Дистанцияға ат уҙыштары Ғәрәбстанда үткәрлгән тип иҫәпләнә. Бәҙүиндәр аттарҙың дөйәләрҙән дә етеҙерек юртыуын иғтибарға алып, ғәрәп аттарын ярыштарҙа һынайһар. Һуңыраҡ башҡа илдәрҙә ат фрыштарының был төрө кавалерия әҙерлегенең мөһим элементы булараҡ ҡулланыла[4].
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә дистанцияға ат уҙышы армия ярыштарының киң таралған төрҙәренә инә. Урындағы 1890 йылда казак йөҙбашы Пешковтың Амурҙағы Благовещендан Петербургҡа тиклем 8862 км араны 193 көн эсендә үтеүе амур атының сыҙамлылығы миҫалы булып тора. 1895 йылда икенсе казак офицеры Петербургтан Читаға 7009 км араны 112 көндә үтә. 1899 йылда корнет Асеев Полтава губернаһы Лубендан Парижға атта бара. Бер-бер артлы ике атта ул тәүлегенә уртаса 88 км, ә Париж алдындағы һуңғы көндә 110 км үтә.
Революциянан һуң СССР-ҙа 100 км дистанцияға ат уҙышы үткәрелә. Был ярыштарҙа шулай уҡ күренекле совет хәрби етәкселәре С. М. Будённый и К. Е. Ворошилов ҡатнаша.
1931 йылда иң яҡшы ваҡытты ҡабарҙы юртағы Азела 100 километрлыҡ ярышта күрһәтә, ул дистанцияны 4 сәғәт 25 минутта үтә. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем бер тәүлек ярыштарында иң яҡшы һөҙөмтәгә М. Ф. Моисеев—Черкасский өлгәшә, ул 23 сәғәт 30 минут эсендә 252 км араны үтә.
1946 йылдың 17-18 авгусында Сальск-Ростов маршруты буйынса 200 километрлыҡ ат уҙышы үткәрелә. Был ярышта С. М. Буденный исемендәге ат заводынан алты йәшлек Брест (дон 3/4) һәм биш йәшлек Заряд (дон), Сингапур (дон 3/4) һәм Задор (дон) ҡушаматлы айғырҙар ҡатнаша.
Весь маршрут был пройден за 24 часа 15 минут, из коих 18 час. 25 мин. ходовых», остальное — время отдыха. «Через 3 часа после пробега был сделан контрольный галоп на 2 км за вожаком … за 4 мин. 50 сек. с удовлетворительными показателями всех лошадей. Пробег происходил в условиях погоды: температура воздуха +30 при слабом сухом восточном ветре, попутном движению…. Во время пробега на привалах лошади подвергались клиническому осмотру и имели данные (пульс, дыхание, температура), не препятствующие дальнейшему движению[5].
1947 йылда Ҡаҙағстанда Урҙа ат заводы тәүлек буйы ат юрттырыу үткәрә, унда дон һәм ҡатнаш ҡаҙаҡ аттарында ярышалар. Беренсе урынды инглиз-ҡаҙаҡ алашаһында бер тәүлектә 281,9 км ара үткән һыбайлы яулай. Ярышта һыбайлылыр аттарын юрттырып бара, һәр сәғәт һайын 5-10 минутҡа туҡтап ял итәләр.
1948 йылда Урҙа ат заводында дон айғырҙары Зажима һәм Кагала, инглиз-ҡаҙаҡ аты Талисман тәүлек эсендә 283,5 км үтә, ә 1949 йылда айғыр Сайгак рекордты 301,2 км-ға тиклем күтәрә.
1950 йылда Алма-Ата өлкәһе Дегерес ат заводында тәүлек буйы ат юрттырыу ярышында 11 һыбайлы дон, буденов һәм инглиз-ҡаҙаҡ тоҡомло айғырҙарында ҡатнаша. Бер тәүлектә 8 һыбайлы 305 км, береһе - 272 км, береһе - 242 км үтә, бер һыбайлы атының аҡһауы сәбәпле ярыштан сыға.
Шул уҡ йылда С. М. Буденный исемендәге ат заводынан буденнов тоҡомло Заносе һәм Брев Бое айғырҙарының 309 һәм 304 км үтеүе
1951 йылда Дегерес ат заводында ҡатнаш дон-ахалтекин-ҡаҙаҡ тоҡомло айғыры Зенитта элекке ҡаҙаныштарҙы тағы яҡшырта, тәүлек эсендә (20 сәғәт хәрәкәттә, 4 сәғәт ял) 311,6 км ара үтеп яңы рекорт ҡуя.
1951 йылда аттарҙың максималь сыҙамлығын асыҡлау өсөн Ростов өлкәһенең ат заводында күп көнлөк уҙыштар үткәрелә, унда айғыҙар Заносе һәм Брев Бой, байталдар Касса, Десант Һәм Букварка Ҡыҙҙары ҡатнаша. Был уҙыштарҙа аттар көн һайын 120 км үтә, һәм 15 көндән айғырҙар 1800 км, ә байталдар 1775 км үткәндән һуң уҫыш тамамлана. Аттар үҙҙәрен бик яҡшы тоя[6].
Ат ярыштары календары Рәсәй ат спорты федерацияһы [7], probegi.ru[8] сайттарында даими яңыртыла. Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһендәге ярыштар һәм ат спортының төрлө яңылыҡтары тураһында «ИСТОК» ат спорты клубы сайты хәбәр итә[9].
2022 йылдың авгусында Рәсәй Федарацияһының спорт министрлығы ат спортының, шул иҫәптән дистанцияға ат сабыштарының яңы ҡағиҙәләрен раҫлай. Яңы ҡәғиҙә буйынса 80-99 км дистанцияларының этаптарында аттың физик торошон тергеҙеү ваҡыты 15 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла, быға тиклем был ваҡыт 100—160 км дистанциялар өсөн генә ҡулланылған була[1].
↑Отчёт о скаковых испытаниях 1946 года. Издание Ростовского на Дону ипподрома Центрального управления военными конными заводами МВС СССР, гор. Ростов на Дону, 1948. С. 9.
↑Коннозаводство и конный спорт. Под ред. проф. Ю. Н. БАРМИНЦЕВА. М., «Колос», 1972 г. 319 с. с ил. УДК 636.1 + 798.2