Ат спорты

Ат спорты — аттар ҡатнашлығында үткәрелгән төрлө спорт уйындарын һәм ярыштарҙы, уларҙың төрҙәрен, шулай уҡ һыбай йөрөү ысулдарын һәм аттар ҡатнашлығында күнекмәләрҙе аңлатҡан дөйөм төшөнсә[1].

Һыбай йөрөгәндә һыбайлы аттың хәрәкәте менән әүҙем бәйләнештә була. Ул үҙ ауырлығын төрлө яҡҡа күсереү менән, аяҡтар ярҙамында, шулай уҡ теҙгенде тартыу йәки бушатыу аша ат менән идара итә. Һыбайлының тауышы ла аттың хәрәкәтенә йоғонто яһай.

Ат спорты төрҙәре

Ат спортының халыҡ-ара федерацияһы (рус.)баш. (ингл. International Federation for Equestrian Sports, франц. Fédération Équestre Internationale, FEI) тарафынан түбәндәге төрҙәр рәсми рәүештә танылған:

  • Төрлөсә йөрөш
  • Конкур
  • Өс көрәшлек
  • Рейнинг — Вестерн-спортының бер төрө
  • Драйвинг
  • Ат юрғалатыу, дистанцияға ат уҙыштары
  • Вольтижировка

Ат сабыштырыу, шулай уҡ ярыш-шоу төрҙәре булып һаналған — ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыбай йөрөүө, егеттәрҙең һыбай йөрөү оҫталығын күрһәтеүе, ат полоһы һәм бәйге Ат спортының халыҡ-ара федерацияһының рәсми классификацияһына (рус.)баш. инмәй.

undefined

Ат ярыштары (шул иҫәптән ат сабышы, аттарҙың юртып уҙышыуы, стипль-чез, сыҙамлыҡ ярыштары һәм башҡалар) — ат спортының FEI контроле аҫтында түгел һәм уларҙың идара итеүсе үҙ федерацияһы юҡ. Бындай ярыштарҙы бөтә донъя буйынса милли һәм төбәк ойошмалары үткәрә. Бер уҡ ваҡытта ат ярыштарын һәм уларҙың дисциплиналарын классификациялауға ҡағылышлы терминология, шулай уҡ заездарҙы үткәреү ҡағиҙәләре төрлө илдәрҙә төрлөсә.

Иң билдәле ярыштар: Кентуккиҙағы дерби, Гранд нейшнл (Стипль-чез), Дубайҙың Бөтә донъя кубогы, Мельбурн кубогы, Japan Cup, Роял Аскот, Эпсом дербиһы, Триумфаль арка, Бридерс Кап Классик.

Тарихы

Ат спорты тәүге тапҡыр йәйге Олимпия уйындары программаһына 1900 йылда индерелә. Стокгольмдағы 1912 йылғы V олимпиаданан башлап, барлыҡ йәйге Олимпия уйындары программаһына ла ат спорты индерелә килә. Стокгольмда 10 ил вәкилдәре: Бөйөк Британия, Бельгия, Германия, Дания, Норвегия, Рәсәй, АҠШ, Франция, Чили һәм Швеция сығыш яһай. Швед атлылары Төрлөсә йөрөштә, Милләттәр кубогына ҡаршылыҡтарҙы үтеүҙә бөтә өс миҙалды ла: алтын, көмөш һәм бронзаны яулай һәм өс бәйгелә команда иҫәбендә беренсе урын һәм алтын миҙал ала.

Ат әҙерләү

Ярыштарҙа сығыш яһарҙан алда, ат әҙерлек үтергә тейеш. Бер үк ваҡытта амуницияға ла (рус.)баш. юғары талаптар ҡуйыла.

Амуниция

  • йүгән (трензель теҙгене) — амуниция өлөшө, ул аттың башына кейҙерелә һәм ат менән идара итеүҙе еңеләйтергә мөмкинлек бирә. Һыбайлының һәм аттың йүгәндең ниндәйенә өҫтөнлөк биреүенә ҡарап, шулай уҡ билдәле бер спорт ҡағиҙәләренә ярашлы, трензель йәки ауыҙлыҡлы теҙген хакаморға алмаштырылырға мөмкин. 
  • Ауыҙлыҡ (ауыҙлыҡлы теҙген) — ат менән идара итеүҙе еңелләштереүсе йүгәндең аңҡау эргәһенә тегелеп ҡуйылған тимер өлөшө. Төрлөсә ярыштарҙа ғына ҡулланыла (ППЮ һәм юғарыраҡ)
  • Хакамора — теҙгендең бер төрө. Уның классик яһалышы ат моронон уратҡан ике күн ҡайыштан ғибәрәт. Беренсеһе, шылып йөрөмәле ҡайыш, ул күпселек осраҡта яһалма йәки ысын тиренән тегелә, ә икенсеһе, эйәк аҫты ҡайышы, йыш ҡына сылбырлы була. Морондоң ике яғынан был ҡайыштар тимер яҫма менән беркетелә, уға йүгәндең урт аҫты ҡайыштары тоташтырыла. Яҫмаларҙан аҫҡа ҡарай һалмауырҙар һуҙыла, уларға теҙген беркетелә. 
  • Эйәр — атта йөрөгәндә һыбайлыға уңайлы булһын һәм аттың һыртын һаҡлау өсөн эшләнгән ҡулайлама. Аттың һыртына үндек һалғандан һуң ғына эйәр үҙе һалына.
  • Ногавкиҙар — эш ваҡытында ат тояҡтарын һаҡлау өсөн кәрәкле ҡулайлама. Улар механик зыяндан да (бәрелеү) һаҡларға мөмкин, шулай уҡ тарамыш-һеңер аппараттарын һаҡлау һәм яҡлау өсөн хеҙмәт итә. Денник ногавкиҙары ла бар, һәм улар төрлө медицина процедуралары өсөн тәғәйенләнгән.
  • Үндек йәки вальтрап — ҡабартмалы туҡыманан эшләнгән амуниция өлөшө. Үндек тирҙе үҙенә һеңдерһен өсөн һәм аттың һыртын зарарланыуҙан һаҡлау өсөн эйәр аҫтына һалына.
  • Септә йәки попона — аттарҙы һыуыҡтан, себендәрҙән (селтәр япма) һаҡлау өсөн ҡулайлаштырылған япма. Уларҙың ҡышҡы (йөндән, флистан, синтепондан һ. б. эшләнә) һәм йәйге (мамыҡтан, селтәрҙәрҙән һәм башҡа еңел материалдарҙан яһала) төрҙәрен айырып йөрөтәләр. Ҙур япмалар капорлы (башлыҡлы) ла булырға мөмкин, улар йылҡы малының муйынын ҡаплау өсөн ҡулай. 
  • Айыл — ныҡлы киң ҡайыш, эйәрҙе ышаныслы тотоу өсөн тәғәйенләнгән (егеүле атта ыңғырсаҡты тотоу өсөн кәрәк). Аттың бауыр аҫтынан уратып, ике яҡлап эйәргә беркетелә. Күндән, ныҡлы таҫманан һәм башҡа материалдан яһала. Ҡайһы бер эйәрҙәрҙең 2—3 айылы була.
  • Нуҡта — ауыҙлыҡһыҙ йүгән, уның тәғәйенләнеше — йылҡы малын бәйҙә тотоу. Ул ат һарайы кәрәк-яраҡтары әйберҙәренә инә, күндән һәм ҡунысбауҙан да булырға мөмкин.
  • Чомбур — ауыҙлыҡһыҙ йүгәнле атты бәйләп ҡуйыу өсөн кәрәкле бау. Чомбурҙар ҡунысбауҙан да, сылбырҙан да һәм арҡандан да булырға мөмкин.
  • Шпрунт — йылҡы малы менән эш итеү өсөн өҫтәмә ҡулайлама. Ул оҙон бауҙан ғибәрәт, күпселек осраҡта капрон, брезент һәм башҡа синтетик ҡайыштан яһала, күндән эшләнгәне һирәк осрай. Был ҡайыштың ике яҡ осонда ла ҡаптырмалар бар, улар үҙҙәре аша эйәрҙең айылын үткәреүсе һәм оҙонлоҡто көйләй торған тоҡандарҙы хасил итә. Шпрунт (рус.)баш. айылдан төрлө ысулдар менән үткәрелә, һыбайлы ҡулына теҙген үтә килеп, шыма йөрөткөс (шыма теҙген) ролен үтәй, ул аттың башын мәжбүри түбән эйҙереп, уға булған тәьҫир итеү көсөн арттыра. Ярыштарҙа шпрунт менән сығыш яһау тыйылған, әммә күнекмә ваҡытында ҡайһы бер аттар өсөн ул бик файҙалы.

Дуғаһыҙ егелгән яңғыҙ ат өсөн кәрәк-яраҡтар:

  • ҡамытҡа дүңгәләкле ҡолаҡбау беркетелә, улар мисәүгә тоташтырыла,
  • ҡайыш ҡолаҡсын (ҡолаҡбау урынына), ул ҡамытты теҙген менән бәйләй,
  • дилбегә — ат менән идара итеү өсөн ике ҡайыштан йәки бауҙан торған сбруйҙың бер өлөшө. Дилбегәләр бер осо менән йүгәндең дүңгәләгенә беркетелә, икенсе осо атлыға атты йөрөтөү өсөн хеҙмәт итә. 

Парлап егелгән ат кәрәк-яраҡтары:

  • ҡамыт,
  • күкрәк ҡайыштары,
  • мисәү
  • ышлыя — егеү кәрәк-ярағының бер өлөшө, ул аттың ике яҡ ҡабырғаһы буйлап үткәрелеп, ике осо менән дә ҡамытҡа беркетеп ҡуйыла,
  • ҡуш дилбегә,
  • трензель йәки ауыҙлыҡ сынйыры - күпселек осраҡта конкур һәм өс көрәшле бәйгеләрҙә ат менән идара итеүҙе еңелләштереү өсөн ҡулланыла. 

Кейем

  • Амазонка.
  • Бриджи. (рус.)баш.
  • Редингот.
  • Жокейка.
  • Крага — тиренән эшләнгән, ҡуңыс формаһы буйынса ҡалыплаштырылған замша йәки кирза өҫтәлмә ябыу. Һыбайлының аяҡтарын һаҡлау өсөн хеҙмәт итә. Улар бутый менән бергә кейелә.
  • Шпор.
  • Торҡос.
  • Цилиндр.
  • Фрак- 18 йәштән өлкән кешеләргә сығыш төрө ярыштары өсөн тәғәйенләнгән. 
  • Редингот — ат спортының бөтә төр ярыштарында төрлө йәштәге кешеләр өсөн тәғәйенләнгән.
  • Бирсәткә.
  • Сыбыртҡы.
  • Һаҡлағыс күкрәксендәр.

Традицион спорт төрҙәре

  • Ике тәгәрмәсле арбаларҙа ярышыу
  • Джостра (en:Jousting) һәм Реннен
  • Бәйге
  • Ҡыҙ ҡыуыу
  • Ат өҫтөндә этәреш
  • Кокпар — регби аналогы
  • Ат полоһы
  • Атта йәйәнән атыу, мәҫәлән, Ябусамэ
  • Конкур
  • Төрлөсә йөрөш
  • Вольтижировка
  • Джимхана

Иҫкәрмәләр

  1. Д. Я. Гуревич, Г. Т. Рогалев. Конный спорт // Словарь-справочник по коневодству и конному спорту. — М.: Росагропромиздат, 1991. — С. 91. — 240 с. — ISBN 5-260-00573-2.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар