Егетләнеү
Егетләнеү, һыбай йөрөү оҫталығы (рус. Джигитовка) — хәрби-ҡулланма спорт төрө. Сабып барған ат өҫтөндәге һыбайлы төрлө ҡатмарлы күнекмәләр, акробатик трюктар яһай. Күнекмәләрҙең төрлөлөгө егеттең оҫталығынан, уйлап табыу һәләтенән һәм сослоғонан тора. Аттың сабыуҙан юртыуға күсеүе йәки һыбайлының осоп төшөүе еңелеү тип һанала. Баһа биргәндә дистанцияны үтеү ваҡыты, үҙенсәлеге һәм күнекмәләрҙең аныҡ үтәлеүе иҫәпкә алына[1][2].
Тарихы
Һыбай йөрөү оҫталығы төрлө халыҡтарҙа боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Сабып барған ат өҫтөндәге һыбайлы аттан ергә һикереп төшөп яңынан менеүе, ерҙән балдаҡ, аҡса янсығы, тәңкә, яулыҡ кеүек әйберҙәрҙе эйелеп алыу, эйәрҙә баҫып сабыу, сабып барған аттың ҡорһаҡ аҫтынан сығыу, сәпкә уҡ атыу, йәнлек һуғып алыу, ат ҡороҡлау кеүек төрлө ҡатмарлы күнекмәләр яһалған. Шулай итеп һыбайлы үҙенең оҫталығын, ҡыйыулығын, батырлығын, атта һыбай йөрөү маһирлығын күрһәткән[1][2].
Византияның VI быуатҡа ҡараған йылъяҙмаларында дала менән урман сигендә йәшәгән славян ҡәбиләләре дала яҡтан һөжүм итеүсе күсмә халыҡтарыҙан һаҡланыу өсөн һыбай йөрөү оҫталыҡтарын камиллаштырыуы тураһында бәйән ителә. Славяндарҙың ат өҫтөндә ике ҡылыс менән һуғыша алыуы византийҙарҙы хайран ҡалдыра, улар славян яугирҙарын кентаврҙар менән сағыштыра. Атта һыбай йөрөү оҫталығына малайҙарҙы бала саҡтан уҡ өйрәткәндәр. Улар сәғәттәр буйы тубыҡ араһында үгеҙ тиреһе менән ҡапланған оло ташты тотҡандар, аяҡтарҙы нығытҡан һәм алыш ваҡытында тубыҡтар аша ат менән идара иткән[1].
Кавалерия тарихы буйынса Европа китаптарында атта һыбай йөрөү оҫталары булған казатар тураһында ла бәйән итәләр. Улар үҙҙәренең аттарын хәрәкәт итеү сараһы итеп кенә түгел, ә хәрби яуҙаш итә белгәндәр. Казак хәрби сәнғәтенә иғтирамын үҙеңең хәтирәләрендә Наполеон Бонапарт Ул былай тип яҙа:
Казаки имели свою собственную систему подготовки и тренировки боевых коней, но ещё одним секретом их сокрушительных атак была джигитовка… Надо отдать справедливость казакам, это они доставили успех России в этой кампании. Казаки – это самые лучшие лёгкие войска среди всех существующих. Если бы я имел их в своей армии, я прошёл бы с ними весь мир[1].
1812 йылғы Ватан һуғышында казак ғәскәрҙәре иҫәбенә 40 башҡорт полктары ингән. Башҡорттар һыбай килеш утҡан атыуҙа, һөңгө һәм ҡылыс алышында маһир булғандар.
XIX быуатта Рәсәй Империяһының кавалерия частарендә атта һыбай йөрөү оҫталығына өйрәнеү мотлаҡ була, хәрби уставтарҙа айырым билдәләнә:
Ст.205. Цель джигитовки состоит в развитии в казаке смелости и ловкости, а потому джигитовка необходима для каждого казака.
Ст.209. Джигитовка разделяется: 1) на обязательную для всех казаков, исполняемую с оружием и походным вьюком; и 2) на вольную, которая может быть без оружия и вьюка.
XIX быуатта һыбай йөрөү оҫталығы Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының кавалерия частренең дә хәрби әҙерлегенә инә. Әммә һыбайлының подразделение составында һәм башҡа частар менән үҙ-ара эш итеү оҫталығы шәхси оҫталыҡҡа ҡарағанда мөһимерәк була. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында атлы ғәскәрҙәрҙән тактик һәм оператив бурыстарҙы үтәгәндә хәрби көстәрҙе һәм сараларҙы күсереү талап ителә. 1950-се йылдарҙа Ҡораллы Көстәрҙең ҡоро ер ғәскәрҙәре сафында кавалерия бөтөрөлгәс, һыбай йөрөү оғталығы үҙ аллы дисциплина булараҡ бөтөрөлә. Спорт төрө булараҡ 1970-се йылдарға тиклем һаҡлана, һуңынан онтолоп тора. XXI быуат башында яңынан тергеҙелә[1].
Тергеҙелгән спорт төрө
Һыбай йөрөү оҫталығы башҡа ат спорты төрҙәренән айырылып тора һәм шәхсән үҙенсәлектәре бар. Уның ҡағиҙәләренә кавалерияның һуғыш алымдары камиллаштырған элементтар һәм күнегеүҙәр индерелгән, хәрби уставтар һәм күрһәтмәләр нигеҙендә төҙөлгән. Яңыртылған ат спорты төрөнөң күп төрлө бәйгеһе. Ярыштар өс төп «Ҡорал ҡулланыу», «Ирекле һыбай йөрөү», «Ирекле программа» һәм бер өҫтәмә «Күрһәтмә сығыш» бүлектәрен тора. «Ҡорал ҡулланыу» бүлегендә ҡылыс һәм һөңгө менән һыбайлы билдәле бер тәртиптә ҡуйылған предметтарға сабырға һәм сәнсергә тейеш. Атыу буйынса күнекмәлә ҡатнашыусы пневматик пистолеттан билдәле бер арауыҡта ҡуйылған сәпкә ата. 2007 йылдан «Бысаҡ (кинжал) ташлау» күнегеүе индерелә. «Ирекле һыбай йөрөү» бүлегендә һыбайлы 6 күнегеү башҡарырға тейеш. Күнегеүҙәрҙе һыбайлы оҫталығына ҡарап һайлай. Бөтә күнегеүҙәрҙе һыбайлы атта сабып барған саҡта башҡара. Һәр күнегеү билдәле бер балл менән баһалана, ярыш шарттары боҙолған осраҡ өсөн штраф баллдары билдәләнгән. «Күрһәтмә сығыш» ваҡытында ярышта ҡатнашыусы һыбайлы билдәле бер ваҡыт эсендә (2 минут) төрлө хәрби алымдарҙы күрһәтә. Күнекмәләрҙе ниндәй тәртиптә үтәүҙе һыбайлы үҙе һайлай[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Главная / Дисциплины / Джигитовка.
- ↑ 1 2 Тәржемәсе М.Н.Моратшина. Егетләнеү // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.