҙа)
Инфраструктураһы һәм иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «АКХЗ» ЧАО мәҙәниәт һарайы.
- Үҙәк ҡала майҙаны.
- Шевченко исемендәге бульвар.
- «Химик» стадионы.
- Авдеевка станцияһының Линия поликлиникаһы.
- Зәңгәр күлдәр, ҡом карьеры.
- Ҡыҙыл күл.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл башына һаны.
Йыл | Халыҡ һаны |
---|---|
1859 | 2299 |
1885 | 3087[10] |
1897 | 6739[11] |
1908 | 5475[10] |
1939 | 17 288[12] |
1956 | 18 900 |
1959 | 18 206 |
1964 | 25 000 |
1970 | 29 181 |
1979 | 34 795 |
1989 | 39 833 |
1992 | 40 200 |
1994 | 40 000 |
1998 | 38 400 |
2001[13] | 37 210 |
2004 | 36 600 |
2007 | 36 200 |
2009 | 35 890 |
2010 | 35 649 |
2011 | 35 358 |
2012 | 35 257 |
2013 | 35 128 |
2014 | 35 090[14] |
2015 | 34 728 |
2016 | 34 238 |
2017 | 33 921[15] |
2018 | 33 311 |
2019 | 32 843 |
2020 | 32 436 |
2021 | 31 940 |
2001 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ һаны 37,2 мең кеше, шулар араһынан туған тел тип, 87,17 %-ы урыҫ, 12,51 % — украин, 0,09 % — белорус, 0,08 % — әрмән, 0,04 % — грек, 0,01 % — болгар, немец һәм молдаван, шулай уҡ гагаузский телдәрен күрһәткән[16]. Тыуым — 1000 кешегә 7,1, үлем — 16,0, тәбиғи кәмеү — −8,9, миграция сальдоһы кире (1000 кешегә -0,1).
Милли составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2001 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәре[17]
N | Милләте | Һаны | Тотҡан урыны (%) |
---|---|---|---|
1 | Украиндар | 23 636 | 63,47 |
2 | Урыҫтар | 12 553 | 33,71 |
3 | Белорустар | 343 | 0,92 |
4 | Гректар | 206 | 0,55 |
Барлығы | 37 237 | 100,00 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Договор между Российской Федерацией и Донецкой Народной Республикой о принятии в Российскую Федерацию Донецкой Народной Республики и образовании в составе Российской Федерации нового субъекта от 30 сентября 2022 года (ратифицирован Федеральным законом от 4 октября 2022 года № 372-ФЗ, вступил в силу 5 октября 2022 года, письмо МИД России от 05.10.2022 № 19696/дп)) . Официальный интернет-портал правовой информации (3 октябрь 2022).
- ↑ Подписание договоров о принятии ДНР, ЛНР, Запорожской и Херсонской областей в состав России, 30 сентября 2022 года, 16:00, Москва . Президентская библиотека. Дата обращения: 13 ноябрь 2023. Архивировано 13 ноябрь 2023 года.
- ↑ РБК, 17 февраля 2024. Зеленский объяснил решение об отступлении из Авдеевки. Зеленский: ВСУ уходят из Авдеевки из-за угрозы попасть в окружение
- ↑ Минобороны назвало потери ВСУ при взятии Авдеевки. 18 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Екатеринославская губернія съ Таганрогским градоначальствомъ. Списокъ населенныхъ местъ по сведениям 1859 года. Изданъ Центральнымъ Статистическимъ Комитетомъ Министерства Внутреннихъ Делъ. Обработанъ редакторомъ И Вильсономъ. 1859. — IV + 452 с., (с. 1017)Ҡалып:Ref-ru-old
- ↑ История города Авдеевка . Дата обращения: 20 март 2017. Архивировано из оригинала 20 март 2017 года.
- ↑ Впервые с 2014 года УЗ запустила пассажирский поезд в Авдеевку (фото) . ЦТС (13 декабрь 2020). Архивировано 16 декабрь 2020 года.
- ↑ “Укрзализныця” запускает поезд из Днепра в Авдеевку . Экономическая правда. Дата обращения: 3 август 2021. Архивировано 22 июнь 2021 года.
- ↑ В Авдеевке пала последняя оборонительная линия ВСУ, не менявшаяся с 2014 года (17 февраль 2024). 17 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ 10,0 10,1 население села без станции
- ↑ в том числе станция — 2153, село — 4586
- ↑ шул иҫәптән Авдеевка 1-ҙә 8089 кеше һәм Авдеевка 2-лә 9199 кеше
- ↑ Перепись
- ↑ Численность населения Украины по состоянию на 1 января 2014 г. Архивная копия от 30 ноябрь 2020 на Wayback Machine с оценками численности наличного населения по регионам, районам, горсоветам и городским населённым пунктам на 1 января 2012, 2013 и 2014 гг. // Публикации Укрстата Архивная копия от 28 февраль 2020 на Wayback Machine
- ↑ Социально-економическое положение Донецкой области за январь 2017 года. (укр.) Архивная копия от 20 март 2017 на Wayback Machine // Публикации Главного управления статистики в Донецкой области Архивная копия от 9 май 2017 на Wayback Machine
- ↑ Дністрянський М. С. Етнополітична географія України. Л.: Літопис, 2006. Стр. 452—453.
- ↑ Перепись населения . Дата обращения: 16 август 2014. Архивировано из оригинала 13 февраль 2007 года.